Википедия:Абруйлы сығанаҡтар

Википедия мәҡәләләре нәшер ителгән абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнергә тейеш. Был биттә «Оригиналь тикшеренеүҙәрҙең юл ҡуйылғыһыҙлығы» һәм «Проверяемость» ҡағиҙәләрендә күрһәтелгән хаталарға юл ҡуймау өсөн абруйлы сығанаҡтар буйынса аңлатма бирелә.

Әгәр Википедияға ниндәй ҙә булһа файҙалы мәғлүмәт индерергә теләһәгеҙ, быны эшләй алаһығыҙ, әммә абруйлы сығанаҡ менән раҫланмаған мәғлүмәттең артабан мәҡәләнән алыныу ихтималлығын аңларға тейешһегеҙ. Һылтанма табыу һәм өҫтәү өсөн яуаплылыҡ мәҡәләгә өҫтәмә индергән кешелә ята, шул уҡ ваҡытта мөмкин һәм маҡсатҡа ярашлы булғанда сығанаҡҡа һылтанманы һәр саҡ күрһәтергә кәрәк.

Был биттә идеаль модель тәҡдим ителә, һәм Википедияның күп мәҡәләләре уға тап килмәй, сөнки мөхәррирҙерҙең ҡайһыһылыр мәҡәлә тексына кәрәкле мәғлүмәтте эҙләү һәм һылтанмалар ҡуйыу өсөн ваҡытын сарыф итмәгән. Әммә был уҡыусыларға мәҡәләнән ҡиммәтле мәғлүмәт алыуға ҡамасауламай, шул уҡ ваҡытта уның мотлаҡ хаҡ дөрөҫ булмауы ла мөмкин.

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:ВПНЕАИ

Википедия мәҡәләләре абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнеүгә ҡарамаҫтан, Википедия үҙе абруйлы сығанаҡ була алмай. Сөнки Википедияны (түбәндә яҙылған үҙнәшер кеүек үк) һәр кем мөхәррирләй ала, Википедия үҙе түгел, ә унда ҡулланылған абруйлы мәғлүмәт сығанаҡтары ҡулланылғанлыҡтан абруйлы. Википедия текстарын, шул иҫәптән башҡа тел бүлектәренән дә, яңы мәҡәләләр яҙыу өсөн ҡулланыу мөмки н булғанда ла, мәғлүмәтте раҫлау өсөн Википедияға түгел, ә нимә яҙылғанлығын тикшергәндән һуң, туранан-тура абруйлы сығанаҡҡа һылтанырға кәрәк.

Дөрөҫ булмаған йәки гипотетик мәғлүмәттәр шулай уҡ мәҡәләгә индерелә ала, әммә уны индереүсе мәғлүмәттәрҙең дәлил түгел, ә кемдеңдер фекере булыуын билдәләүе зарур. Уларҙы, мәҫәлән: «Элек был хаҡта, шундай-шундай хаталы ҡараш киң таралған була», «легендаға ярашлы, …» йәки «академик А. А. Иванов фекеренсә, …» тип башларға кәрәк. Әммә бындай фекерҙәрҙе уларҙың киң танылыу алған осраҡта йәки мәҡәлә темаһын һүрәтләгәндә ҡиммәтле булғанда (нескәлектәрен ҡара: ВИКИПЕДИЯ:МАРГ) ғына индерергә мөмкин.

Ҡайһы бер билдәләмәләр

үҙгәртергә
  ВП:АИ-ТЕРМИНЫ
ВП:МНЕНИЕ
ВП:ФАКТ

Википедия сиктәрендә баҫтырылған (нәшер ителгән) сығанаҡ тип уҡыусы өсөн даими рәүештә ҡулланып булған материал иҫәпләнә. Мәҫәлән, телетапшырыуҙар баҫтырылған сығанаҡ була алмай, сөнки тапшырыу тамамланғас, уны эҙләп табыу ауыр. Әммә был телевизион тапшырыуҙың Интернетҡа урынлаштырылған йәки фильм рәүешендә сығарылған яҙмаһы баҫтырып сығарылған сығанаҡ тип һанала, сөнки теләүселәр уны ҡарап теге йәки был факттың дөрөҫ бирелеүен тикшерә ала. Шул уҡ ваҡытта баҫмаға ҡуйылған ышаныслылыҡ талаптары ла һаҡлана: мәҫәлән, радиотапшырыуҙарҙың шәхси кеше эшләгән һәм үҙенең шәхси сайтына ҡуйған стенограммаһын сығанаҡ сифатында ҡулланыу ярамай.

  • Факт — ысынбарлыҡта булған һәм бар дәлил. Энциклопедияла ғалимдарҙың һәм ошо өлкә эксперттарының консенсусы булған раҫлау факт тип таныла.
    Факттарға, шул иҫәптән фекерҙәр тураһындағы факттарға ышанығыҙ, әммә фекерҙәргә түгел. Мәҫәлән, Ерҙең Ҡояш тирәләй әйләнеүе беҙҙең өсөн факт булып тора. Ҡояштың Ер тирәләй әйләнеүе — факт түгел, әммә Птоломейҙың шулай тип күҙаллауы — тағы ла факт. Бер кемдә лә етди шик тыуҙырмаған (мәҫәлән: Марс — Ҡояш системаһы планетаһы), барыһына ла билдәле булған раҫлауҙарға мотлаҡ рәүештә һылтанмалар талап итеү кәрәкмәй.

  • Фекер — кемдер ҡабул иткән раҫланған ҡараш, уның эстәлеге тикшерелергә лә, тикшерелмәҫкә лә мөмкин. Әммә кемдер йәки ниндәйҙер төркөм был ҡарашта тороуы факт һәм был Википедияла баҫылырға мөмкин (әгәр кеше йәки төркөм ысынлап та ошо фекерҙә һәм был етерлек кимәлдә әһәмиәтле икән). Мәҫәлән, Аллаһтың булыуы факт түгел; шуға ҡарамаҫтан диндарҙарҙың күптәре Аллаһ бар ти — шикһеҙ факт.
  ВП:АИ#ПИ
ВП:АИ#ВИ
ВП:АИ#ТИ

  • Беренсел сығанаҡ — факттарға туранан-тура раҫлауҙар килтергән документ йәки кеше, икенсе төрлө әйткәндә — яҙылған хәл-торошҡа, раҫлауға яҡын торған сығанаҡ. Бик йыш ул ниндәйҙер ваҡиғала ҡатнашыусынан йәки күҙәтеүсенән алынған текст. Ул рәсми белдереү, журналистың ваҡиға урынынан репортажы, автобиографик әҫәр булыуы мөмкин. Абруйлы агентлыҡ йыйған статитстика шулай уҡ беренсел сығанаҡ була ала. Ҡағиҙә булараҡ, Википедия мәҡәләләрендә беренсел сығанаҡҡа түгел, ә беренсел сығанаҡ дөрөҫ файҙаланылған икенсел сығанаҡҡа таяныу кәрәк. Күпселек беренсел сығанаҡты дөрөҫ файҙаланыу өсөн, бигерәк тә тарих өлкәһендә, махсус әҙерлек кәрәк. Мәҡәләләрҙә, әгәр улар ышаныслы урындарҙа баҫтырылһа, беренсел сығанаҡты ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, радиостанция сайтында сыҡҡан радиотапшырыуҙар стенограммаһы, ышаныслы йыйынтыҡта тупланған тарихи документтар (мәҫәлән, В. И. Ленин и ВЧК. М.: Издательство политической литературы, 1975, шулай уҡ ҡарағыҙ беренсел текст).

  • Икенсел сығанаҡ бер йәки бер нисә беренсе сығанаҡты һүрәтләй. Фәнни нәшриәттәрҙә (бигерәк тә фәнни журналдарҙа) фәнни мәҡәләләр һәм китаптар рәүешендә донъя күргән икенсел сығанаҡтар ентекле тикшерелә һәм, ҡағиҙә булараҡ, дөрөҫ мәғлүмәткә эйә һәм был уларҙы абруйлы сығанаҡ итеп ҡулланыу мөмкинлеген бирә.

  • Өсөнсөл сығанаҡ, үҙ сиратында икенсел сығанаҡтарҙы, шулай уҡ башҡа өсөнсөл сығанаҡтарҙы ла дөйөмләштереүе ихтимал.

Википедия, нигеҙҙә, икенсел һәм өсөнсөл сығанаҡтарға нигеҙләнергә тейеш.

Мәҡәлә яҙғанда сығанаҡтарға һылтанырға тырышығыҙ[1]. Быны бигерәк тә текста <ref>Сығанаҡҡа һылтанма</ref> тегы эсендәге иҫкәрмәләрҙе файҙаланып эшләүе урынлы. Мәҡәлә аҙағында == Иҫкәрмәләр == бүлеге булдырырға һәм уға {{иҫкәрмәләр}} ҡалыбын ҡуйырға кәрәк. Шунан һуң унда һылтанмалар исемлеге килеп сығасаҡ. Цитаталарҙы дөрөҫ ҡуйыу хаҡында Википедия:Сығанаҡтарға һылтанмалар мәҡәләһендә танышығыҙ.

Сығанаҡһыҙ материал

үҙгәртергә
  ВП:МБИ

Википедияла ҡатнашыусылар бик йыш текстарға факт итеп ҡасандыр, ҡайҙалыр ишеткән йәки уҡыған, әммә ҡайҙа икәнен аныҡ ҡына иҫләй алмаған фекерҙәрҙе факт итеп килтерә. Мәҫәлән, «Беҙ мейе мөмкинлектәрен ни бары 10 процентҡа ғына файҙаланабыҙ» йәки "25-се кадр рекламала көслө йоғонто сараһы булып тора, тигән фекерҙәр киң таралыуға ҡарамаҫтан, факт була алмай. Был фекерҙең киң таралыуын раҫлаусы абруйлы сығанаҡҡа һылтанма булмаһа, уның киң таралыуын раҫлау ҙа факт була алмай. Бындай фекерҙәр өсөн мәғлүмәткә ышаныслы сығанаҡ табырға кәрәк, юҡһа башҡа ҡатнашыусылар (уҡыусылар ҙа) уларҙың дөрөҫлөгөн шик аҫтына алып, ҡайһы бер ғәмәлдәр башҡарырға мөмкин. Әгәр һеҙ мәғлүмәтте мәҡәләгә индерәһегеҙ икән, уны сығанаҡтар менән раҫлау ҙа һеҙҙең яуаплылыҡта. Берәү ҙә һеҙгә индерелгән мәғлүмәт дөрөҫ түгел тип раҫлап ултырырға тейеш түгел.


Нимә эшләргә?

үҙгәртергә
  ВП:ЧД
ВП:СОМНЕНИЕ

Әгәр ниндәй ҙә булһа мәғлүмәттең дөрөҫлөгөндә шикләнәһегеҙ, әммә мәғлүмәттең хаталы булыуын сығанаҡтар менән раҫлай алмайһығыҙ икән, шикле фрагментты шунда уҡ юйҙырырға кәрәкмәй, сөнки ҡайһы бер ҡатнашыусылар һеҙҙе мәҡәләне яҡшыртыу мөмки нлеге бирмәүҙә ғәйепләүе ихтимал (нигеҙҙә был агрессив ғәмәл тойғоһон тыуҙыра). Шуға күрә шикле урындарға [сығанаҡ 1208  көн күрһәтелмәгән] ҡалыбын ҡуйырға кәрәк. Шикле мәғлүмәтте (ышаныслы сығанаҡтар булмаһа) бары тик уның дөрөҫ булмауы тураһында ныҡлы ышанһағыҙ йәки [сығанаҡ 1208  көн күрһәтелмәгән] ҡалыбы ҡуйылғас, кәм тигәндә ике аҙна дауамында бер ниндәй ҙә ғәмәл башҡарылмаһа ғына юйҙырырға мөмкин. Шулай уҡ мәҡәлә авторҙары мәҡәләнең фекер алышыу битендә уртаҡ ҡарарға килгән осраҡта шикле мәғлүмәтте юйҙыртырға була.

Әгәр мәҡәләнең төп йөкмәткеһе дөрөҫ булмаған фекерҙәргә нигеҙләнһә һәм уны яҡшыртыу юлын күрмәһәгеҙ, мәҡәләне Википедия:Юйҙыртырға битенә сығара алаһығыҙ.

Әле йәшәгән кешеләрҙең биографияһында

үҙгәртергә

Әле йәшәгән кешеләрҙең, ғәмәлдәге ойошмаларҙың абруйына зыян килтерә торған мәғлүмәттәрҙе һылтанмаларһыҙ индермәгеҙ. Тере булған йәки үлгән ваҡытына бер йыл да үтмәгән кешеләр тураһында бәхәсле һылтанмаһыҙ йәки көсһөҙ һылтанмалы материалдарҙы шунда уҡ, фекер алышыуға сығарып та тормай юйҙыртырға кәрәк. Был Википедияла урынлаштырылған мәҡәләгә генә түгел, фекер алышыу битенә лә, төҙәтеүҙәргә комментарийҙарға ла, ҡатнашыусылар битенә лә, һүрәттәргә һәм категорияларға ла ҡағыла.

Джимми Уэйлс әйтеүенсә[2]:

Похоже, среди ряда редакторов существует жуткая склонность к мысли, что всякую псевдоинформацию из серии «я это где-то слышал» следует помечать ярлыком «нет источника». Неверно. Её нужно удалять — решительно, — если она не может быть подтверждена источником. Это верно в отношении любой информации, но особенно — в отношении негативной информации о ныне живущих людях.

Ҡасан сығанаҡтар кәрәкмәй

үҙгәртергә
  ВП:КННИ

Ҡайһы бер осраҡтарҙа сығанаҡтар талап ителмәй, хатта уларҙы ҡуйыу урынһыҙ ҙа. Аныҡлап әйткәндә, дөйөм билдәле булған факттарҙы раҫлау кәрәкмәй. Сәнғәт (фильмдар, китаптар һ.б.) йәки компьютер уйындарына арналған мәҡәләләрҙә мәҡәләнең йөкмәткеһендә булған мәғлүмәтте өҫтәмә сығанаҡтар менән раҫлау талап ителмәй. Әммә, әгәр һүҙ фильм йәки уйын аша белеп булмаған факттар тураһында бара икән, сығанаҡ күрһәтелеүе мотлаҡ. Шулай уҡ еңел генә тикшереп булған мәғлүмәттәрҙе: әле лә һаҡланған архитектура һәйкәленең нисә ҡатлы булыуы, аҡсаларҙағы һүрәттәр һ.б. һылтанмалар менән раҫлау кәрәкмәй.

Ялған абруйлылыҡтан һаҡланығыҙ

үҙгәртергә
  ВП:ОЛА
ВП:ТЭЛЛИ

Ниндәйҙер сығанаҡтың абруйы тураһындағы раҫлауҙарға һуҡырҙарса ышанмағыҙ. Ғилми дәрәжә алынған өлкә буйынса (хатта был да һәр ваҡыт түгел) абруйҙы ғына аңлата. Һылтанмалары күп булған веб-сайттар ҙа бөтөнләй ышанысһыҙ булыуы мөмкин. Быға асыҡ миҫал булып Уильям Тэллиҙың Вита Ценевтың на сайтында баҫылған кеше ихтыяжы теорияһының һүрәтләнеше тора: Тэлли үҙе лә, уның теорияһы ла авторҙың студент рефераты өсөн уйлап сығарыла. Һылтанырға теләгән сайт өсөн кем яуаплы, тигән һорау һеҙ үҙегеҙгә биргән беренсе һорау булырға тейеш. Уның квалификацияһы һәм сайтты мөхәррирләү сәйәсәте ниндәй? Интернетта кем нимә теләй — шуны яҙа ала.

Сығанаҡ сифатында дәрәжәһе фән кандидатынан да түбән булмаған кешеләрҙең йәки ошо өлкәлә билдәле эксперттарҙың материалдарын ҡулланырға тырышығыҙ. РФА һәм РМФА дәүләт вуздарында һәм институттарында эшләгән авторҙарға ышанырға кәрәк. Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы, Халыҡ-ара информатизациялау академияһы, Тринитаризм академияһы кеүек йәмәғәт академияларының ышаныслы булыуына шикләнеп ҡарарға кәрәк (хәйер, теге йәки был академияла ағза булыу автоматик рәүештә ышаныу йәки ышанмаусылыҡты аңлатмай).

Мәғлүмәтте Википедиянан алған сығанаҡтарҙы урап үтергә кәрәк. Бары тик Википедиянан алған мәғлүмәт тикшеренеү объекты булған йәки ошо өлкәләге эксперттың баһаһы менән бирелгән осраҡта ғына ҡулланыла ала.

Автор ошо өлкә буйынса абруйлы экспертмы?

үҙгәртергә
  ВП:ЭКСПЕРТ
ВП:НЕЭКСПЕРТ
ВП:ПРИЗНАВТ

Быны асыҡлау өсөн бер нисә һорауға яуап бирергә кәрәк:

  • Авторҙың ошо тема буйынса эштәре абруйлы фәнни журналдарҙа баҫылғанмы?
  • Ошо өлкә буйынса билдәле эксперттарҙан авторҙың алдағы йәки ошо баҫмаһына кире фекерҙәр алынғанмы?
  • Авторҙың эшенә, абруйлы сығанаҡ булараҡ, ошо өлкәлә эшләүсе башҡа авторҙар үҙҙәренең мәҡәләләрендә (шулай уҡ фәнни журналдарҙа баҫылған) һылтанамы?
  • Авторҙың ошо өлкә буйынса ғилми дәрәжәһе бармы?

Ғәҙәти булмаған раҫлауҙар етди иҫбатлау талап итә

үҙгәртергә
  ВП:НЕВЕРОЯТНО

Ҡайһы бер хәл-торош мәғлүмәт сығанаҡтарына айырыуса иғтибарлы һәм скептик ҡарашта булыуҙы талап итә һәм улар нигеҙендә түбәндәге раҫлауҙар яһалған:

  • аптыратҡан һәм мөһим булып торған, әммә аҙ билдәле;
  • ағымдағы ваҡиғаларға бәйле, киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртылмаған, аптыратҡан һәм мөһим булып торған, әммә аҙ билдәле;
  • кемдеңдер характерлы, ғәҙәти булмаған йәки быға тиклем әйтелгәндәргә ҡаршы килгән фекере;
  • фәнни йәмғиәттә ҡабул ителгән теорияларға ҡаршы килгән йәки улар менән килешмәгән (бигерәк тә, әгәр уларҙы махсус рәүештә баҫырып ҡалдыралар тип иҫәпләһәләр);
  • фәнни асышҡа йәки уйлап табыуға дәғүә итеүселәр;
  • кемдеңдер намыҫын һәм дәрәжәһен бысратырға һәләтле булһа.

Сығанаҡтарҙы баһалау

үҙгәртергә
  ВП:ОАИ
  • Абруйлылыҡ сағыштырмаса, аныҡ һәм контексҡа бәйле. Сағыштырмалылыҡ Википедия өсөн бөтә һорауҙар буйынса ла абруйлы булған йәки бер мәсьәлә буйынса ла абруйлы булмаған сығанаҡтар юҡ тигәнде, аныҡлыҡ һәм контексҡа бәйлелек абруйлылыҡтың бик йыш ниндәйҙер аныҡ раҫлауға ҡарата ҡулланылыуын аңлата.
  • Иң арбруйлыраҡ сығанаҡ — абруйлы фәнни журналда баҫылып сыҡҡан ҙур мәҡәлә. Үҙ иҫәбеңә йәки нәшриәтсе дуҫың иҫәбенә баҫтырылған китаптан айырмалы, бындай журналдарҙа мәҡәләләр рецензиялана. Рецензияланған журналдарҙағы мәҡәләләрҙе Google Scholar (scholar.google.com) махсус эҙләү системаһын ҡулланып табырға мөмкин. Тулы текстарҙың ҙур булмаған өлөшө менән генә бушлай ҡулланыу рөхсәт ителһә лә (әгәр китапхана компьютеры менән түгел, өйҙән шәхси гаджет ҡулланһағыҙ), һис юғында уларҙың аннотацияһы менән (ингл. abstract) таныша алаһығыҙ. Шуны ла оноторға ярамай: Google Scholar-ҙағы барлыҡ журналдар ҙа сифатлы һәм рецензиялана тип әйтеп булмай[3]. Шулай уҡ РИНЦ (elibrary.ru) системаһы (уның өҫтөнлөгө шунда: эҙләү һөҙөмтәһендә һеҙ был мәғлүмәт базаһына яҙылған яҡындағы ойошманы күрә алаһығыҙ; әммә бында ла барлыҡ журналдар ҙа[4] сифатлы һәм рецензиялана тип әйтеп булмай), шулай уҡ JSTOR (jstor.org/) мәғлүмәттәр базаһы менән дә файҙаланырға мөмкин. Бынан тыш, фәнни журналдың сифатын баһалағанда уның импакт-факторына ла, уның ниндәй ҙә булһа халыҡ-ара фәнни берләшмәгә инеү-инмәүенә базу данных (инг.)баш. (PubMed, Scopus, Web of Science һ.б.) иғтибар итергә кәрәк, шул уҡ ваҡытта бында ла иғтибарлылыҡты оноторға ярамай[5].
  • Китаптың дөрөҫлөгөн баһалау, билдәләп кителеүенсә, ҡайһы бер ауырлыҡтар тыуҙыра, сөнки уларҙың күбеһе рецензияланмай. Китаптың абруйлылығын баһалағанда уның авторҙарының абруйына һәм материалдың мөхәррирҙәренә, шулай уҡ нәшриәттең абруйлылығына иғтибар итергә кәрәк[6]. Шулай уҡ:
    • эре вуздарҙа (Гарвард университеты нәшриәте, Кембридж университеты нәшриәте, [[ Массачусетс технология институты нәшриәте, Мәскәү университеты нәшриәте, Оксфорд университеты нәшриәте һ.б.), ғилми-тикшеренеү институттарында, милли фән академияларында («Наука» нәшриәте, National Academies Press (инг.)баш.);
    • фәнни әҙәбиәттең алдынғы донъя нәшриәттәрендә (Elsevier, Springer, Wiley, Academic Press һ.б.);
    • ошо өлкәлә абруйлы эксперт булған авторҙар сығарған китаптарға ҙур ышаныс менән ҡарарға кәрәк.

Шулай уҡ үҙегеҙгә түбәндәге һорауҙарҙы бирегеҙ:

  • Мәҡәлә баҫтырыусының был өлкәлә мәғлүмәтте боҙоп күрһәтеү өсөн ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныуы бармы? Низағтың ҡайһылыр яғында тороу[7] шунда уҡ күҙгә салынмай, ә мәғлүмәтте алмаштырыу һәр саҡ күренмәй ҙә. Радикаль ҡарашта тороу сығанаҡҡа тулыһынса күҙ йомоу өсөн сәбәп булып тормай, әммә экстремистик ойошмаларҙың (Әл-Ҡағиҙә йәки Кавказ-үҙәк кеүек) мәғлүмәтен файҙалыуҙан ҡасырға кәрәк. Бындай сығанаҡтарҙы ойошмаларҙың үҙҙәре йәки уларҙың ҡарашы тураһында хәбәр иткәндә генә ҡулланырға мөмкин. Шулай уҡ ошоға оҡшаш хәл-торош буйынса абруйлы сығанаҡ сифатында власть органдарының йәки чиновниктарҙың белдереүен дә ҡулланыуҙан тыйылыу кәрәк, сөнки улар пропаганлда йәки дезинформация элементына эйә булыуы ихтимал. Мәҡәләлә «Чечняла һуғыш 2001 йылда тамамланды» йәки «көнбайыш һәм Рәсәй пропагандаһы үҙҙәренең ябай халҡын Ислам — терроризм тип ышандырыу өсөн барыһын да эшләй» тип яҙырға ярамай, әммә «2004 йылдың декабрендә президент Владимир Путин, Чечняла һуғыш 3 йыл элек тамамланды, тип белдерҙе» йәки "чечен сепаратистары лидерҙарының береһе Шамил Басаев һүҙҙәренсә, «көнбайыш һәм Рәсәй пропагандаһы үҙҙәренең ябай халҡын Ислам — терроризм тип ышандырыу өсөн барыһын да эшләй»(тейешле сығанаҡтарға һылтанып), тип яҙыу урынлы[8].
  • Ә улар унда булғанмы? Туранан-тура ҡатнашыусыларҙың һәм комментарий биреүселәрҙең һүҙҙәрен айыра белергә кәрәк. Шаһиттарҙың һүҙе — мәғлүмәттең беренсел сығанағы, комментарийҙар — икенсел сығанаҡ. Икеһе лә ышаныслы сығанаҡ була ала, әммә уларҙы айыра белеү зарур.
  • Был сығанаҡ тураһында башҡалар нимә ти? Бәлки, күптәр уны дөрөҫ түгел тиҙер? Йәки уның тураһында бер кем дә иҫкә алмайҙыр?

  • Ә был сығанаҡты башҡа факттар нисек һүрәтләй? Башҡа хәл-торош дөрөҫ яҙыламы, хәл-тороштоң төрлө аспекттары ла сағылыш табамы? Быларҙы үҙегеҙ белгән мәғлүмәт менән сағыштырығыҙ.

  • Ә беҙҙең сығанаҡтарҙы башҡалар ҡарай аламы? Һәр ҡатнашыусы һеҙ яҙған мәғлүмәтте тикшереп ҡарау мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Сығанаҡтарҙы (мотлаҡ интернетта булмаһа ла) бойондороҡһоҙ уҡыусы эҙләп таба алырға тейеш. Әгәр ул китап икән, ул Рәсәй дәүләт китапханаһы, Рәсәй милли китапханаһы йәки АҠШ Конгрессы китапханаһы каталогтарында бармы икәнлеген тикшерегеҙ.
  • Ә бер нисә беренсел сығанаҡ ҡулланылғанмы? Бәлки, һеҙ ҡулланырға теләгән материал бары тик бер шаһиттың һүҙҙәренә генә нигеҙләнгәндер?

Бер нисә сығанаҡ ҡулланығыҙ

үҙгәртергә
  ВП:НЕСКОЛЬКО

Мәғлүмәтте аңһыҙ йәки аңлы рәүештә боҙоу[9] үҙенән-үҙе күренмәгәнлектән, бер генә сығанаҡ менән сикләнергә ярамай. Башҡаларын табығыҙ һәм сағыштырығыҙ. Әгәр бер нисә сығанаҡ тап килә һәм уларҙың береһенең дә мәғлүмәтте боҙоп күрһәтеү өсөн сәбәбе юҡ икән (сәбәп булырға мөмкин, әммә һәр сығанаҡ уларҙы үҙ мәгфәғәтендә боҙоп күрһәтергә тырыша), мәғлүмәтте дөрөҫ тип иҫәпләнә. Әммә шуны онотмағыҙ: беҙ бары тик ышаныслы сығанаҡтарҙа баҫылғанды үҙебеҙсә һөйләйбеҙ, әммә үҙ фекеребеҙҙе өҫтәмәйбеҙ.

Бойондороҡһоҙ икенсел сығанаҡтар

үҙгәртергә
  ВП:НВИ

Бойондороҡһоҙ икенсел сығанаҡтар түбәндәге талаптарға тап килергә тейеш:

  • авторҙарҙан айырмалы бойондороҡһоҙ мөхәррирләү контроле һәм факттарҙы тикшереү бар;
  • авторҙар теге йәки был ҡыҙыҡһыныусы яҡ менән хеҙмәттәшлек итмәй;
  • авторҙар мәғлүмәткә үҙҙәренең аңлатмаһын бирә ала.

Хатта бер үк беренсел сығанаҡтан алынған мәғлүмәт буйынса ла төрлө аналитиктар төрлө һығымта яһарға мөмкин. Авторҙар үҙҙәренең ҡарашы менән тап килгән беренсел сығанаҡтар табыуы ихтимал. Аңлы һәм аңһыҙ рәүештә боҙоп күрһәтеүҙәр, хаталар һәм яңылыш яҙыуҙар һәр саҡ күренмәй, уларҙан ҡотолу юлы — мәғлүмәтте башҡа икенсел сығанаҡ менән сағыштырып ҡарау.

Айырым төр сығанаҡтарҙың ышаныслылығы

үҙгәртергә

Яңылыҡ ойошмалары

үҙгәртергә
  ВП:МЕДИА

Артабанғы мәғлүмәт: Википедия:Тикшереп булғанлыҡ һәм Википедия:Әле йәшәгән кешеләрҙең биографияһы

Төп яңылыҡ ойошмаларынан, бигерәк тәАссошиэйтед Пресс, Вашингтон пост, Интерфакс, Рейтер, ТАСС, Лондондың «Таймс» кеүек юғары сифатлы мәғлүмәт агентлыҡтарынан алынған мәғлүмәттәр хуплана. Әгәр мәҡәлә кире ҡағыла икән, гәзит һәм журналдарҙағы мәҡәлә-фекерҙәргә һылтанма текстың үҙендә үк авторҙың исем-шәрифе менән бирелергә тейеш. Әле йәшәгән кешеләр тураһында бәхәсле биографик материал өҫтәү өсөн юғары сифатлы яңылыҡтар ойошмаһы материалдарын файҙаланырға кәрәк.

Үҙ аллы сығарылған сығанаҡтар (үҙнәшер)

үҙгәртергә
  ВП:САМИЗДАТ

Һәр кем веб-сайт булдыра йәки үҙ иҫәбенә китап сығара һәм ниндәйҙер өлкәлә эксперт статутысна дәғүә итә алғанлыҡтан, нигеҙҙә, үҙнәшер сығанаҡтары ҡабул ителдмәй. Уларға үҙнәшер менән баҫтырылған китаптар, мәғлүмәт листоктары, шәхси веб-сайттар, асыҡ вики, блогтар, веб-форумдарҙағы хәбәрҙәр һәм ошоға оҡшаш башҡа мәғлүмәт инә.

Үҙ аллы нәшер ителгән материал уның авторы ниндәйҙер өлкәлә танылған эксперт булған һәм быға тиклем уны башҡа сит нәшриәттәр нәшер иткән осраҡта ғына ҡабул ителергә мөмкин. Һәр хәлдә, бындай сығанаҡтарҙы файҙаланғанда абай булырға кәрәк: әгәр һеҙ тапҡан мәғлүмәт ысынлап та башҡаларға ла еткерә торған булһа, уны кемдер һеҙгә тиклем тормошҡа ашырғандыр инде.

Үҙ аллы нәшер ителгән сығанаҡтар, хатта авторы билдәре һөнәри тикшеренеүсе йәки яҙыусы булған осраҡта ла, әле йәшәгән кешеләр тураһында сит сығанаҡ була алмай; ҡарағыҙ: Википедия:Әле йәшәгән кешеләрҙең биографияһы#Ышаныслы сығанаҡтар.

Үҙ аллы нәшер ителгән һәм мәҡәләлә үҙегеҙ тураһындағы бәхәсле сығанаҡтар

үҙгәртергә

Үҙ аллы нәшер ителгән һәм кешенең, шулай уҡ ойошмаларҙың үҙе тураһында яҙылған бәхәсле сығанаҡтар мәҡәләлә түбәндәге шарттарҙа файҙаланыла ала:

  1. файҙаланылған материал шәхестең билдәлелеге менән тап килһә;
  2. материалды инҡар итеү мөмкин булмаһа;
  3. материал шәхси ихтыяжға хеҙмәт итмәһә;
  4. материал сит кешеләр тураһында белдереүҙәрҙе үҙ эсенә алмаһа;
  5. материал предметҡа туранан-тура ҡағылышы булмаған ваҡиғалар тураһында белдереүҙәрҙе үҙ эсенә алмаһа;
  6. материалдың авторлығы буйынса етди шиктәр булмаһа;
  7. мәҡәлә тулыһынса шундай сығанаҡтарға нигеҙләнмәһә.

Дини, сәйәси һәм экстремистик ойошмаларҙың мәҡәләләре

үҙгәртергә
  ВП:ПРПЭО

Сәйәси партиялар һәм дини төркөмдәрҙең веб-сайттары менән һаҡ булырға кәрәк, уларҙың ниндй сәйәсәт алып барыуы, дини ҡарашы үҙенән-үҙе сығанаҡ ҡулланмаҫҡа сәбәп түгел.

Киң билдәле сәйәси, дини, раса йәки башҡа йүнәлештәге экстремистик йәки хатта террористик төркөмдәрҙе Википедия өсөн сығанаҡ итеп ҡулланыу ярамай, уларҙы был ойошмаларҙың донъяға ҡарашы тураһындағы мәҡәләләрҙә беренсел сығанаҡ итеп ҡулланырға ғына була. Әммә был осраҡта ла улар бик һаҡ ҡулланылырға һәм башҡа сығанаҡтар менән нығытылып ҡуйылырға тейеш.

Компаниялар һәм ойошмалар тураһында мәҡәләләр

үҙгәртергә
  ВП:ПКО

Компаниялар һәм ойошмалар тураһында мәҡәләләрҙә сығанаҡ сифатында веб-сайттарын йәки башҡа мәҡәләләрҙе ҡулланғанда ла абай булырға кәрәк. Компания йәки ойошма үҙе яҡшы мәғлүмәт сығанағы булыуға ҡарамаҫтан, ул объектив рәүештә бер генә ҡараштан яҡтыртыла. Мәҫәлән, АҠШ-тың милли уҡсылар ассоциацияһы граждандарҙың атыу ҡоралын һаҡлауға һәм йөрөтөүгә хоҡуғын алға һөрөүҙе һәм яҡлауҙы ғына күҙаллай һәм, әгәр башҡа сығанаҡтар булғанда, нейтраль ҡарашты һаҡлау өсөн уға ғына һылтанырға ярамай. Әгәр компания йәки ойошма шикле булһа, сығанаҡ сифатында веб-сайтты йәки уның тураһында мәҡәләне файҙаланғанда бик һаҡ булырға кәрәк.

Онлайн йәки офлайн сығанаҡтар?

үҙгәртергә
  ВП:ОНЛАЙН

Тулы текслы онлайн сығанаҡтар, әгәр улар шулай уҡ сифатлы һәм ышаныслы булһа, офлайн текстар кеүек ҡулланыла ала. Уҡыусылар, табыу еңел булғанлыҡтан, онлайн сығанаҡтарҙы өҫтөн күреүе ихтимал.

Әгәр һеҙ автор хоҡуҡтары таралмаған йәки дөйөм лицензия шарттарында булған баҫма матбуғат сығанағы табаһығыҙ икән, уны Викитекаға тейәгеҙ һәм һылтанма (ғәҙәти сығанаҡҡа өҫтәмә рәүешендә) бирегеҙ. Автор хоҡуҡтары менән һаҡланмаған бик күп китаптар башҡа проекттар тарафынан селтәргә һалынған.

Офлайн сығанаҡтарға һылтанмаларҙың аныҡлығы һәм уларҙы эҙләүҙе еңелләштереү

үҙгәртергә
  ВП:ОФЛАЙН

Күпселек ышаныслыраҡ һәм дөрөҫ сығанаҡтар әлеге ваҡытта баҫма рәүештә генә бар. Әгәр һеҙ абруйлы онлайн-мығанаҡ тапмаһағыҙ, мәғлүмәтте китап магазинында йәки китапханала эҙләп ҡарағыҙ. Файҙаланылған баҫма сығанаҡҡа һылтанманы мөмкин тиклем түбәндәге өлгө буйынса бирергә кәрәк:

  • Китаптың исеме, авторҙың исеме, атаһының исеме, фамилияһы, баҫып сығарылған урыны (ҡала), нәшриәт атамаһы, сыҡҡан йылы, мәҡәләлә файҙаланылған мәғлүмәт булған биттең (биттәрҙең) һаны.

Мәҫәлән:

  • Биофизика фотосинтеза / Под ред. проф. А. Б. Рубина. — М.: Изд-во МГУ, 1975. — С. 221—223.

Мөмкинлек булғанда, ҡулланылған баҫма сығанаҡты Google, Яндекс һ.б. эҙләү системаларында эҙләүҙе еңелләштереү өсөн, уның халыҡ-ара стандарт номерын (ISBN) күрһәтергә кәрәк.

Ҡулланылған әҙәбиәтте урынлаштырыу өсөн {{Публикация}} йәки {{Китап}} ҡалыбы менән эшләү уңайлы.

Башҡа телдәрҙәге сығанаҡтар

үҙгәртергә
  ВП:ИНЯЗ

Рус Википедияһы уҡыусыларға уңайлы булһын өсөн мөмкин тиклем рус телендәге сығанаҡтарҙы килтерергә тырыша. Бер үк сифатлы һәм ышаныслы сығанаҡ булғанда башҡа телдәрҙәге сығанаҡтарға ҡарағанда рус телендәге сығанаҡтарға өҫтөнлөк бирелә. Шуға ҡарамаҫтан, башҡа телдәрҙәге сығанаҡтарҙы рус телендәге критерийҙарға ярашлы тикшереп була икән, уларҙы ла ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, татар телле Википедияла барлыҡ телдә барлыҡ кимәлдә (муниципаль кимәлдә лә) нәшер ителгән баҫма сығанаҡтар ҡулланыла ала.

Википедия мөхәрирре (вики-ирекмән) йәки башҡа тәржемәселәр башҡарған эштәрҙә лә хаталар осрауы мөмкин. Шуға күрә уҡыусыларҙың тәүсығанаҡта нимә тиелеүен, нисек яҙылыуын, ысынлап та сығанаҡ абруйлымы, тәржемә дөрөҫ эшләнгәнме икәнлеген үҙ аллы тикшереү мөмкинлеге булырға тейеш.

Шулай итеп, материал рус теленән башҡа телдә яҙылған осраҡта:

  • Әгәр сығанаҡҡа һылтанма бирелһә, Википедия мөхәррирҙәре тәржемәһенә ҡарағанда баҫтырылған тәржемәләр өҫтөнлөклө булып тора.
  • Әгәр мөхәррирҙәр мәҡәләлә өҙөмтә ҡулланып, унда үҙенең тәржемәһен файҙаланһа, уҡыусы мәғлүмәтте һәм тәржемәнең дөрөҫлөгөн тикшереп ҡарай алһын өсөн башҡа телдәге төп нөсхәнең тулы өҙөмтәһен ҡуйыу мотлаҡ.

Сығанаҡтар һәм һылтанмалар

үҙгәртергә

Мәҡәлә яҙғанда абруйлы сығанаҡтарҙы ҡулланыу зарур, әммә текст эсендәге һылтанмала «Һылтанмалар» бүлегендә абруйлы сығанаҡтар критерийҙарын ҡәнәғәтләндермәгән материалдарҙы ла ҡуйырға мөмкин. Һылтанмалар ҡуйғанда Википедия:Тышҡы һылтанмалар һәм Википедия:Сығанаҡтарға һылтанмалар ҡағиҙәләре һәм аңлатмаларын ҡулланырға кәрәк. Тәү сиратта Википедияның эске һылтанмаларына өҫтөнлөк бирелә. Әгәр эске һылтанмаларҙың бер нисә варианты бар икән, абруйлы сығанаҡтар критерийҙарына тап килгән һылтанмаларға өҫтөнлөк бирелә.

Ышаныслы сығанаҡтарға миҫалдар

үҙгәртергә

Абруйлы, тикшереп булған һәм һәр кем эҙләп таба алған сығанаҡтарға күп осраҡта 35 томлыҡ Рәсәйҙең Ҙур энциклопедияһы, 30 томлыҡ Ҙур совет энциклопедияһы, 30 томлыҡ Ҙур совет энциклопедияһы һәм башҡа сығанаҡтар (ҡарағыҙ. тулы булмаған исемлек).

«Сығанаҡ» терминын мәҡәләләрҙә ҡулланыу

үҙгәртергә

Иғтибар итегеҙ, «сығанаҡ», «абруйлы сығанаҡ» терминдары — Википедия мөхәрирҙәренең һөнәри жаргоны. Был терминдарҙы мәҡәләләрҙә ошо мәғәнәлә ҡулланмағыҙ, сөнки уҡыусылар һүҙҙең Википедия мөхәррирҙәре өсөн мәғлүмәт сығанағы тураһында барғанын аңламауы ихтимал. Улар был һүҙҙе тикшеренеүселәр (мәҫәлән, тарихи сығанаҡтар) өсөн тип уйлауы бар. Шуға күрә, мәҡәләләрҙең фекер алышыу битендә беҙ: «төрлө сығанаҡтарҙы был төрлөсә аталырға мөмкин» тип яҙабыҙ, ә мәҡәләнең эсендә: «төрлө авторҙар быны тегеләй ҙә былай ҙа атай» тип яҙабыҙ.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Джимми Уэйлс: «[…] I do agree […] that more sources is good, and […] one of our goals will be to provide more articles with more extensive information about „where to learn more“, i.e. cite original research, etc., as much as we can» («Wikipedia Founder Jimmy Wales Responds», интервью Slashdot, июль 2004).
  2. Джимми Уэйлс. «Отсутствие информации предпочтительнее вводящей в заблуждение или ложной информации». архив рассылки электронной почты WikiEN-l (16 май 2006). Дата обращения: 11 ноябрь 2019. Архивировано 6 апрель 2011 года.
  3. См., например список Джеффри Билла, а также получившие широкую известность мистификацию физика Алана Сокала и мистификацию группы учёных-гуманитариев под руководством философа Питера Богоссяна (инг.)баш.
  4. Учитывая случаи мошенничества в науке с публикациями в таких авторитетных научных журналах, как The Lancet, Nature и Science
  5. В качестве примера крайне некачественного издательства см. LAP LAMBERT Academic Publishing и другие издательства входящие в группу VDM Publishing.
  6. См. подробнее Конфликт интересов и Википедия: Конфликт интересов.
  7. Следует также помнить, что законы некоторых стран ограничивают освещение материалов организаций, признанных экстремистскими. В частности, Федеральный закон РФ «О противодействии экстремистской деятельности» запрещает публикацию или трансляцию подобных материалов.
  8. См. например Мошенничество в науке, Фальсификация истории и Фальшивые новости.