Беларусь
| |||||
Гимн: «Беҙ, беларустар» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 26 декабрь 1991 йыл (СССР-ҙан) | ||||
Рәсми телдәр | беларус, урыҫ | ||||
Баш ҡала | Минск | ||||
Эре ҡалалар | Минск, Гомель, Могилёв, Витебск, Гродно, Брест | ||||
Идара итеү төрө | президент республикаһы[1] | ||||
Президент Премьер-министр |
Александр Лукашенко Андрей Кобяков[2] | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
84 207 600[3] км² 2,26 %[3] | ||||
Халыҡ • Һаны (2015) • Халыҡ тығыҙлығы |
▲9 498 700[4] чел. (93) 46[5] чел./км² | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения |
166,786 млрд[6] долл. 17 620[6] долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
71,71 млрд[6] долл. 7664[7] долл. | ||||
КПҮИ (2013) | ▲ 0,786[8] (юғары) (53 урын) | ||||
Этнохороним | беларуслылар | ||||
Валюта | беларус һумы (BYR, код 974) | ||||
Интернет-домен | .by[d] һәм .бел[d] | ||||
Код ISO | BY | ||||
МОК коды | BLR | ||||
Телефон коды | +375 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d][9] һәм Европа/Минск[d][10] |
Беларусь (бел. Рэспубліка Беларусь ), рәсми исеме — Беларусь Республикаһы (белар. Республика Беларусь ) — Көнсығыш Европа дәүләте. 2016 йылдың башына халҡы 9 498 700 кеше тәшкил итә, территорияһы — 207 600 км². Халыҡтың һаны буйынса туҡһан өсөнсө урынды биләй һәм территорияһы буйынса донъяла һикһән дүртенсе урында.
Дәүләттең баш ҡалаһы һәм иң эре ҡалаһы — Минск. Дәүләт телдәре булып беларус теле һәм урыҫ теле тора.
Унитар дәүләт, президент республикаһы. 20 июль, 1994 йыл. Президент посын Александр Лукашенко алды. Һуңынан шулай уҡ 2001, 2006, 2010 һәм 2015 йылдарҙағы һайлауҙарҙа ул, еңеп сығып, Президент булып ҡалды.
6 өлкәгә бүленгән. Минск ҡалаһы республика буйһоноуындағы ҡала статуслы.
Төньяҡ-көнбайышта республика — Литва, Польша, төньяҡта — Латвия, көнсығышта — Рәсәй Федерацияһы, көньяҡта — Украина менән сиктәш.
Һатып алыу һәләте 2013 йылда 166,786 млрд доллар тәшкил иткән (яҡынса йән башына 17 620 АҠШ доллары). Аҡса берәмеге — беларус һумы.
1919 йылдың 1 ғинуарында Беларусь Совет Социалистик Республикаһы төҙөлә. Ул совет республикаларының дүртәүһе араһында 1922 йылдың 30 декабрендә СССР төҙөү тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйыусыларҙың береһе. 1991 йылдың 19 сентябрендә был ил «Республика Беларусь» тип атала башлай, һәм ошо ваҡытта уның яңы гербы, флагы, шулай уҡ яңы Конституцияһы һәм граждандар паспорты булдырылды. 1991 йылдың 8 декабрендә РСФСР һәм Украина араһында БДБ төҙөү тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Беларусь Республикаһы БМО, БДБ, ОДКБ, ЕврАзЭС, Союздаш дәүләттең һәм ЕАЭС-тың ойоштороусыһы.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме Белая Русь (лат. Ruthenia Alba) һүҙенән килеп сыҡҡан. Хәҙерге ваҡытта уның исеме нисек барлыҡҡа килеүе тураһында бер нисә версия бар. Этно-дини теория буйынса Бөйөк Литва кенәзлегендәге христиан славяндар йәшәгән ер Белая Русь, тип, ә мәжүси (язычник) балттар йәшәгән ер Черная Русь тип аталған.
Башҡа теориялар буйынса был ерҙәрҙә йәшәгән халыҡтар аҡ кейемдәр кейеп йөрөгәнгә күрә һәм сәстәре аҡһыл-һары төҫтә булғанға, был ерҙе Белая Русь тип атағандар тип фараз ҡылына.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнсығыш Европала урынлашҡан. Латвия, Литва, Польша, Рәсәй Федерацияһы һәм Украина менән сиктәш. Майҙаны — 207 600 км²[11].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң боронғо тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юғары палеолитка Беларусьтың Бердыж һәм Юровичи тораҡтары ҡарайҙар.
Беренсе сәйәси берләшмәләрҙең барлыҡҡа килеүе VI—IX быуаттарға ҡарай. Был процесс славяндарҙың таралып ултырыуы менән тығыҙ бәйләнгән булған. Урындағы балттарға килеп ҡушылған славяндарҙан яңы ҡәбиләләр союзы, шул иҫәптән кривичтәр, дедовичтәр, радимичтар, ятвягтар, литвалар һәм башҡалар, барлыҡҡа килеп, улар был ерҙәрҙәге беренсе дәүләттәрҙең барлыҡҡа килеүенең башында торғандар.
Боронғо урыҫ дәүләте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]IX быуаттың аҙағында Рюриктәрҙең Боронғо урыҫ дәүләте барлыҡҡа килгән. Уның барлыҡҡа килеүендә «варягтарҙан гректарға» сауҙа юлы төп ролде уйнаған. Был юл хәҙерге Беларусь территориялары аша үткән. Боронғо урыҫ дәүләтенең башлыҡтары урындағы кенәздәрҙең ҡәбиләләре менән ҡаты яуҙарҙа алышҡандар. 988 йылдар тирәһендә бөйөк кенәз Владимир Урыҫ дәүләтен суҡындырған, һәм 992 йылда Полоцкиҙа, ә 1005 йылда Туровта епархия барлыҡҡа килгән .
XI быуатта Киевтән Полоцк кенәзлеге айырылып сыға. XII быуат уртаһында Боронғо урыҫ дәүләте тарҡала һәм тиҫтә ярым урыҫ кенәзлектәренә бүленә. 1237—1240 йылдарҙа татар-монголдарҙың ябырылыуы арҡаһында күп кенә урыҫ ерҙәре бөлгөнлөккә төшә, тик беларус ерҙәре генә именлектә ҡала.
Бөйөк Литва кенәзлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIII быуаттың 40-сы йылдарында ҡайһы бер литва һәм урыҫ ерҙәрен кенәз Миндовг баҫып алыу сәбәпле Бөйөк Литва кенәзлеге барлыҡҡа килә. Был бик ҡатмарлы хәрби-политик шарттарҙа үтә, сөнки көнбайыштан һәм көньяҡтан монголдар, ә көнбайыштан тәре йөрөтөүселәр баҫыша. 1251 йылда Миндовг христиан динен ҡабул итә, ике йылдан һуң король тажын башына кейә. 1260 йылда тәре йөрөтөүселәрҙе һуғышта еңгәс, ул, христианлыҡты ташлап, яңынан мәжүсилеккә ҡайта һәм Тевтон һәм Ливон ордендары менән көрәшеүен дауам итә.[12]
XIV быуаттың башында Бөйөк Литва кенәзлегенең баш ҡалаһы Вильнола була. Был кенәзлек төрлө милләт кешеләренән һәм төрлө дингә табыныусыларҙан тора. Урыҫ ерҙәренең бер өлөшөнән һәм Жемайтиянан барлыҡҡа килгән Литва кенәзлеге бик йыш ҡына тәре йөрөтөүселәр һәм татар-монголдар менән бәрелешеп тора. Улар Гедимин, Ольгерд һәм Витовт кенәздәр идара иткән йылдарҙа үҙ кенәзлектәренең биләмәләрен төрлө һуғыштарҙан һуң бик күпкә ҙурайталар.[13]
1385 йылда Крев берләшмәһе (унияһы) барлыҡҡа килә, уның башында Польша короле Ягайло тора. 1387 йылда Литваны католиклыҡҡа керетәләр, ләкин Ягайло барыбер Литвала власты үҙ ҡулында тота алмай. Ул үҙенең ике туған ҡустыһы Витовтҡа власты бирә. Витовттың ҡырҡ йыл буйы Бөйөк Литва кенәзлегенең башында торған сағында кенәзлек бик ҙур көскә эйә була.
1529 йылда Беренсе Бөйөк Литва кенәзлеге статуты урынлаштырыла.
Речь Посполитая осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1569 йылда, Ливония һуғышы барышында, Бөйөк Литва кенәзлеге Польша короллеге менән Люблин берләшмәһен төҙөй. Был берләшмә илде конфедерацияға, Речь Посполитая барлыҡҡа килеүгә, илтә. Люблин берләшмәһе арҡаһында кенәзлек үҙенең күп кенә ерҙәренән, закон сығарыу органдарынан мәхрүм ителә. Урындағы элита үҙенән-үҙе поляк телен, мәҙәниәтен һәм экономикаһы торошон ҡабул итергә мәжбүр була. 1697 йылда кенәзлектә эш башҡарыу теле булып поляк теле ҡабул ителә, ул көнбайыш урыҫ телен бөтөнләй алыштыра.
Дәүләт дине булып католицизм ҡабул ителә, тик бик күп беларус ерҙәрендә православие тороп ҡала. Брест сиркәү берләшмәһе ҡарары буйынса 1596 йылда православие иерархтары Римдең өҫтөнлөгөн таныйҙар һәм католицизм менән ризалашалар. Был үҙгәртеүҙәр православныйҙар араһында ҙур ҡәнәғәтһеҙлектәр тыуҙыра, улар униат сиркәүенә ҡаршы сығалар. Шуға ҡарамаҫтан, ахыр сиктә, XVIII быуаттың аҙағында, хөкүмәт алып барған сәйәсәткә буйһоноп, күптәр католик булып китәләр.
XVII—XVIII быуаттарҙа барған үҙ ара ыҙғыштар арҡаһында Речь Посполитая көсһөҙләнә, ул Рәсәй империяһының йоғонтоһо аҫтына инә. Һөҙөмтәлә кенәзлек Рәсәй, Пруссия, Австрия илдәренә бүленеп инә. Бөйөк Литва кенәзлеге тулыһынса Рәсәй империяһында ҡала.
Рәсәй империяһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Литва кенәзлеге ерҙәре Рәсәйҙә бер нисә губернияны тәшкил итә. Улар Төньяҡ-көнсығыш крайы тип аталып йөрөтөлә. Витебская һәм Могилевская губерналары Беларус генерал-губернаторствоһын тәшкил итә. Ул йыш ҡына Беларусь тип атала башлай. Был ерҙәрҙә крепостное право һәм рекрутлыҡ индерелә. 1812 йылғы һуғышта Беларусь крайы һуғышсылары ике ҡаршы тороусы армиялар яҡлы булып һуғышта ҡатнашалар.
1830 йылғы Польша ихтилалынан һуң Рәсәй хәҙерге Беларусь ерендә русификация үткәрә башлай. Был Польша католиктарының йоғонтоһонан беларустарҙы сығарыу маҡсатында үткәрелә. 1839 йылда униат сиркәүе православие менән ҡушыла һәм Бөйөк Литва кенәзлеге статуты бөтөнләйе менән юҡ ителә. Был эш 1863 йылдағы поляктарҙың ихтилалынан һуң Төньяҡ-көнбайыш крайының генерал-губернаторы М. Н. Муравьев-Виленский тарфынан ҙур тырышлыҡ менән үтәлә. 1866 йылда беларус теле Рәсәй империяһында бөтөнләй тыйыла.
Русификация политикаһы беларус телендә яҙыусы күп кенә яҙыусыларҙы килтереп сығара (Винцент Дунин-Марцинкевич, Франтишек Богушевич, Янка Лучина һәм башҡалар). Социаль-иҡтисади модернизация һөҙөмтәһендә сәнәғәт үҫә башлай, демография йәнләнә. 1863—1864 йылдарҙағы поляк ихтилалы беларус халҡын үҙен-үҙе аңлауына, аңының үсеүенә, тарихта үҙенең тотҡан урынын аңлауға килтерә .
1914 йылда башланған Беренсе донъя һуғышында Рәсәй империяһы Антантаға ҡушылып һуғыша башлай. 1915 йылдың август-сентябрь айҙарында Германия Көнбайыш Беларусьны оккупациялай һәм әлеге участокта фронт тигеҙләшеп тора.
1917 йылда Февраль революцияһы һөҙөмтәһендә Рәсәй империяһы юҡҡа сыға һәм Петроградта власть Ваҡытлы хөкүмәткә күсә.
1917 йылғы революция һәм Совет-поляк һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылдағы Октябрь революцияһынан һуң Рәсәйҙең оккупацияға эләкмәгән ерҙәрендә власть Советтар ҡулына күсә. Минскиҙә ноябрь айында Көнбайыш өлкәһендә эшсе һәм һалдат депутаттары Советының съездары үтә. Минск һәм Вилен губернияларында крәҫтиәндәрҙең III съезы һәм Көнбайыш фронт һалдаттарының II съезы үтә. Улар Көнбайыш өлкәһенең һәм фронтының Советтәренең башҡарма комитетын һәм Халыҡ комиссарҙары Советын ойоштора. 1917 йылдың декабрендә Беренсе бөтә беларус съезы башлана. Ул, бөтә власть Башҡарма Комитет ҡарамағына бирелә тип, декларация яһай. Шуның һөҙөмтәһендә большевиктәр съезда эшләүҙән баш тарталар һәм улар Ҡөнбайыш өлкәһенең Халыҡ комиссарҙары ҡарары буйынса съезды ҡыуалар.
1918 йылдың мартында Брест-Литовскиҙә тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөлә. Был килешеү буйынса Беларусьтың оккупацияға эләкмәй ҡалған ерҙәренең күп өлөшө Көнбайыш Беларусь менән бер рәттән Германия контроле аҫтына эләгә. 1918 йылдың мартында Беларусь Халыҡ республикаһы иғлан ителә. Версаль тыныслыҡ килешеүе буйынса Германия элекке Рәсәй империяһына ингән Польша, Финляндия, Литва, Латвия, Эстония һәм Украинаның бойондороҡһоҙлоғон раҫлай. Тик Беларусь ғына бынан мәхрүм ҡала. Немец ғәскәрҙәре ҡайтып киткәс, Беларусьтың ҙур өлөшө Ҡыҙыл армия тарафынан баҫып алына. Был ерҙәрҙе үҙҙәренеке тип һанаған Польша менән 1919 йылдың яҙы һәм көҙөндә совет -поляк фронты асыла.
В. И. Лениндың күрһәтмәһе буйынса 1919 йылдың 1 ғинуарында Смоленскиҙә Беларусь Совет Социалистик Республикаһы иғлан ителә. Ул РСФСР составындағы республика булып һанала һәм баш ҡалаһы Минскигә (Ҡыҙыл Армия тарафынан һуғышһыҙ-ниһеҙ ун һигеҙенсе йылдың декабрендә уҡ алынған була) күсерелә. 1919 йылдың 31 ғинуарында ул РСФСР составынан сығарыла һәм Беларусь Совет Социалистик Республикаһына әйләнә. 1919 йылдың 3 февралендә илдең Конституцияһы ҡабул ителә.
27 февраль, 1919 йыл. Беларусь республикаһы составынан Смоленский, Витебский, Могилевский губерналары РСФСР составына ҡайтарыла, ә ҡалған ерҙәрендә Литва Совет Республикаһы һәм Литва-Беларусь Совет Социалистик Республикаһы төҙөлә. 1919 йылдың мартында Литваның Тариба ғәскәрҙәре немец ғәскәрҙәре булышлығында Литвала һуғыш асып ебәрәләр. Уның һөҙөмтәһендә 1919 йылдың 19 июлендә Литва-Беларусь йәшәүҙән туҡтай.
Ҡыҙыл Армия Беларусьтың ҙур өлөшөн баҫып алғандан һуң, 1920 йылдың 31 июлендә Минскиҙә ҡабат Беларусь Социалистик Совет Республикаһы иғлан ителә. 1922 йылда, СССР төҙөлгәс, ул яңынан Беларусь Совет Социалистик Республикаһы исемен йөрөтә башлай. Ригалағы килешеү буйынса Көнбайыш Беларусьтың ерҙәре Польшаға ҡушыла. Был килешеүгә ризаһыҙлыҡ белдергән партизан отрядтары Көнбайыш Беларусьта 1925 йылға тиклем Польшаға ҡаршы һуғышып йөрөй.
1920—1930 йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1924 йылдың мартында Витебский, Гомельский, Смоленский губерналарының 15 өйәҙен СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты тарафынан Беларусь Совет Социалистик республикаһына ҡушалар. Был ҡарар БССР-ҙың ғәҙәттән тыш съезында ҡабул ителә. БССР территорияһы 110 584 км²-ға, халҡы — 4,2 млн-ға тиклем арттырыла. Халыҡтың 70,4 % беларустар тәшкил итә.
1920 йылдарҙың урталарында БССР-ҙа ҙур әүҙемлек менән беларусизация үткәрелә, беларус теле һәм мәҙәниәте тергеҙелеп, ҙур үҫеш башлай.
1926 йылдың 12 майындағы Юзеф Пилсудскийҙың Польшала яһаған ҡырҡа боролошонан һуң Гомель и Речицкий өйәҙҙәрен Польшаға кире ҡайтарыуға ҡыҙыҡһыныу арта башлай. Шуға күрә СССР-ҙың ХКЭЭ министрлығы Беларусьны ҙур иғтибар менән күҙәтеү аҫтында тота башлай һәм Көнсығыш Беларусь ерҙәренең Польшаға күсерелеүенә ҡамасаулай. 1926 йылдың 4 мартында ВКП(б) ҮК секретары Николай Шверник Гомель һәм Речицкий өйәҙҙәренең БССР-ға ҡушылыуы тураһында КП(б) губерния һәм ҡала комитеттарында иғлан итә. Шулай итеп, БССР-ҙың сиктәрен, уға көнсығыш беларус ерҙәрен ҡушып, ҙурайтыу тураһындағы ҡарар Мәскәүҙә хәл ителә. БССР-ҙың территорияһы 15 727 км²-ға, ә халҡы — 649 мең кешегә арттырыла.
1920—1930 йылдарҙа Совет Беларусьта индустриализациялаштырыу бик ҙур әүҙемлек менән бара, промышленностың һәм ауыл хужалығының яңы тармаҡтары үҫешә башлай.
Индустриализациялаштырыу башында БССР-ҙа СССР-ҙағы халыҡтың 3,4 % ғына йәшәй һәм 1,6 % сәнәғәт продукцияһы сығарыла. Унда еңел, аҙыҡ-түлек, ағас эшкәртеү һәм химия сәнәғәте була, ә икенсе бишйыллыҡ ваҡытында — машиналар төҙөү һәм төҙөлөш материалдары етештереү уҫә башлай. Байтаҡ иғтибар туҡыу промышленносына бирелә, сөнки уны үҫтереү тиҙ арала эшһеҙлекте бөтөрөү һәм ауыл хужалығында эшләүселәрҙең артыҡ күплеген бөтөрөү проблемаларын хәл итә. Тәге ике бишйыллыҡ ваҡытында Гомель ауыл хужалығы машиналары төҙөү заводы «Гомсельмаш», «Знамя индустриализации» тегеү фабрикаһы , Витебскиҙә КИМ, Оршанскийҙә етен комбинаты, Кричевский цемент заводы, Могилевский авторемонт заводы, Гомель быяла заводы, Белгэс-тың тәүге ике сираты төҙөлә. 11 ҙур торф эшкәртеү заводы барлыҡҡа килә. Өс бишйыллыҡ ваҡытында БССР-ҙа сәнәғәт производствоһы 23 тапҡырға арта (Көнбайыш Беларусьны ҡушып иҫәпкә алғанда 8,1 тапҡырға). Икенсе бөтә донъя һуғышы алдынан БССР бөтә союз сығарған фанераның 33 % сығара, 27 % шырпы һәм металл киҫеүсе станоктарҙың 10%-ын эшләп сығара.
1930-сы йылдарҙа әүҙем коллективизациялаштырыу башлана.
1936 йылға тиклем Беларусь Совет Социалистик Республикаһында рәсми беларус һәм урыҫ телдәренән башҡа, тағы ла поляк һәм идиш телдәре йөрөй. БССР-ҙа 1932—1938 йылдарҙа Польша милли автономиялы Дзержинский поляк милли районы була.
Телдәр реформаһы буйынса 1933 йылда «тарашкевица» яҙыуынан баш тарталар, республикала беларус теле файҙаланыуға тапшыралар . Ул 30 фонетик һәм морфологик үҙенсәлектәре менән урыҫ теленә яҡын тора.
Сталин репрессиялары ваҡытында беларус интеллигенцияһының күп кенә вәкилдәре, зыялылар, аң-белемгә эйә һәм ижади элитаһы, көслө бай тормошло крәҫтиәндәре атылып үлтерелә йәки Себергә һәм Урта Азияға һөргөнгә ебәрелә. 540—570 шағирҙарҙың 440—460 (80 %) шағиры репрессияға эләгә. Әгәр ҙә уларҙың иҫәбенә илдәрен ташлап сығырға мәжбүр булғандарын да индерһәң, 500 автор репрессияланған (90 %), был СССР-ҙа репрессияланған әҙәбиәтселәр (2000) һанының дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә. Лагерҙар аша үткән кешеләрҙең һаны 600—700 мең кеше, атып үлтерелгәндәре — кәмендә 300 мең кеше тәшкил итә. Репрессияланған кешеләрҙең күбеһен поляктар тәшкил иткән, улар күбеһенсә 1938 йылда тарҡатылған Поляк милли районынан булғандар һәм Ҡаҙағстан менән Себергә күсерелеп ебәрелгәндәр.
Көнбайыш Белоруссия һәм уның янындағы Украина, Литва һәм Польша территорияһының ерҙәре Польша властары тарафынан 4 воеводствоға: Белосток, Виленский, Новогрудский һәм Полесскийға — бүленгән.
Көнбайыш Беларусь территорияһында Польша хөкүмәте Рига килешеүҙәре нигеҙҙәрен һаҡламай, илендәге бөтә этник төркөмдәрҙең бер тигеҙ булыуҙары тураһындағы хоҡуҡтарын боҙа. 1923 йылда 400 беларус мәктәбенең бары 37-һе генә һаҡланып ҡала. Бер үк ваҡытта Көнбайыш Беларусьта 3380 поляк мәктәбе асыла.
1938—1939 йылдарҙа бары 5 беларус дөйөм белем биреү мәктәбе тороп ҡалған. 1300 православие сиркәүе католик сиркәүенә халыҡтың ризаһыҙлығынан башҡа үҙгәртелгән. «Беларусь тарих энциклопедияһы» мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Көнбайыш Беларусь ерҙәренә поляк колонистары һәм чиновниктары мәңгелеккә килеп урынлашҡан. Уларҙың һаны 300 меңгә яҡын булған. Уларға «Польшаға дошман ҡарашлы» тип табылған кешеләрҙең имениелары тартып алынып бирелгән .
1922 йылдағы һайлауҙарҙан һуң Көнбайыш Беларусьтың 11 депутаты,3 сенаторы Польшалағы беларус халҡының мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында «Беларус депутат клубын» ойоштора. 1923 йылдың октябрендә Польша компартияһы (КПП) иҫәбенә автономия хоҡуғында ингән Көнбайыш Беларусь Коммунистәр партияһы төҙөлә. 1926 йылда , Польшала авторитар режимлы « таҙартыу» башланғас, бәләкәй милләттәрҙе ҡыйырһытыу бигерәк ныҡ көсәйеп китә. 1927 йылда Бронислав Тарашкевич, Семен Рак — Михайловский һәм башҡа поляк сеймының депутаттары ҡулға алына, ә март айында БИРГ тыйылды. 1928 йылда беларус ерҙәренән сеймға һайланған 10 беларус-депутат, һәм 2 сенатор, 1930 йылда — бер беларус депутат була, ә 1935 һәм 1938 йылдарҙа — сеймда бер генә беларус милләтле депутат та булмай. 1934 йылда Береза-Картузская ҡалаһында (хәҙерге Береза ҡалаһы, Брест өлкәһе) властарға ҡаршы булған кешеләрҙе өс ай буйына тотҡонда тотоу өсөн концентрацион лагерь асыла. Коминтерндың 1938 йылдағы КПП һәм КПЗБ-ны таратыу тураһындағы ҡарары милли -азатлыҡ өсөн барған көрәшкә бик ныҡ зарарлыҡ килтерә. Һуңыраҡ, КПЗБ-ның элекке етәкселәренең күбеһе репрессияға дусар ителә.
1930 йылдар уртаһында Көнбайыш беларус халҡының 43 проценты элеккесә үк уҡый-яҙа белмәй, Польшалағы студенттар араһында барлығы 200 кеше беларус милләтле була. 1939 йылда бөтә мәктәптәр поляк мәктәптәренә әүерелдерә, 500 православие храмдарының 300-е католиктарҙың костелына әйләнә. Бөтә донъя иҡтисади кризисы илдең иҡтисади артта ҡалыуына һәм ауыл хужалығы менән көн күреүселәрҙең һаны артыуға килтерә. Беларусьтың бик күп халҡы Көнбайыш Европаға һәм Америкаға эмиграцияға китә.
Икенсе бөтә донъя һуғышында Беларусь
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нацистик Германия һәм СССР араһында 1939 йылдың сентябрендә Молотов- Риббентроп Пакты төҙөлөп,Польшаға СССР от 2.11.1939 о включении Западной Белоруссии в состав СССР и воссоединении её с БССР 1939 йылдың сентябрендә һөжүм иткәндән һуң, 1939 йылдың 2 ноябрендә СССР Законы буйынса Көнбайыш Беларусь (үҙ эсенә Белосток өлкәһен алып) БССР составына индерелә. Был ҡушылыу һөҙөмтәһендә Көнбайыш Беларусьтың 130 мең халҡы репрессиялана, 30 меңгә яҡыны атып үлтерелә.
1941 йылдың 22 июнендә Германия Советтар Союзына һөжүм итә. Беренсе баҫымдарға БССР территорияһы эләгә, һәм һуғыштың тәүге айҙарында уҡ ул оккупация аҫтында ҡала. Оккупация йылдарында Беларусь территорияһында Европалағы иң көслө партизандар хәрәкәте барлыҡҡа килә.
Июнь—август, 1944 йыл. «Багратион» операцияһы ваҡытында БССР территорияһы Ҡыҙыл Армия тарафынан азат ителә. 1945 йылда БССР Берләшкән Милләттәр Ойошмаһын ойоштороусы илдәрҙең береһе була. Шул уҡ ваҡытта барлыҡ мәсьәләләрҙе Беларусь, Светтар Союзының башҡа делегациялары менән ярашып, хәл итә. 1945 йылда Польшаға Белосток ерҙәре ҡайтарылып бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Беларусьтың хәҙерге сиктәренең эсендә йәшәгән 2,5—3 млн самаһы халҡы ҡырыла, шулар эсендә 715 мең еврей булған.
Һуғыштан һуңғы Беларусь
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыш тамамланғандан һуң, Беларусь территорияһында тағы бер нисә йыл советтәргә ҡаршы партизан төркөмдәре хәрәкәт итә. Улар Польшаның Армия Крайова, шулай уҡ беларус төркөмдәре булалар. Улар менән Көнбайыштың специаль хеҙмәттәре бәйләнешкә сығырға маташалар. НКВД отрядтәре уларға ҡаршы язалау операциялары алып баралар.
1986 йылда Беларусь һәм Украина ССР-ы сиктәрендә тағы ла бер афәт — Чернобыль катастрофаһы була. Радиация, БССР-ҙың байтаҡ өлкәләренә инеп, уны ҡаҡшата, зыян килтерә.
27 июль, 1990 йыл. Беларусь ССР-ның дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларация ҡабул ителә.
25 август, 1991 йыл. Декларацияға Конституцион Закон статусы бирелә. Ә 19 сентябрҙә БССР «Беларусь Республикаһына» әйләнә. Был йылдың декабрендә СССР тулыһынса йәшәйешен туҡтата.
Беларусь Республикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беларусь, СССР иленән сыҡҡандан һуң, парламент республикаһы булып китә. Илдең Юғары Советының беренсе рәисе — Станислав Шушкевич.
1994 йылда Беларусь Республикаһының Конституцияһы ҡабул ителә, шулай уҡ тәүге тапҡыр президент һайлауҙары үтә. Президенты итеп Александр Лукашенко һайлана, ә Беларусь парламент республикаһынан парламент-президент республикаһына әйләнә. 1995 йылда илдә референдум үткәрелә, уның һөҙөмтәһе буйынса урыҫ теле, беларус теле менән бер рәттән, дәүләт теле статусын алды. Референдум арҡаһында герб менән флаг үҙгәртелде, Конституция системалы һәм тупаҫ боҙолған саҡта ил Президенты парламентты таратыу хоҡуғына эйә була. Шулай уҡ Президент тарафынан Рәсәй экономикаһы менән интеграциялашыуға илдең политик курсы яйлана.
1997 йылда Беларусь үҙ территорияһындағы 72 межконтиненталь ядро башлы СС-25 ракеталарын үҙенән ситкә сығарҙы. Беларусь ядро ҡоралһыҙ ил статусын алды.
1996 йылда Беларусьта Президент менән парламент араһында ҡаршылыҡтар сығыу арҡаһында ил политик кризисҡа инә. Президент инициативаһы менән илдә референдум үткәрелә, Конституцияға өҫтәлмәләр, үҙгәрештәр индерелә. Улар Президенттың хоҡуҡтарын киңәйтә һәм парламент-президент илен Президент идараһындағы илгә әйләндерә. Ҡайһы бер дәүләттәр һәм халыҡ-ара органдар (ОБСЕ, Совет Европы һәм Европейский союз) был референдумдың һөҙөмтәләрен, референдум ҙур етди боҙоуҙар менән үткәрелде тип, рәсми рәүештә танымайҙар. Референдумдан һуң Президент һайлауҙарына биш йыллыҡ ваҡыт яңынан һанала башлай, һәм киләһе Президент һайлауҙары 2001 йылда ғына үткәрелә. Һайлауҙарҙың беренсе турында Александр Лукашенко еңеп сыға.
2004 йылда илдә яңынан референдум үткәрелә,уның һөҙөмтәһендә ил Конституцияһынан Президетлыҡ срогын сикләүҙәр алып ташлана һәм Александр Лукашенко буласаҡ Президент һайлауҙарында ҡатнашыу хоҡуғына эйә була.
19 март, 2006 йыл. Александр Лукашенко өсөнсө тапҡыр яңынан ил Президенты булып һайлана. Шунан һуң оппозиция куп кешеләр ҡатнашлығында протест акциялары үткәрә
19 декабрь, 2010 йыл. Дүртенсе Президент һайлауҙары үткәрелә. Унда Александр Лукашенко дүртенсе срокка Президент булып үтә. 2001 һәм 2006 йылдарҙағы илдә үткән һайлауҙарҙың һөҙөмтәһен танымаған кеүек үк, был һайлауҙарҙың да һөҙөмтәһен ОБСЕ, АҠШ һәм Европа союзы танымай. Илдә протест акциялары булып үтә.
2011 йылда финанс кризисы башлана. Ул яңы протест акцияларына килтерә.
2014 йылда Беларусьта валюта — финанс кризисы булды.
2015 йылдың октябрендә илдә бишенсе Президент һайлауҙары үтте. Александр Лукашенко, рекордлы 83,49 % тауыш яулап, тағы ла Президент булып һайланды. Дөйөм протест акциялары үтмәгәс, был юлы Европа Берләшмәһе санкциялары алып ташланды. ЕС тарафынан санкцияларҙы юҡ итеү 2015 йылдың йәйендә бер нисә сәйәси тотҡонлоҡто, шул иҫәптән Николай Статкевичты азатлыҡҡа сығарыу арҡаһында булды.
Хөкүмәт төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Башҡортостан менән бәйләнеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гутин Илья Львович (2.12.1918—11.11.2014), рәссам, 1975 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1995). Сығышы менән Могилев губернаһының Рогачёв ҡалаһынан.
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Белоруссияла ислам
- Белорус мәҙәниәте
- Белоруссия хөкүмәттәре башлыҡтары
- Беларусь Республикаһының дәүләт наградалары
- Белоруссияның юғары уҡыу йорттары исемлеге
- Белоруссия сәнәғәте
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Государства и территории мира. Справочные сведения // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 14. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ Кадровые изменения в правительстве РБ
- ↑ 3,0 3,1 Государственный земельный кадастр республики Беларусь (по состоянию на 1 января 2012 года) 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ «О демографической ситуации в 2015 году» . Национальный статистический комитет Республики Беларусь (27 ғинуар 2016). Дата обращения: 4 февраль 2016. 2016 йыл 3 февраль архивланған.
- ↑ Белстат. Географические характеристики Республики Беларусь (билдәһеҙ) (pdf). Дата обращения: 19 июль 2015.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 IMF: Gross domestic product based on purchasing-power-parity (PPP) valuation of country GDP МВФ: ЭТП по паритету покупательной способности (ППС). Октябрь 2014. (инг.)
- ↑ National Accounts Main Aggregates Database, December 2013, United Nations Statistics Division. Опубликовано: 4 янв. 2015.
- ↑ Human Development Report 2014 . Дата обращения: 28 июнь 2013.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 http://naviny.by/rubrics/society/2011/09/16/ic_articles_116_175144/
- ↑ 10,0 10,1 10,2 https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
- ↑ Энциклопедический географический словарь. — М.: РИПОЛ классик, 2011. — С. 81.
- ↑ Гісторыя Беларусі, Том 2, 2008, с. 60-80
- ↑ Гісторыя Беларусі, Том 2, 2008, с. 150-180
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Белорусская Советская Социалистическая Республика // Большая советская энциклопедия. — М., 1970. — Т. 3. — С. 127—157.
- Круталевич В. А. На путях самоопределения : БНР — БССР — РБ. — Минск: Право и экономика, 1995. — 139 с.
- Круталевич В. А. Республика Беларусь : административно-территориальное устройство. — Минск: Право и экономика, 2001. — 268 с.
- Круталевич В. А. Очерки истории государства и права Беларуси. — 2-е изд. — Минск: Право и экономика, 2009. — 520 с.
- Запрудник Ян. Belarus: At A Crossroads In History. — Westview Press, 1993. — ISBN 0-8133-1794-0.
- Minahan James. Miniature Empires: A Historical Dictionary of the Newly Independent States. — Greenwood, 1998. — ISBN 0-313-30610-9.
- Ю. Бохан і інш. Беларусь у перыяд Вялікага Княства Літоўскага // Гісторыя Беларусі. — Мінск: Современная школа, 2008. — Т. 2. — 688 с. — ISBN 978-985-513-317-0.
|