Мальтус Томас
То́мас Ро́берт Ма́льтус (ингл. Thomas Robert Malthus, 1766—1834) — инглиз священнигы, ғалим, демограф һәм иҡтисадсы, халыҡ һанының контролһеҙ артыуы Ерҙә йәшәү уңайлыҡтарының кәмеүенә һәм аслыҡҡа килтереүе тураһындағы теорияның авторы. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа классик макроэкономикаға нигеҙ һалған тип таныла)[10].
Лондон король йәмғиәте ағзаһы (1818), Француз Әхлаҡ һәм сәйәсәт фәндәре академияһының сит ил ағзаһы (1833), Санкт-Петербург Император фәндәр академияһының сит ил почетлы ағзаһы (1826)[11].
Биографияһы
үҙгәртергәРоберт Мальтус 1766 йылдың 13 февралендә Англияла Суррей графлығындағы Доркей ҡалаһына ҡараған һәм Гилдфорд ҡалаһына яҡын ғына урынлашҡан Рукери имениеһында хәлле дворян Дэниэл Мальтус менән Генриетта (ҡыҙ фамилияһы Грэхем) Мальтус ғаиләһендә тыуа. Ғалимдың атаһы Мальтус Дэниел Давид Юм менән Жан-Жак Руссоның эйәрсене, икеһе менән дә шәхсән таныш булған[10].
1784 йылда Роберт Кембридж университетының Ғайса колледжына уҡырға инә. Унда математика, риторика, латин һәм грек телдәрен өйрәнә. 1788 йылда колледжды тамамлай. 1789 йылда англикан сиркәүенең дьяконы рухани санына бағышлау үтә һәм Уоттон графлығы Окевуд ауылы мәхәлләһендә икенсе священник итеп тәғәйенләнә. Роберт 1971 йылда священник ителә һәм Линкольншир графлығының Уэльсби (инг.)баш. ҡалаһы пасторы итеп тәғәйенләнә. 1793 йылда Ғайса колледжына уҡытыусы булып урынлаша. 1796 йылда рухани булып Олбери (Суррей) ҡалаһына китә. 1804 йылда Мальтус өйләнә — был никахтан өс балаһы тыуа, әммә ейәндәре булмай. 1805 йылда Ост-һинд компанияһы колледжында тарих һәм сәйәси экономия кафедраһы профессоры була, шулай уҡ колледжда священник вазифаһын башҡара[12].
Аралашҡанда Томас Роберт Мальтус, ғәҙәттә, беренсе исемен төшөрөп ҡалдырыр була, үҙен Роберт тип кенә атай, хеҙмәттәренә «Т. Роберт Мальтус» тип имза ҡуя[10].
Роберт Мальтус тоғро христиан ғына түгел, Мәғрифәтселек идеалдарына ла ныҡлы бирелгән була. Ул Аҡылға ышаныу менән Аллаға ышаныуҙың бер-береһе менән бик яҡшы һыйыша алыуын күрһәтә[13].
Мальтус ғүмер буйы фәҡирлектә көн итмәһә лә, бик ябай тормош менән йәшәй, принципиаль һәм эҙмә-эҙлекле рәүештә уға хөкүмәт тәҡдим иткән юғары дәүләт вазифаларынан да, сиркәү карьераһынан да баш тартып, тормошоноң төп эше тип фәнде һанай.
Мальтус 1834 йылдың 23 декабрендә йөрәк ауырыуынан ҡапыл вафат була һәм Бат ҡалаһы аббатлығында ерләнә.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1798 йылда Essay on the Principle of Population ("Халыҡ һаны законы тураһында очерк ") тигән китабын баҫтыра.
Артабанғы төп әҫәрҙәре:
- «Observations on the Effects of the Corn Laws» (1814) — иген закондарын яҡлау;
- «An Inquiry into the Nature and Progress of Rent» (1814) — ер рентаһы теорияһы;
- «Сәйәси экономия принциптары» (1820) — Давид Рикардо һәм Сэй менән полемиканан тора.
Мальтус Король йәмғиәте һәм Француз академияһы ағзаһы[асыҡларға] итеп һайлана, Сәйәси экономия клубына нигеҙ һала, һәм Лондон статистика йәмғиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була.
Үҙенең фәнни ысулында Мальтус «нисбәттәр доктринаһына» таяна, асылы уның һәр ваҡыт сиктәргә ташланыуҙарҙан ҡасыуынан һәм алтын урталыҡты һайлауынан ғибәрәт[14].
Мальтус laissez-faire һәм ирекле сауҙа принциптарын ныҡлы хуплай: «һәр кешегә, ул ғәҙеллек ҡағиҙәләре буйынса эш иткән осраҡта, үҙ мәнфәғәттәрен күҙәтеү рөхсәт ителгәндә, милләттең бай булыуы һәйбәт тәьмин ителер», «хөкүмәттәр капитал ағымдарын һәм сәнәғәтте көйләүгә ҡыҫылырға тейеш түгел, ә һәр кешегә, ул ғәҙеллек ҡанундарына буйһонған осраҡта, эшмәкәрлек һәм килем алыу ирке бирергә тейеш». Был положениеларҙы Мальтус «бөйөк принцип» һәм сәйәси экономияның төп ҡағиҙәләренең береһе тип тасуирлай[15].
Халыҡ һаны теорияһы
үҙгәртергәТеорияның положениелары
үҙгәртергә"Халыҡ һаны законы тураһындағы очерк"тың төп өс тезисы:
- Кешенең нәҫелде дауам итеү биологик ихтыяжы арҡаһында халыҡ һаны, йәшәү өсөн саралар булған осраҡта, даими үҫә.
- Халыҡ һаны йәшәү саралары менән ҡәтғи сикләнә.
- Халыҡ һанының үҫеше уға ҡаршы сәбәптәр менән генә (һуғыштар, эпидемиялар, аслыҡ) туҡтатыла ала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Lundy D. R. The Peerage (ингл.)
- ↑ 3,0 3,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118576860 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ https://en.wikisource.org/wiki/1911_Encyclop%C3%A6dia_Britannica/Malthus,_Thomas_Robert
- ↑ Thomas Robert Malthus // Babelio (фр.) — 2007.
- ↑ http://schoolworkhelper.net/thomas-malthus-biography-theory/
- ↑ http://www.florenceinferno.com/malthus-essay-on-the-principle-of-population/
- ↑ http://musicandhistory.com/music-and-history-by-the-year/93-1834.html
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 9,6 9,7 Kindred Britain
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Palgrave (Pullen), 2018, с. 8133
- ↑ Профиль Томаса Роберта Мальтуса РФА рәсми сайтында
- ↑ Palgrave (Pullen), 2018
- ↑ Апология Мальтуса . www.demoscope.ru. Дата обращения: 14 ноябрь 2017.
- ↑ Palgrave (Pullen), 2018, с. 8134
- ↑ Palgrave (Pullen), 2018, с. 8135