Эстәлеккә күсергә

Аргентина

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аргентина Республикаһы
República Argentina
Флаг {{{Герб урынына}}}
Девиз: «En Unión y Libertad (исп. «Берҙәмлектә һәм азатлыҡта»
Гимн: «Oid, Mortales»
Үҙаллылыҡ датаһы 9 июль 1816Испания)
Рәсми тел Испан теле
Баш ҡала Буэнос-Айрес
Эре ҡалалар Буэнос-Айрес, Кордова, Росарио
Идара итеү төрө Президент республикаһы
Президент
Вице-президент
Премьер-министр
Кристина Киршнер
Амадо Буду
Хуан Мануэль Абал Медина
Дәүләт дине Католицизм
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
8
2 766 890 км²
1,1%
Халыҡ
• Һаны (2010)
• Халыҡ тығыҙлығы

40 091 359[1] чел. (31)
15 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2011)
  • Бер кешегә

710,690 млрд[2] долл. (21)
17500[2] долл.
КПҮИ (2011) 0,797[3] (бик юғары) (45 урын)
Валюта Аргентина песоһы (ARS, код 32)
Интернет-домен .ar
Код ISO AR
МОК коды ARG
Телефон коды +54
Сәғәт бүлкәте -3

Аргенти́на (исп. Argentina [aɾxenˈtina]), рәсми исеме — Аргенти́на Респу́бликаһы (исп. República Argentina [reˈpuβlika aɾxenˈtina]) — Көньяҡ Америкала, территорияһы буйынса Бразилиянан һуң икенсе, халҡы буйынса Бразилия һәм Колумбиянан һуң өсөнсө дәүләт. 24 административ берәмектән: 23 провинциянан һәм Буэнос-Айрестың федераль баш ҡала округынан тора. Донъяла майҙаны буйынса иң ҙур испан телле ил.

Баш ҡалаһы: Буэнос-Айрес.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (1945), Америка дәүләттәре ойошмаһы (ОАГ) (1948), Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы (1995) ағзаһы.

Илдең «Аргентина» тип аталыуы латин телендәге сығарылмаһы лат. argentum (көмөш) яһалма һүҙ булып тора, был һүҙҙәр, үҙ сиратында, грек телендә ἀργήντος (аргентос), элегерәк аҡ, балҡып тороусы, нурлы — ἀργήεις тигәнде аңлата[4]. Αργεντινός (аргентинос) — көмөш тигәнде аңлатҡан грек сифат һүҙ төркөмө[5]. Хуан Диас де Солис Франциско дель Пуэрто ярында ҡалдырған экспедицияны Себастьян Кабот барып алғандан һәм Ла-Платанан төньяҡтараҡ урынлашҡан «Аҡ король» һәм Көмөш тауҙар (Sierra de la Plata) тураһында һөйләгәндән һуң, атамаһы барлыҡҡа килгән. Кабот легендаға ышанған һәм, Магеллан-Элькано экспедицияһы тапҡан Молукк утрауҙарына илткән юлға навигацияны тикшереү буйынса башланғыс планды ҡалдырып, көмөш эҙләргә киткән[6]. Ләкин мәғлүмәт ялған булып сыға — Ла-Плата бассейнында ҡиммәтле металдар ятҡылыҡтары юҡ, легенда инкылар империяһы тураһында мәғлүмәт биргәндер, моғайын, әммә көмөш тураһында хәбәр илгә Аргентина тип исем ҡушыуға сәбәпсе булғандыр[7].

Мартин дель Барко Сентенер 1602 йылда яҙылған «Аргентина һәм Рио-де-ла-Платаны яулау» (La Argentina y conquista del Río de la Plata) поэмаһында тәүге тапҡыр «Аргентина» исемен ҡуллана. Төбәктең был атамаһы XVIII быуатта киң ҡулланылһа ла, 1776 йылда ил рәсми рәүештә Рио-де-ла-Плата Вице-Короллеге тип атала. 1810 йылғы Май революцияһынан һуң ойошторолған үҙ аллы хөкүмәт вице-короллек статусын Берләшкән провинцияларға алмаштыра.

Аргентинаның 1813 йылғы беренсе гимнында ҡулланылғандан һуң, «Аргентина» исеме билдәле була. Унда дәүләттең бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш дауам итеүе күп тапҡыр иҫкә алына. Аргентина Республикаһы тигән рәсми атамаһы тәүге тапҡыр 1826 йылғы Конституцияла теркәлә. Буэнос-Айрес провинцияһы конфедерация составына кире ҡайтҡас, 1859 йылда илдең исеме Аргентина Милләте тип үҙгәртелә. Аргентина Республикаһы атамаһы 1860 йылдың 8 октябрендәге законды ҡабул иткәндән һуң кире ҡайтарыла һәм бөгөнгәсә һаҡлана.

Аргентина донъялағы иң ҙур ун ил иҫәбенә инә. Ул Көньяҡ Америка материгының көньяҡ-көнсығыш өлөшөн һәм Утлы Ер архипелагының көнсығыш өлөшөн биләй.

Көнбайышта Чили, төньяҡта Боливия һәм Парагвай, төньяҡ-көнсығышта Бразилия һәм Уругвай менән сиктәш. Көнсығыш ярҙары Атлантик океан һыуҙары, көньяҡта — Дрейк боғаҙы менән йыуыла.

Ярҙар аҙ киҫелгән, Ла-Плата эстуарийы ғына ҡоро ергә 320 километрға үтеп ингән. Биләмә меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Уның төньяҡтан көньяҡҡа тиклем оҙонлоғо 3,2 мең километр тәшкил итә. Диңгеҙ сиктәренең оҙонлоғо Аргентинаның тышҡы иҡтисади бәйләнештәрен үҫтереүҙә мөһим роль уйнай.

Майҙаны 2,8 млн км² (Аргентина һәм Бөйөк Британия тарафынан бәхәс объекты булған Фолкленд (Мальвина) утрауҙарынан тыш). Ул Ҡаҙағстандан бер аҙға ҙурыраҡ һәм майҙаны буйынса донъяла 8-се урынды биләй.

Тәбиғәте, төньяҡтан көньяҡҡа табан оҙон булып һуҙылыуы һәм рельефта айырмалыҡтар булыуы арҡаһында, төрлө. Өҫкө йөҙөнөң төҙөлөшө буйынса илде яҡынса 63° көнбайыш оҙонлғо ике өлөшкә: тигеҙлек (төньяҡ һәм көнсығыш) һәм ҡалҡыулыҡ (көньяҡ һәм көнбайыш) өлөштәренә бүлергә мөмкин.

Файл:Физическая карта Аргентины.png
Аргентинаның физик картаһы

Аргентинаның бөтә көнбайыш сиге буйлап (Альп тауҙары яһалған осорҙа барлыҡҡа килгән тип фаразлана) Көнбайыш ярымшарҙың иң ҙур тау массивы — Анд үтә. Улар геологик төҙөлөшөнөң ҡатмарлы һәм төрлө булыуы менән айырылып тора.

Төньяҡ-көнбайышта, илдең төньяҡ сиге менән 28° көньяҡ киңлеге араһында, 3000 — 4000 м бейеклектә Пуна ябыҡ вулкан яйлаһы ята. Пунаны көнсығыштан уратып алған тауҙар 6500 метрға тиклем күтәрелә. Уларҙы ҡарлы түбәләре — невадос — ослай.

Анд тауҙары көньяҡҡараҡ ҡырҡа тарая. Рельефтың осло альп формалары өҫтөнлөк иткән үҙәк өлөшөндә (көньяҡ киңлектең 32° һәм 37° араһында) — бейеклеге иң ҙуры. Бында Көньяҡ Американың остары ҡеүәтле ҡар бүректәрен хәтерләткән иң бейек тауҙары — Аконкагуа (6962 м), Тупунгато, Мерседарьо — күтәрелә. Рельеф формаларының битләүҙәрҙең төрлө төҫтәр гаммаһы һәм тауҙарҙың ҡар биҙәге менән тура килеүе Анд тау ландшафттарының үҙенсәлекле матурлығын булдыра.

Төньяҡ сиктәренән алып көнсығышта Парана йылғаһына тиклем төньяҡта, 29° көньяҡ киңлегендә, ваҡланған материал һәм аллювиаль ҡатламдар тулған Гран-Чако тигеҙлеге (25-50 м) ята.

Сальта
Фицрой тауы, Эль Чальтен, Аргентина
Пампинские Сьерры

Парана һәм Уругвай йылғалары араһы — был, нигеҙҙә, ҡалын балсыҡлы аллювий һәм лёсс ҡатламы менән ҡапланған ҡыҙыл ҡомташтарҙан һәм мергелдәрҙән торған тигеҙлек өлкәһе. Өлкәнең төньяҡ өлөшө Бразилия яҫы таулығының бер өлөшө булған лава яйлаһынан ғибәрәт. Йылға араһының үҙәк өлөшө — яҫы һаҙланған уйһыулыҡ. Көньяҡ өлөшө — ҡом өйөмдәре менән киҫелгән ҡалҡыулыҡлы тигеҙлек — кучильяс.

Тәбиғәт ресурстары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рельефтың төрлөлөгө һәм геологик төҙөлөш үҙенсәлектәре арҡаһында Аргентина сәнәғәтте үҫтереү өсөн бай минераль-сеймал базаһына эйә. Әммә, Латин Америкаһының башҡа илдәрендәге кеүек, донъя күләмендәге ятыштар бында юҡ тиерлек. Көнбайыш райондарында мәғдәнле файҙалы ҡаҙылмалары бар. Ил уран, марганец, баҡыр мәғдәндәре, бериллий запастары менән айырыла, ҡурғаш-цинк, вольфрам һәм тимер мәғдәне бар. Аргентина уран мәғдәндәре запасы буйынса донъяның алдынғы ун иле иҫәбенә инә.

Яғыулыҡ-энергетика ресурстарынан тәбиғи газ һәм нефть ҙур әһәмиәткә эйә. Төп ятҡылыҡтар Анд тауҙарының Патагон платформаһы һәм тау араһы бөгөлдәрендә һәм Неукен, Мендоса, Сальта провинцияларында, Утлы Ерҙә урынлашҡан. Аргентинаның ысын тәбиғи газ запастары 600 миллиард кубометр менән баһалана. Айырыуса Неукен провинцияһында ятҡылыҡ асылғас, уны сығарыу арта. Патагонияла бер аҙ һоро күмер запасы бар.

Аргентина металл булмаған ҡаҙылмалар, шул иҫәптән көкөрт запастары менән айырыла. Төрлө төҙөлөш сеймалы (мәрмәр, гранит һ. б.) күп.

Шуның менән бергә дөйөм алғанда территория геологик яҡтан аҙ өйрәнелгән. Аргентина сәнәғәте тармаҡтары үҫешенең төп проблемаларының береһе, коксланыусы күмер, боксит, калийлы тоҙҙар һ. б. етмәүенә ҡарамаҫтан, айырым сеймал төрҙәренең булмауына ғына ҡайтып ҡалмай — ил ситендә, насар үҙләштерелгән райондарҙа уларҙың урынлаштырыуы сиктән тыш насар. Мәҫәлән, Патагонияла (ил территорияһының 30%-ы) минераль сеймал һәм яғыулыҡ, һыу һәм урман ресурстары сығанаҡтарының берләшеүе билдәләнә. Тау сеймалын табыу сәнәғәте продукцияһының яртыһы ошо районға тура килә. Әммә был районда ил халҡының ни бары 3 % йәшәй.

Аргентинаның бай ер ресурстары, тәү сиратта, иҡтисади үҫештең тәбиғи нигеҙе булып тора. Ер фонды структураһында ауыл хужалығы биләмәләре яҡынса 70 % тәшкил итә, әммә көтөүлектәр өҫтөнлөк итә. Пампа биләмәһенең байтаҡ өлөшө һөрөлгән. Агроклимат ресурстарының уңайлы берләшеүе илдең иген хужалығында һәм тәбиғи көтөүлектәрҙәге малсылыҡта халыҡ-ара хеҙмәт бүленешендә махсуслашыуын билдәләне.

Аргентинаның һыу ресурстарында йылғалар төп роль уйнай. Йылға селтәре ике күп һыулы йылға ҡушылған төньяҡ-көнсығышта, Ла-Платаның дөйөм тамағында, яҡшыраҡ үҫешкән. Парана — бассейнының оҙонлоғо һәм майҙаны буйынса Амазонканан һуң икенсе урында торған Көньяҡ Америка йылғаһы. Иң ҙур Аргентина йылғалары ямғыр менән туҡлана. Тауҙарҙа, шулай уҡ Парана һәм Уругвай бассейндарында башланған Патагония йылғалары төп иҡтисади гидроэнергетик потенциалға эйә, әммә был потенциалдың бер өлөшө генә файҙаланыла.


Эль-Пальмар Милли паркы, Энтре Риос

Аргентина үҫемлектәр төрлөлөгө менән айырылып тора: Патагония һәм Пуналағы тропик урмандарҙан алып ярымсүлдәргә тиклем. Төньяҡ Йылға аралығында составында төрлө төрҙәр булған субтропик урмандар үҫә. Бында ҡиммәтле үҙағасҡа эйә араукария, седро, лапачо осрай. Көньяҡтараҡ ҡыуаҡ үҫемлектәр өҫтөнлөк итә, һаҙлыҡлы киңлектәр ҡамыш, ағайрыҡ (тростник), томбойоҡтар менән, ә ҡалҡыу һәм ҡоро ерҙәр — бай үлән япмаһы булған болондар менән ҡапланған. Акацияларҙан, мимозаларҙан, дөйәғош ағасынан һирәгәйгән урмандар, йылға буйҙарында пальма ҡулҡылары (роща) осрай.

Көньяҡҡа табан йүнәлеш буйынса — асыҡ үлән участкалары, Энтре-Риос провинцияһының көньяҡ өлөшөндә Пампаға күсеү өлкәһендә ҡыяҡлы прерия күбәйә. Кечуа индейҙары теленән тәржемә иткәндә ағас үҫемлектәртәре булмаған урынды аңлата. Дымлы Пампаның икһеҙ-сикһеҙ дала киңлектәре ҡасандыр ҡыяҡлылар: ҡылған, ынйыҡас (перловник), ҡырағай тары һәм төрлө төҫлө үлән менән ҡапланған, әммә бында тәбиғи үҫемлектәр аҙ ҡалған, биләмәнең байтаҡ өлөшө һөрөлгән, ә ҡасандыр малсылыҡ өсөн тәбиғи мал аҙығы базаһы булған уны ҡаплаған үлән ҡатламы оҙаҡ ваҡыт мал көтөү һөҙөмтәһендә сүпләнгән һәм үҙенең тәүге ҡиммәтен юғалтҡан.

Ҡоро Пампаға ксерофил үҫемлектәр — тәпәш ағастар, сәнскеле ҡыуаҡлыҡтар, ҡаты үләндәр хас. Ошоға оҡшаш үҫемлектәр ҡоро көнбайышта, тау-ара бассейндарында ла таралған, унда ҡаты ҡыяҡлылар һәм ксерофил ҡыуаҡтарының шәлкемдәре кактустар менән сиратлаша.

Аргентинала ер фондының 12%-ын урмандар биләй. Йылғалар аралыҡтары һәм дымлы Анд ылыҫлы ағастары, шулай уҡ Чаколағы кебрачо урмандары айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙы файҙаланыу алыҫта урынлашҡан булыуы менән ҡыйын, шуға күрә Пампаның иң тығыҙ районында яһалма ағас ултыртырға маташалар.

Чаконың урман ресурстары нығыраҡ үҙләштерелгән, әммә бында, оҙайлы файҙаланыу һөҙөмтәһендә, уларҙы етди һаҡлау һәм тергеҙеү мәсьәләһе киҫкен тора.

Эритрина әтәс тарағы (эритрина петушиный гребень) — Аргентинаның милли сәскәһе.

Аргентинаның милли символдарының береһе — төҫһөҙ аяҡлы ысын мейессе (бледноногий настоящий печник тип аталыусы ҡош)
Ягуар

Аргентинаның фаунаһы, Латин Америкаһының башҡа илдәрендәге кеүек үк, бай һәм төрлө булмаһа ла, күп кенә эндемик төрҙәргә эйә. Был хайуандарҙың барыһы ла тиерлек эндемик, Анд тауҙары һәм уның тау итәктәрендә, шулай уҡ Патагонияның аҙ халыҡлы өлкәләрендә йәшәй. Пунала реликт йәнлек тип иҫәпләнгән күҙлекле айыу осрай.

Пума Патагонияның асыҡ ярымсүллек киңлектәрендә һәм Чако саванналарында таралған. Анд тауҙарында йомшаҡ йөнлө викунья, нәҙберек көмөш төклө чинчилья (шиншилла) осрай. Әммә тегеләре лә, былары ла тулыһынса тиерлек юҡҡа сыҡҡан. Кимереүселәр, броненосецтар, күп. Чако, Йылға аралығында, Патагонияла һаҙ ҡондоҙо (нутрия), ҡамалар киң таралған.

Һаҙлыҡтарҙа һәм күлдәрҙә һыу ҡоштары йәшәй, уларҙың күбеһе үҙенең сағыу төҫө менән айырылып тора. Һыу ятҡылыҡтары ярҙарында фламингоны, селәнде күрергә мөмкин. Урмандарҙа колибриҙар осрай, улар араһында эндемик төрҙәр, мәҫәлән, Патагон Андтарындағы пыр ҙа пыр осоусы зөбәржәт бар. Аргентинала йәшәгән ысын мейессе (настоящий печник) тип аталған ҡош 1928 йылда илдең милли символдарының береһенә әүерелгән.

Вальдес ярымутрауы — малдарҙың миҙгелле миграция үҙәктәренең береһе. Июндән декабргә тиклем бында — көньяҡ шыма киттар, сентябрҙән март-апрелгә тиклем — магеллан пингвиндары һәм косаткалар, декабрҙән мартҡа тиклем һоро дельфиндар йөҙөп килә. Йыл әйләнәһенә бында сыбар дельфиндарҙы, диңгеҙ филдәрен, диңгеҙ арыҫландарын, гуанако, патагон марҙарын, нанду дөйәғоштарын, һоро төлкөләрҙе һәм броненосецтарҙы осратырға мөмкин.

Ягуар, туҡан.

Аргентина өс: тропик, субтропик һәм уртаса климат бүлкәттәрендә урынлашҡан. Илдең көньяғында йәй сағыштырмаса һалҡын: иң йылы айҙың (ғинуарҙың) уртаса температураһы +15 °C. Аргентиналағы эҫелек полюсы — төньяҡтағы Гран-Чако тропик өлкәһе. Йәй көнө унда һауа +30…+40 °C градусҡаса йылына, ҡышҡыһын уртаса температура +17…+20 °C градусҡа етә… Тигеҙлектәрҙә яуым-төшөмдөң йыллыҡ миҡдары көнсығыштан көнбайышҡа табан 1400—1600 мм-ҙан алып 100—300 мм-ға тиклем кәмей, тауҙарҙа ул йәнә арта. Иң күп яуым-төшөм: Көньяҡ Анд тауҙарының көнсығыш битләүҙәрендә — 2000-гә тиклем, ә урыны менән йылына 5000 миллиметрға тиклем, ә тигеҙлек өлкәләренән Аргентинаның төньяҡ-көнсығышында йылына 1600 миллиметрға тиклем була.

Аргентина баш ҡалаһы Буэнос-Айрестың климаты дымлы субтропик. Буэнос-Айрес көньяҡ ярымшарҙа урынлашҡанға күрә, унда йәй декабрҙән февралгә тиклем, ә ҡыш июндән авгусҡа тиклем дауам итә. Ҡышы йомшаҡ, оҙайлы ямғырлы, һирәкләп еңелсә ҡырау төшөүе мөмкин. Йәй оҙайлы, һауа торошо эҫе һәм бик бөркөү, мул яуым-төшөмө менән айырыла. Июлдә уртаса һауа температураһы +10 градус, ғинуарҙа +24 градус тәшкил итә. Ҡала биләмәһендә яуым-төшөм күләме йылына 987 миллиметр тәшкил итә. Баш ҡала Аргентинаның төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә субтропик муссон климатлы субтропик тәбиғәт бүлкәтендә урынлашҡан.[8]

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 43,3 38,7 37,9 33,6 31,0 28,5 30,2 33,7 34,0 34,6 36,8 40,5 43,3
Уртаса максимум, °C 29,5 28,1 26,4 22,6 19,0 15,7 15,1 17,3 18,9 22,2 25,1 28,0 22,3
Уртаса температура, °C 24,8 23,6 22,0 18,2 14,8 11,9 11,1 12,8 14,6 17,8 20,4 23,2 17,9
Уртаса минимум, °C 20,4 19,5 18,0 14,2 11,1 8,5 7,7 9,1 10,6 13,6 16,2 18,7 14,0
Абсолют минимум, °C 5,9 4,2 2,8 −2,3 −2,4 −5,3 −5,4 −4 −2,4 −2 1,6 3,7 −5,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 144 125 154 123 93 58 62 66 76 129 117 110 1256
Һыу температураһы, °C 26 25 24 23 21 18 18 17 17 20 23 24 21
Сығанаҡ: «Погода и Климат»


Хәҙерге Аргентина биләмәһенә б. э. т. 10 меңенсе йылдарҙа һунарсылар һәм йыйыусылар ҡәбиләләре килеп ултырған. Б. э. т. 1 мең йыллыҡтың 2-се яртыһы тирәһендә тау тигеҙлектәре халҡы игенселеккә һәм малсылыҡҡа күсә. 1470-се йылдарҙа хәҙерге Аргентина территорияһын Инктар колонияға әйләндерәләр.

XVI быуат башында Аргентина территорияһында: теуэльче (хәҙерге Патагонияла), Rehuelches, Pampas, Matacos (Чако, Салта һәм Тукуман райондарында), Guaycures, Huerpes, Diaguitas, араукандар-мапуче (Неукенала, Рио-Негро, Чубуте, Ла-Пампе һәм Буэнос-Айреста), Энтре Риостағы, Корриентес һәм Мисьонестағы гуарани (халыҡтар төркөмө) һ. б. — төрлө этник төркөмдәр йәшәгән. Хәҙерге Аргентина территорияһында һаны унда европалылар күренер алдынан индейҙар һаны 300 мең кешегә еткән.

1535 йылда күп һандағы ат һәм провизияға эйә экспедиция башында торған Педро де Мендоса хәҙерге Аргентинаның баш ҡалаһы Санта Мария дель Буэн Айре фортына нигеҙ һала. 1776 йылда Рио де ла Плата вице-короллеге ойошторола, уның составына Парагвай, Аргентина, Уругвай һәм Буэнос-Айрес баш ҡала булған Боливияның бер өлөшө инә. 1805 һәм 1806 йылдарҙа Буэнос-Айресты яулап алырға тырышышҡан инглиз ғәскәрҙәре тар-мар ителә. Эре буржуазия 1810 йылда башланған революцион хәрәкәткә етәкселек итә, ошо хәрәкәттең еңеүе һөҙөмтәһендә Рио де ла Плата Берләшкән Провинциялары ойошторола. 1810 йылдың 25 майында муниципаль совет Вице-Короллекте таратыу һәм король Фенандо VII идараһын индереүҙе иғлан итә.

Ругендас

1816 йылдың мартында Тукуманда бер нисә провинция вәкилдәре йыйыла. 9 июлдә Испаниянан бойондороҡһоҙлоҡ һәм Көньяҡ Американың Берләшкән Провинциялары (һуңыраҡ Рио де ла Плата Берләшкән Провинциялары) ойошторолоуы иғлан ителә. Яңы дәүләт башында Юғары хаким торһа ла, Конгресс дәүләт власы формаһы тураһында килешә алманы. Делегаттарҙың күбеһе, атап әйткәндә, ҡаланан һәм Буэнос-Айрес провинцияһынан делегаттар, конституцион монархия яҡлы була. Һуңынан үҙәкләштерелгән республика системаһы файҙаһына үҙгәртелгән үрҙә күрһәтелгән позиция федераль дәүләт ҡоролошо системаһын яҡлаған башҡа провинцияларҙан килгән делегаттар йөҙөндә оппозиция менән осраша. Ике фракция араһындағы бәхәс 1819 йылғы граждандар һуғышына килтерә.

Генерал Хосе де Сан-Мартин испандарҙы еңгән армияны етәкләй. Сан-Мартин Аргентина, Чили һәм Перуҙың бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш эшенә ҙур өлөш индерә.

Тыныслыҡ килешеүе 1820 йылда тергеҙелгән. Шуға ҡарамаҫтан, төп мәсьәлә, атап әйткәндә, тотороҡло идара итеү формаһын булдырыу, хәл ителмәгән булып сыҡты. Киләһе тиҫтә йылда Берләшкән провинциялар 1825—1827 йылдарҙа Бразилия менән һуғыш арҡаһында анархия хәлен кисерә. Бразилия Уругвайға территориаль дәғүәләр йәһәтенән конфликтта еңелә. Конфликт һөҙөмтәһендә Уругвай үҙ аллы дәүләт булып киткән.

1833 йылда Бөйөк Британия Мальвин утрауҙарын биләй.

Аваи янындағы алыш, Парагвай һуғышы, 1868 й.

Росастың диктатор режимын 1852 йылда быға тиклем Энтре-Риос губернаторы булған генерал Хусто Уркиса етәкселегендәге төркөм ҡолата. Уркиса Уругвай һәм Бразилия ғәскәрҙәре ярҙамында еңгән. 1853 йылда Аргентина Конституцияһы ҡабул ителә, ә Уркиса Аргентина республикаһының беренсе президенты була. Буэнос-Айрес провинцияһы конституцияға ҡушылмай һәм 1854 йылда бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә. Ике дәүләттең үҙ-ара дошманлығы 1859 йылда һуғышҡа килтерә. Аргентина Республикаһы тиҙ арала еңеү яулай, һәм шул уҡ йылдың октябрендә Буэнос-Айрес провинцияһы Конституцияға ҡушыла. Әммә ул тиҙҙән 1861 йылда башланған федераль хөкүмәткә ҡаршы яңы фетнә үҙәгенә әүерелә. Генерал Бартоломе Митре командованиеһы аҫтында фетнәселәр шул уҡ йылдың сентябрендә милли армияны тар-мар итә. 5 ноябрҙә республика Президенты үҙенең отставкаһы хаҡында иғлан итә. Киләһе йылдың майында Митре Конгресс тарафынан президент вазифаһына һайлана, ә Буэнос-Айрес Аргентинаның баш ҡалаһына әйләнә.

Киләһе ун йылда әлеге ваҡытта Рио-Негро провинцияһы булараҡ билдәле Лас-Пампасты яулап алыу башлана, уның барышында аборигендар яғынан янаған хәүеф бөтөрөлә. Генерал Хулио Рока етәкселегендәге Сүллек һуғышы (1879—1880) игенселекте һәм малсылыҡты үҫтереү өсөн уңайлы киң территорияларға юл аса. 1880 йылда Буэнос-Айресты күтәреүгә ҡаршы булған Рока президент вазифаһына һайлана. Ул еңгәндән һуң йылдарҙа Буэнос-Айрес провинциянан айырыла һәм Аргентинаның һәм федераль округтың баш ҡалаһы итеп раҫлана. 1880 йылда барған 50 йыл дауамында Аргентина әһәмиәтле иҡтисади һәм социаль уңыштарға өлгәшкән. XX быуат башында Аргентина донъяның иң бай илдәренең береһенә әүерелә. Илгә миллионлаған европалылар килеүе арҡаһында Аргентинаның популярлығы үҫкән.

Аргентина президенты Иполито Иригойен

Аргентинала 1930 йылдарҙа президент Иполито Иригойенды ҡолатҡан хәрби түңкәрелеш башланыр алдынан социаль хәл 1930 йылға тиклем тотороҡло булып ҡала.

Эва Перон һәм Хуан Доминго Перон

1946 йылда Перон Хуан Доминго Аргентина президенты итеп һайлана. Социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа етәкселек иткән Перон һәм уның ҡатыны Эва (Эвита) халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулай. 1952 йылда Перон ҡабат президент итеп һайлана. Ул үҙенең күренекле һәм көслө рухлы ҡатыны Эва менән ҡаты иҡтисади реформа үткәрә. Программа Аргентинаның индустриялаштырылыуына һәм үҙбилдәләнешенә ҙур иғтибар бүлә, ул консерватив милләтселәр фракцияһы һәм эшселәр тарафынан хуплана. Перондың дәүләтте секулярлаштырырға маташыуы Католик сиркәүе менән конфликтҡа килтерә. 1955 йылда Перон режимы ҡолатыла.

Бер нисә хәрби һәм граждандар хөкүмәтен алмаштырғандан һуң, Перон 1973 йылда власҡа кире ҡайта, ләкин 1974 йылда вафат була, президент вазифаһына уның сәйәси тәжрибәһе булмаған өсөнсө ҡатыны, вице-президент Исабель тәғәйенләнә. Ул идара иткән осорҙа марксист йүнәлешле Монтонерос революционерҙары террор ойоштора, ул 1976 йылда хәрби түңкәрелеш ойоштороуға сәбәп була. Ул саҡта армия хәрбиҙәр «емергес элементтар» тип иҫәпләгәндәрҙең барыһына ҡаршы «бысраҡ һуғыш» ойоштора: меңләгән аргентиндар үлтерелә һәм хәбәрһеҙ юғалған тип иғлан ителә. 1981 йылда Исабель Перонды властан ситләткән генерал Видела урынына президент вазифаһын генерал Роберто Виола биләй. Бер йылда үтмәй, уны генерал Леопольдо Галтьери алмаштыра.


Сәйәси структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1853 йылғы Конституцияға ярашлы, илдә властар милли кимәлдә лә, урындағы кимәлдә лә башҡарыу, закондар сығарыу һәм суд властарына бүленә. Аргентина — 23 провинцияға һәм 1 федераль баш ҡала округына бүленгән федератив республика.

Дәүләт башлығы — президент дүрт йылға һайлана. Әлеге ваҡытта Аргентина президенты булып 2019 йылдың 27 октябрендә үткән президент һайлауҙарында еңеп сыҡҡан һәм шул уҡ йылдың 10 декабрендә вазифаһын үтәй башлаған Альберто Фернандес тора.

Президент Альберто Фернандес

Министрҙар кабинеты башлығы — Аргентина премьер-министры. Юғары закондар сығарыу органы булып Министрҙар кабинеты башлығы — Аргентина премьер-министры. Юғары закондар сығарыу органы булып Милли конгресс тора, Сенаттан (72 кеше) һәм Депутаттар палатаһынан (257 кеше) ҡатнаша. Сенат рәйесе илдең вице-президенты вазифаһын биләй. Әлеге ваҡытта Амадо Буду Сенат рәйесе һәм вице-президент булып тора.

Парламентҡа һайлау ике йыл һайын уҙғарыла — сенаторҙарҙың өстән бер өлөшө һәм депутаттарҙың яртыһы яңыртыла. Сенаттан (72 кеше) һәм Депутаттар палатаһынан (257 кеше) торған тора. Сенат рәйесе илдең вице-президенты вазифаһын биләй. Әлеге ваҡытта Амадо Сенат рәйесе һәм вице-президент булып тора.

1853 йылғы декларация буйынса Буэнос-Айрес баш ҡала булһа ла, ҡала 1880 йылда ғына, Буэнос-Айрес провинцияһынан айырым административ берәмеккә айырылғандан һуң ғына, рәсми баш ҡалаға әүерелә.

Сәйәси партиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп сәйәси партиялар (2019 йылдың сентябренә):

  • Еңеү яҡлы фронт — Хрустисиалистар партияһының һул перонистик фракцияһы, 49 сенатор, 105 депутат.
  • Граждандар радикаль союзы — һул үҙәктәге, 7 сенатор, 29 депутат
  • Республика тәҡдиме — уң үҙәктәге, 4 сенатор, 43 депутат
  • Яңы альтернатива яҡлы берләшеү — уң үҙәктәге перонистик, 4 сенатор, 41 депутат
  • Граждандар коалицияһы — социал-либераль, 1 сенатор, 7 депутат
  • Прогрессистар — һул үҙәктәге коалиция, 6 депутат
    • Социалистик партия — һул, 3 сенатор, 12 депутат
  • Көньяҡ проекты — режиссёр Фернандо Соланстың һул партияһы, 1 сенатор, 1 депутат
  • Хеҙмәтсәндәрҙең һул фронты — троцкист партиялары коалицияһы, 7 депутат

Уларҙан тыш, тағы 20-нән ашыу легаль партия бар, ҡайһы берәүҙәренең сенатта һәм депутаттар палатаһында ҙур булмаған вәкиллеге бар.

Аргентина илселектәре урынлашҡан илдәр картаһы (күк төҫ). Йәшел — Аргентина.

Аргентина Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, Халыҡ-ара валюта фонды, Аменрика Дәңләттәре Ойошмаһы, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, Ҙур егерме, МЕРКОСУР ағзаһы булып тора, Көньяҡ Америка милләттәре союзының элекке ағзаһы.

Аргентина — Рәсәй Федерацияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Маурисио Макри һәм Владимир Владимирович Путин

2009 йылдың 11 мартында Аргентина хөкүмәте Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте менән ике ил араһында виза режимын бөтөрөү тураһында ноталар менән алмашыу формаһында хөкүмәт-ара килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документҡа Рәсәйҙең Аргентиналағы илсеһе Юрий Корчагин ҡатнашлығында Көньяҡ Америка республикаһының сит ил эштәре министры Хорхе Тайана ҡул ҡуйҙы һәм Рәсәй яғы ла раҫлауы маҡсатында Мәскәүгә ебәрелде.

2009 йылдың 18 мартында шулай уҡ Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров Аргентина илсеһе Леопольдо Браво ҡатнашлығында Мәскәүҙә документҡа ҡул ҡуйҙы.

Әлеге ваҡытта Аргентинаға туристик маҡсат менән килгән Рәсәй граждандары 90 көнгә тиклем визаһыҙ йөрөй ала, ошондай уҡ режим Рәсәйҙә Аргентина граждандары өсөн билдәләнгән.

Аргентина — Америка Ҡушма Штаттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡушма Штаттар 1823 йылда, Испаниянан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, Аргентина менән дипломатик мөнәсәбәттәр булдыра. Илдәр араһындағы ике яҡлы мөнәсәбәттәр, төбәктә тыныслыҡ һәм тотороҡлоҡто һаҡлау, кеше хоҡуҡтарын яҡлау һәм коммерция бәйләнештәрен үҫтереүҙе индереп, дөйөм мәнфәғәттәргә нигеҙләнгән. Аргентина Хөкүмәте, тыныслыҡҡа булышлыҡ итеү һәм күпләп юҡ итеү ҡоралын таратмауҙы пропагандалау буйынса халыҡ-ара операцияларҙа ҡатнашыу юлы менән, Америка Ҡушма Штаттарына милли һәм халыҡ-ара хәүефһеҙлек өлкәһендә ярҙам итә.

Аргентина ҡораллы көстәре армия, флот һәм авиациянан тора. Улар менән, баш командующий һәм Оборона министрлығы аша уларҙың мәсьәләләре менән шөғөлләнгән, президент етәкселек итә.

Хәрби хеҙмәт — ирекле. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәше — 18-24 йәш.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Аргентина провинциялары
Аргентина провинциялары

Аргентина — федератив һәм вәкәләтле республика, уның составына 23 провинция һәм автономиялы баш ҡала округы инә.

Карталағы № Провинциялары/Округ Административ үҙәге Халҡы,[10]
(2010) чел.
Урыны Майҙаны,[11]
км²
Урыны Тығыҙлығы,
кеше/км²
Урыны
1 Федераль баш ҡала Буэнос-Айрес 2 890 151 4 200 24 14 450,76 1
2 Буэнос-Айрес (провинция) Ла-Плата 15 625 084 1 307 571 1 50,80 3
3 Катамарка Сан-Фернандо-дель-Валье-де-Катамарка 367 828 20 102 602 11 3,58 20
4 Чако (провинция) Ресистенсия (Чако) 1 055 259 10 99 633 12 10,59 11
5 Чубут Росон 509 108 18 224 686 3 2,27 22
6 Кордова (провинция) Кордова (ҡала) 3 308 876 2 165 321 5 20,01 6
7 Корриентес (провинция) Корриентес 992 595 11 88 199 16 11,25 10
8 Энтре-Риос Парана 1 235 994 7 78 781 17 15,69 7
9 Формоса (провинция) Формоса (ҡала) 530 162 17 72 066 19 7,36 14
10 Жужуй Сан-Сальвадор-де-Жужуй 673 307 14 53 219 20 12,65 8
11 Ла-Пампа Санта-Роса (Ла-Пампа) 318 951 22 143 440 8 2,22 23
12 Ла-Риоха (провинция) Ла-Риоха (ҡала) 333 642 21 89 680 14 3,72 19
13 Мендоса (провинция) Мендоса (ҡала) 1 738 929 5 148 827 7 11,68 9
14 Мисьонес (провинция) Посадас (ҡала) 1 101 593 9 29 801 21 36,96 4
15 Неукен (провинция) Неукен 551 266 16 94 078 13 5,86 17
16 Рио-Негро (провинция) Вьедма (ҡала) 638 645 15 203 013 4 3,15 21
17 Сальта (провинция) Сальта 1 214 441 8 155 488 6 7,81 12
18 Сан-Хуан (провинция) Сан-Хуан 681 055 13 89 651 15 7,60 13
19 Сан-Луис (провинция) Сан-Луис 432 310 19 76 748 18 5,63 18
20 Санта-Крус (провинция) Рио-Гальегос 273 964 23 243 943 2 1,12 24
21 Санта-Фе (провинция) Санта-Фе 3 194 537 3 133 007 10 24,02 5
22 Сантьяго-дель-Эстеро (провинция) Сантьяго-дель-Эстеро (ҡала) 874 006 12 136 351 9 6,41 15
23 Утлы Ер, Антарктида һәм Көньяҡ Атлантика утрауҙары[12] Ушуая 127 205 24 21 263[12] 23 5,98[12] 16
24 Тукуман (провинция) Сан-Мигель-де-Тукуман 1 448 188 6 22 524 22 64,30 2
Барлығы 40 117 096 2 780 092 14,43
Буэнос-Айрес
Сальта (провинция)

Аргентина — тиҙ үҫешеүсе аграр-индустриаль дәүләт[13]. 1990 йылдар башынан алып илдә хосусилаштырыу сәйәсәте әүҙем алып барыла һәм сит ил капиталын тағы ла киңерәк йәлеп итеү күҙәтелә. МЕРКОСУР-ға (Көньяҡ Америка дөйөм баҙары) инеү Аргентинаның эске баҙарын ярайһы уҡ киңәйтте. Аргентинала эшкәртеү сәнәғәт һәм унда ауыр сәнәғәт өҫтөнлөк итә; әммә традицион еңел һәм айырыуса аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармаҡтары элеккесә мөһим урын биләй һәм экспорт әһәмиәтенә эйә.

Шуға ҡарамаҫтан, уйлап еткерелмәй башгҡарылған реформалар үткәреү арҡаһында 2001 йылда иҡтисади көрсөк социаль көсөргәнешлектең һәм дефолттың ярайһы уҡ артыуына килтерә (дәүләт бурысы суммаһы ул ваҡытта 132 миллиард доллар тәшкил итә, был тарихта иң ҙуры була)[14]).

Сәнәғәтте урынлаштырыуға юғары территориаль тупланыу хас: ауыр сәнәғәт предприятиеларының байтаҡ өлөшө Парананың түбәнге ағымында, Буэнос-Айрес һәм Росарио араһындағы сәнәғәт бүлкәтендә тупланған; сәнәғәт продукцияһының яртыһынан ашыуы Ҙур Буэнос-Айреста етештерелә.

Нефть сығарыу буйынса ил Латин Америкаһында (Венсуэла, Эквадор һәм Бразилиянан һуң) дүртенсе урынды биләй. Сығарыу илдең ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә (дәүләт компаниялары Enarsa, YPF; шәхси компаниялар Bridas, Pluspetrol), һәм дәүләт нефтте сит илгә сығармай.

Аргентина уран запасы буйынса алдынғы ун ил иҫәбенә инә. Ил ядро энергетикаһы һәм уран сәнәғәте өлкәһендәге ғилми асыштары (INVAP, Nucleoeléctrica Argentina) менән билдәле.

Илдең ҡара металлургияһы — ҡитғала иң боронғоһо, әммә сеймал етешмәүе арҡаһында бик яй үҫешә. Сеймалдың күпселеген импорт аша алырға тура килә.

Төҫлө металлургия тармаҡтарынан үҙҙәренедәге һәм ситтән килтерелгән сеймал нигеҙендә ҡурғаш, цинк, баҡыр, алюмин етештереү үҫешкән.

Машиналар эшләү ауыр сәнәғәттә продукция хаҡы буйынса алдынғы урынды биләй. Айырыуса транспорт машиналарын эшләү (Аргентинала Ford, Chrysler, Toyota, Peugeot һ. б. үҙ заводтарын ойошторған), ауыл хужалығы машиналарын эшләү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте өсөн ҡорамалдар, электр техникаһы (IBM, Siemens заводтары) етештереү үҫешкән. Транспорт машиналары эшләүҙә автомобилдәр эшләү (Буэнос-Айрес, Кордова) алдынғы урында, суднолар төҙөү һәм суднолар ремонтлау (Буэнос-Айрес, Энсенада), авиатөҙөлөш (FAdeA, Aero Boero, Laviasa), вертолёттар етештереү (Cicaré, AeroDreams) һәм вертолеттар етештереү (Кордова, Буэнос-Айрес) үҫешкән.

Экспорт тармаҡтары араһында сей итте һыуытып эшкәртеү — ил өсөн традицион һәм үҙенсәлекле тармаҡ айырым урын биләй. Аргентина иң күп ит, нигеҙҙә, һыйыр ите етештереүселәр һәм уның экспортёрҙары иҫәбенә инә. Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең башҡа тармаҡтарынан үҫемлек майҙары етештереү, һуңғы йылдарҙа — соя, шулай уҡ он тартыу, май һығыу тармаҡтары һәм шарап эшләү экспорт әһәмиәтенә эйә. Эске баҙарға сәнәғәттең йәшелсә-емеш, консерва, шәкәр тармаҡтары, эсемлектәр етештереү йүнәлтелгән.

Аргентина ауыл хужалығының үҙенсәлеге шунда: Латин Америкаһының башҡа илдәре менән сағыштырғанда, ул үҙен аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин итеп кенә ҡалмай, ә уны экспортҡа сығара (эшләүселәрҙең тик 2 % ғына ауыл хужалығында мәшғүл). Йән башына аҙыҡ-түлек ҡулланыу буйынса ил төбәктең башҡа илдәренән өҫтөн. Ауыл хужалығы һәм малсылыҡ продукцияһы экспорт килеменең 50%-тан ашыуын бирә. Эре мал башы буйынса Аргентина донъяла алтынсы, йән башына ит етештереү буйынса — бишенсе, ә уны ҡулланыу буйынса беренсе урынды биләй. Ит — Аргентина халҡының милли аҙығы.

Үҫемлекселектә төп урынды ғәҙәттәгесә экспорт әһәмиәтендәге иген, май һәм тәмәке культуралары биләй. Бойҙай һәм тәмәке уңышы йыйыу буйынса Аргентина — донъялағы алдынғы илдәрҙең береһе. Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2012 йылда ил бойҙай экспорты буйынса донъяла алтынсы урында торған (8,4 млн тонна)[15]. Бынан тыш, Аргентина йомортҡа, һөт, арпа һәм тәмәке экспортёры.

2018 йылдың сентябренә ҡарата Аргентинала хеҙмәткә түләүҙең уртаса күләме 31 898 песо (835,44 $) тәшкил итә[16][17][18][19]. 2019 йылдың 1 октябренән минималь эш хаҡы күләме 16 875 аргентина песоһы (нетто, ҡайтарманан тотоп ҡалынған килем һалымының 14 % — 242,60 US$) тәшкил итә.[20][21]

Тауарҙар һәм хеҙмәттәр экспорты динамикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылда Аргентинала тауарҙар һәм хеҙмәттәр экспорты 71 миллиард АҠШ доллары тәшкил итте (1-се табл.)[22]:

2002—2017 йылдар осоронда Аргентина тауарҙары һәм хеҙмәттәре экспорты.
Йыл Тауарҙар һәм хеҙмәттәр экспорты күләме, АҠШ миллиард доллары Абсолют үҫеш, АҠШ миллиард доллары* Үҫеш темптары, %* Атым темптары, %*
2002 27,737 -3,376 0,989 -0,011
2003 33,084 5,347 1,019 0,019
2004 39,267 6,183 1,019 0,019
2005 46,198 6,931 1,018 0,018
2006 53,550 7,352 1,016 0,016
2007 65,162 11,612 1,022 0,022
2008 79,763 14,601 1,022 0,022
2009 65,133 -14,630 0,982 -0,018
2010 80,209 15,076 1,023 0,023
2011 97,811 17,602 1,022 0,022
2012 88,656 -9,155 0,991 -0,009
2013 33,084 5,347 1,019 0,019
2014 75,819 -4,871 0,994 -0,006
2015 63,672 -12,147 0,984 -0,016
2016 69,823 6,151 1,010 0,010
2017 71,275 1,452 1,002 0,002

https://www.worldbank.org сайты мәғлүмәттәре буйынса төҙөлгән

  •  — Үткән йыл менән сағыштырыу күрһәткестәре

Был таблицалағы мәғлүмәт 2002 йылдың икенсе яртыһында алып 2008 йылдың дүртенсе кварталына тиклем дауам иткән тикшерелгән осорҙоң тәүге яртыһында иҡтисади үҫештең күтәрелә барыусы тренды формалашыуы хаҡында һығымта яһарға мөмкинлек бирә. Был 2002 йылдың ғинуарында ҡабул ителгән һәм йыл һайын оҙайтылған «аҡса тигеҙлегенән (паритет) баш тартыу һәм Аргентина песоһын ирекле котировкалау тураһында» көрсөккә ҡаршы сара һөҙөмтәһе була. Милли валютаны деальвациялау урындағы производство файҙаһына хаҡтар нисбәтен үҙгәртте, ә бер аҙ һуңыраҡ, иҡтисадтың контролдә тотоусы органы булараҡ, дәүләттең ролен арттырыуҙы үҙ эсенә алған, иҡтисади план әҙерләнде. Шуға ҡарамаҫтан, 2008—2009 йылдарҙағы донъя финанс көрсөгө тауарҙар һәм хеҙмәттәр экспорты күләменең үҫеш темптарын ярайһы уҡ тотҡарланы. Әгәр 2008 йылда үҫеш 0,022 % тәшкил итһә, 2009 йылда көрсөк эҙемтәләре арҡаһында ул −0,018 %-ҡа тиклем кәмене. Көрсөктән һуң тиҙ арала ярайһы уҡ йәнләнеү башлана. 2003 йылда башланған индустриялаштырыу процесы дәүләт тарафынан ҡәтғи көйләнә, был иҡтисадты конкуренцияға һәләтле агросфераны һәм сәнәғәтте үҫтереүгә йүнәлтергә мөмкинлек бирә. 2010—2011 йылдарҙа уҡ уртаса йыллыҡ үҫеш темптары 1,022%-тан ашыу тәшкил итте (был ҡаралған осорҙа иң юғары күрһәткес булып тора). 2011 йылда экспорт күләменең хаҡ күрһәткесе — 97 АҠШ миллиард доллары. Шуға ярашлы, ул иҡтисадтың күтәрелеш осороноң иң юғары нөктәһенә әүерелде. Бынан һуң килгән 2012—2015 йылдар рецессияһы күбеһенсә Аргентинаның төп сауҙа-иҡтисади партнёры — Бразилияла иҡтисади үҫеш темптарының кәмеүе менән аңлатыла. Аргентинаның яңы президенты Маурисио Макриҙы тәғәйенләү 2015 йылда тауарҙар һәм хеҙмәттәр экспорт экспансияһының туҡтатылған процесын яңыртты. Уның сәйәсәте иҡтисади яҡтан отошло сауҙа партнёрҙарын йәлеп итеп, Америка Ҡушма Штаттары менән туранан-тура яҡынайыуға ҡайтып ҡала, ул сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү һәм нығытыу, шулай уҡ Тымыҡ океан альянсы һәм Европа Союзы менән интеграциялау өсөн сығыш яһай. Шулай итеп, 2002—2017 йылдарҙа тауарҙар һәм хеҙмәттәр экспорты күләме йылына 2,9 миллиард АҠШ долларына йәки сағыштырмаса сағылышта 6,5 %-ҡа артҡан. Уртаса күрһәткес күләме 65,89 миллиард АҠШ доллары тәшкил иткән[23].

2002—2017 йылдар осоронда Аргентина тауарҙары һәм хеҙмәттәре экспорты.
Йыл Тауарҙар һәм хеҙмәтләндереүҙәр экспорты күләме, тулайым эске продукттан %-ҙа Тулайым эске продукт (ВВП), миллиард АҠШ доллары
2002 28,4 97,724
2003 25,9 127,587
2004 23,9 164,658
2005 23,3 198,737
2006 23,0 232,557
2007 22,7 287,531
2008 22,1 361,558
2009 19,1 332,976
2010 19,0 423,627
2011 18,5 530,163
2012 16,2 545,982
2013 14,6 552,025
2014 14,4 526,320
2015 10,7 594,729
2016 12,6 554,861
2017 11,2 637,590

https://www.worldbank.org сайты мәғлүмәттәре буйынса төҙөлгән

Таблицаға ярашлы, йыл һайын илдең эске тулайым продуктынан тауарҙар һәм хеҙмәттәр экспорты өлөшө кәмей. 2002 йылда ул — 30 % самаһы, 2017 йылда — ни бары 11 % тәшкил итте. Күрһәткестәр кире бәйләнештә: эске тулайым продукт кимәле ни тиклем юғары булһа, унда экспорт өлөшө лә шул тиклем аҙыраҡ[24][25]. Аргентинала йән башына тауарҙар һәм хеҙмәттәр экспорты 2017 йылда 1610 долларға тиң булған[26].

Тауарҙар һәм хеҙмәттәр импорты динамикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

3-сө таблицаға ярашлы, 2017 йылда Аргентинаға индерелгән тауар һәм хеҙмәттәрҙең суммаһы 87 миллиардтан ашыу АҠШ долларын тәшкил иткән. Тауарҙар импортына 63 миллиард АҠШ долларынан ашыу тура килгән (72,8 %), шул уҡ ваҡытта хеҙмәт импорты 23 миллиард долларҙан (27,2 %) ашып киткән. 2016 йыл менән сағыштырғанда, дөйөм импорттың артым темпы 18 процентҡа тиң — ул 2007—2017 йылдар осоронда үҫеш темпының иң юғары күрһәткестәренең береһе.[27]

Ҡаты протекциялау сараларына һәм импортты алмаштырыу сәйәсәтенә ҡарамаҫтан, 2008 йылда дөйөм импорттың ыңғай яҡҡа үҙгәреүе күҙәтелә — +27,4 %, 2009 йылда донъялағы ауыр көрсөк ситуацияһы арҡаһында −27,2 %-ҡа кәмей.

2010—2011 йылдарҙа, илгә тауарҙар һәм хеҙмәттәр индереүҙе контролдә тотоуға һәм дәүләт яғынан уны яһалма туҡтатыуға ҡарамаҫтан, Аргентина сәнәғәтенең импортҡа ныҡ бәйле булғанлыҡтан, йәнә импорт күләменең үҫеүе һиҙелә. Проблема тиҫтәләрсә йылдар дауам итә. Сәнәғәт һатып алыуҙары өлөшө импорттың дөйөм күләменән 85 % тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта ил был статьянан баш тарта алмай, сөнки үҙенең етештереүселәре тауарҙарҙың бер өлөшөн үҙ аллы һәм кәрәкле күләмдә тәьмин итә алмай[28].

Алдағы йылдарҙа, 2013 йылдағынан тыш, импорт сикләүҙәренең даими артыуы арҡаһында кире яҡҡа үҫеш һиҙелә. Был осор, 2016 йылда Европа союзы илдәре консультацияһы һорауы буйынса 2012 йылда Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы Аргентинаға һалған йөкләмәләрен үтәүгә тиклем, дауам итә. 2016 йылдың 14 ғинуарында ил сауҙа талаптарын ҡулланыуға бәйле тәҡдимдәрҙең үтәлеше һәм Присяжный импорт декларациянын (DJAI) ғәмәлдән сығарыу хаҡында хәбәр итте[29].

2017 йылдағы күтәрелеш тәү сиратта импортты көйләү системаһын ябайлаштырыу, автоматик булмаған лицензияларҙы ҡыҫҡартыу һәм уларҙың ғәмәлдә булыу ваҡытын арттырыу менән бәйле[30].

Аргентинаның 2007—2017 йылдарҙағы тауарҙар һәм хеҙмәттәр импорты күләме[27]

Йыл Тауар импорты күләме, миллиард АҠШ доллары Хеҙмәт импорты күләме, миллиард АҠШ доллары Дөйөм импорт күләме, миллиард АҠШ доллары Алдағы йыл менән сағыштырғанда, дөйөм импорттың үҙгәреүе, %
2007 42,524 11,027 53,551
2008 54,596 13,646 68,242 +27,4
2009 37,146 12,536 49,682
2010 54,158 14,621 68,779 +38,4
2011 70,769 17,649 88,418 +28,6
2012 65,043 18,344 83,387
2013 71,292 19,009 90,301
8,3
2014 62,898 18,038 80,936
2015 57,594 19,028 76,622
2016 53,504 20,992 74,496
2017 63,971 23,960 87,931
18,0

Тауарҙар һәм хеҙмәт күрһәтеү импортының структураһы

Аргентина тауарҙары импортының 2017 йылға төп статьялары[31]
Төп тауарҙар Тауар импорты күләме, миллиард АҠШ доллары Тауарҙың дөйөм импортынан процент, %
1 Тимер юл һәм трамвай транспортынан тыш ер өҫтө транспорты саралары 13,194 20,6
2 Машиналар, механик ҡоролмалар һәм уларҙың өлөштәре 9,934 15,5
3 Электр ҡорамалдары һәм уларҙың өлөштәре 8,627 13,5
4 Минераль яғыулыҡ 5,461 8,5
5 Пластмассалар һәм уларҙан эшләнгән изделиелар 2,384 3,7


2017 йылда Аргентина хеҙмәттәре импортының төп статьялары[31]
Төп хеҙмәттәр Хеҙмәт импорты күләме, миллиард АҠШ доллары Тауарҙарҙың дөйөм импортынан процент,%
1 Туризм 10,505 48,8
2 Транспорт 5,401 22,5
3 Башҡа бизнес-хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү 2,909 12,1
4 Интеллектуаль милекте файҙаланған өсөн түләү 2,340 9,8
5 Телекоммуникация, компьютер һәм мәғлүмәт хеҙмәттәре 1,147 4,8

2020 йылға тиклем Аргентинала 9 дефолт, шуларҙың өсәүһе XXI быуатта — 2001, 2014 һәм 2020 йылдарҙа булған[32]. 2001 йылғы дефолттан һуң Аргентина фондтарҙың 93 % реструктуризациялау хаҡында килешә алды[33]. Мәҫәлән, 2014 йылдың 30 июлендә кредиторҙарҙың бер өлөшө алдындағы бурысты ҡаплау ваҡыты үтте. Бурыстар буйынса түләнмәй ҡалған сумма 1,3 миллиард доллар тәшкил итте[34]. Аргентина властары 2014 йылғы дефолтты раҫлауҙан баш тартты. Аргентина президенты Кристина Киршнер дефолт иғлан итеүҙе кире ҡаҡты[35][36], ә илдең иҡтисад министры Аксель Кисильоф Аргентинаға ҡаршы «дефолт» һүҙе тыуҙырған, «паника һәм ҡурҡыу сәсергә тейешле компания» йәйелдерелеүен белдерҙе[37]. 2020 йылғы дефолтта хәл башҡаса ине. Аргентинаның иҡтисад министры Мартин Гусман кредиторҙарға процент һәм төп бурысты (69 миллиард доллар) өс йылға кисектерергә, һуңынан төп бурыс суммаһының 94,6%-ын һәм өҫтәп иҫәпләнгәндең 48%-ын түләргә тәҡдим итте[32]. Инвесторҙар бының менән ризалашманы һәм Аргентина хөкүмәте үҙенең дәүләт облигациялары буйынса 500 миллион доллар түләмәне[32].

Күпер
Парана (ҡала)

Аргентинаның транспорт инфраструктураһы сағыштырмаса үҫешкән[38]. Юлдарҙың оҙонлоғо 230 000 километр тәшкил итә (шәхси ауыл юлдарын иҫәпкә алмағанда), уларҙың 72 000 километры — ҡаты япмалы, 1575 километры — юғары тиҙлекле[39] и 1575 км — скоростные[40], уларҙың күбеһе хосусилаштырылған түләүле юлдар. Һуңғы йылдарҙа күп һыҙатлы юғары тиҙлекле юлдарҙың оҙонлоғо икеләтә артты. Хәҙер улар бер нисә ҙур ҡаланы үҙ-ара тоташтыра. Тағы ла күберәк ошондай юлдар төҙөлөү стадияһында[41]. Әммә улар ғына 2009 йылға ҡарата илдә теркәлгән 9,5 миллион автомобилдең (1000 кешегә 240) нормаль хәрәкәтен ойоштороу өсөн етерплек түгел[42].

Тимер юлдар селтәренең дөйөм оҙонлоғо 31,4 мең километр тәшкил итә. Утлы Ер провинцияһында донъяның иң көньяҡ тимер юлы (донъя сигендәге поезд) урынлашҡан. Ташыуҙарҙың бер нисә тиҫтә йыл кәмеүенән һәм инфраструктураның етерлек кимәлдә тәьмин ителмәүенән һуң 1992 йылда Ferrocarriles Argentinos тимер юл компанияһы хосусилаштырыла, ҡала-ара пассажир маршруттарының күбеһе ябыла һәм мең километр юлдар (юғарыла күрһәтелгән дөйөм оҙонлоҡҡа индерелмәй) әлеге ваҡытта файҙаланылмай. Буэнос-Айрес районындағы ҡала яны тимер юлы пассажирҙарҙы йөрөтөү, метроға төшөп ултырыуҙың еңел булыуы сәбәпле, ҙур ихтыяж менән файҙалана. Бер нисә линияла әлеге ваҡытта ҡала-ара пассажир ташыуҙар тергеҙелә.

1913 йылда асылған Буэнос-Айрес метрополитены Латин Америкаһында һәм көньяҡ ярымшарҙа тәүге метрополитен була[43]. Бөгөн ул Көньяҡ Америкала иң ҙуры түгел, әммә уның 87,3 саҡрым линиялары буйлап көнөнә 1,2 миллиондан ашыу пассажир йөрөтөлә[44].

Аргентинала 11 000 саҡрым самаһы эске һыу юлы бар, улар буйынса тимер юлдарға ҡарағанда күберәк йөк ташыла[45]. Аргентинаның бик күп тәбиғи һыу юлдары булһа ла, бында каналдар селтәре лә инә. Улар араһында Рио-де-Плата, Парана, Уругвай, Рио-Негро һәм Парагвай йылғалары иң мөһимдәре булып тора.

Aerolíneas Argentinas илдең төп авиакомпанияһы эске һәм халыҡ-ара пассажирҙарҙы йөрөтөүҙе тәьмин итә.

Aerolíneas Argentinas илдең бөтә территорияһын тигеләй биләгән маршрут селтәренең бүлендек компанияһы — Austral Lineas Aereas. LADE — Хәрби-һауа көстәре идара иткән авиакомпания эске маршруттарҙың киң селтәрен хеҙмәтләндерә.

2020 йылға Аргентина халҡының йәш-енес пирамидаһы

2001 йылға ҡарата илдә халыҡ һаны 36 260 130 кеше[51], 2010 йылдың июленә — 40 412 000 кеше тәшкил иткән. Әлеге ваҡытта Аргентина был күрһәткес буйынса Көньяҡ Америкала — 3-сө һәм донъяла 33-сө урынды биләй. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы бер квадрат километрға 13,3 кеше тәшкил итә. Халыҡтың артыуы 2010 йылда 0,87 %, тыуым 18,7/1000 кеше, үлем — 7,9/1000 кеше тәшкил итте.

15 йәшкә тиклемгеләр — 24,9 %, 65 йәштән өлкәндәр 10,6 % тәшкил итә. Аргентинала урбанизация Латин Америкаһында Уругвайҙан ҡала иң юғарыһы булып тора.

Гран-Чако һәм Ла-Платала миллион ярым индей халҡы, шулай уҡ Патагонияның йөҙ меңлек халҡы XVI быуатта Испания колониялаштырыуы, һуңынан, XIX быуат аҙағына тиклем, Пампа һәм Патагония ерҙәрен баҫып алыу барышында тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға. Аргентин милләте XIX—XX быуаттарҙа Европаның күп һанлы иммигранттары тарафынан формалашҡан. Аргентиндарҙың 85%-тан ашыуы аҡ расаға ҡарай. Индей халҡы (мапуче, колла, тоба һәм башҡалар) — халыҡтың 1,5 % тәшкил итә, ҡалғандары — башлыса метис, шулай уҡ мулаттар.

Иммигранттарҙың милли составы төрлө булған: Испанияла тыуып үҫкәндәр (башлыса басктар һәм галисийҙар) һәм итальяндар (әлеге ваҡытта ил халҡының өстән бер 1/3 өлөшөн тәшкил итә) өҫтөнлөк иткән, француздар, немецтар, инглиздәр (күбеһенсә ирландтар), поляктар, чехтар, хорваттар, украиндар, йәһүдтәр, швейцарҙар, даттар, голландтар, ғәрәптәр, 1,3 миллиондан 3 миллионға тиклем), литвалылар, гректар, әрмәндәр. 1880—1950 йылдар араһында Аргентинаға 5 миллиондан ашыу иммигрант килгән. XIX быуат аҙағынан алып Европанан иммиграция туҡтап тиерлек ҡалған (Румыния һәм Украинанан тыш). Күпселек иммигранттар илгә Көньяҡ Американан: Боливиянан, Парагвайҙан, Перуҙан, Чилиҙан килә. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Аргентинала 1806 мең башҡа илдәрҙә тыуғандар (ил халҡының 4,5%-ы) йәшәгән, шул иҫәптән 81,5%-ы — Көньяҡ Америка илдәренән, һәм ни бары 16,5%-ы ғына Европа илдәренән.

Мисьонес (провинция)

Аргентинала революцияға тиклемге Рәсәйҙә тыуып үҫкән, күбеһенсә украиндар, Волга буйы немецтары, белорустар, рустар, йәһүдтәр, литвалар, йәшәй. Байтаҡ булыуҙарына ҡарамаҫтан (төрлө баһалар буйынса — 100-ҙән 250 меңгә тиклем кеше, башлыса Буэнос-Айреста, Мар-дель-Платта, Кордобала, Мисьонес провинцияһында), Аргентинала рустарҙың ойошҡан берләшмәһе юҡ. Улар — Рәсәйҙән һәм СССР-ҙан, шул иҫәптән көнбайыш губерналарҙан крәҫтиәндәрҙе, аҡ гвардеецтарҙы, күсерелгән кешеләрҙе, старообрядсыларҙы индереп, бер нисә эмиграция тулҡыны тоҡомдары. Һуңғы 20 йылда Аргентинаға бер нисә мең урыҫ, башлыса квалификациялы белгестәр, күсеп килгән. Ләкин Рәсәйҙән Аргентинаға иммиграция киң таралмаған. 2004—2010 йылдарҙа, мәҫәлән, Рәсәйҙән 873 кеше даими йәшәү рөхсәте бирелгәндәр статусын алған.

Аргентина бик күп илдәрҙең һәм халыҡтарҙың йолаларын үҙенә һеңдергән, һәм был һөҙөмтәлә уның мәҙәниәтенә, көнкүрешенә һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә тәьҫир иткән. Дәүләт сәйәсәте иммигранттарҙың тиҙ ассимиляцияһына булышлыҡ итә. Америка Ҡушма Штаттарынан һәм Канаданан айырмалы рәүештә, Аргентинала айырым милләттәр тупланып йәшәгән райондар юҡ, ә халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәргәндә «сығыш иле» графаһы юҡ. Илдә ғәмәлдә булған закон буйынса, уның биләмәһендә тыуған һәр кем аргентинлы тип иҫәпләнә. Бөгөн Аргентинала халыҡ иҫәбенең динамикаһы тәбиғи үҫеше менән билдәләнә: уның темптары — 1990-сы йылдар уртаһында 0,91 % — Латин Америкаһында иң түбәне һәм кәмеү тенденцияһына эйә (илдә оҙайлы демографик көрсөк күҙәтелә). Был йәш быуындың (15 йәшкә тиклем) кәмеү яғына һәм өлкәндәрҙең (65 йәштән күберәк) артыуына табан үҙгәреүсе халыҡтың йәш структураһы динамикаһында ла сағыла.

Тормоштоң социаль-иҡтисади күрһәткестәре буйынса Аргентина Латин Америкаһының күп кенә илдәрен уҙып китә (тормош кимәле буйынса Чилиҙан бер аҙға ғына ҡалыша). Илдә уртаса ғүмер оҙонлоғо 77 йәш тәшкил итә (ир-егеттәр — 73,5, ҡатын-ҡыҙҙар — 80 йәш). Өлкәндәр (15-тән 49 йәшкә тиклем) араһында ВИЧ-инфекциялыларҙың өлөшө — 0,5 %[52]. Ил ҡалаларында бөгөн халыҡтың 87%-тан ашыуы йәшәй, ә ҡала халҡының 2/5-нән ашыуы Буэнос-Айрес өлөшөнә тура килә. 12 миллион самаһы халыҡ йәшәгән Буэнос-Айрес донъяның 10 иң ҙур агломерацияһы иҫәбенә инә. Кордова (1,4 миллион кеше), Росарио (1,2 миллион), Мендоса (0,9 миллион самаһы), Тукуман (0,8 миллион) башҡа ҙур ҡалалар булып тора.

Конституция дин тотоу иреклеген гарантиялай.

Христиан дине илдә өҫтөнлөк итә. 2017 йылға мәғлүмәттәр буйынса, католиктар — халыҡтың 77,1 %, протестанттар 10,8 % тәшкил итә. Протестанттарҙың күпселеге — пятидесятниктар (3 миллион самаһы).

Мосолмандар — 500 мең тирәһе, йәһүдтәр — 180 мең кеше. Халыҡтың яҡынса 10%-ы үҙҙәрен дини кеше тип һанамай.

Ғәмәлдәге Рим папаһы Франциск — аргентинлы.

Танго

Иң популяр спорт төрө — футбол. Бразилия һәм Франция менән бер рәттән ир-егеттәр милли йыйылма командаһы — иң мөһим халыҡ-ара өс ярышта: донъя чемпионатында еңгән, Конфедерациялар кубогын һәм олимпия алтын миҙалын яулаған берҙән-бер спорт берләшмәһе.

Тәүге популяр спорт кумиры Хорхе Ньюбери була (1875—1914), ул фехтовальщик, боксёр һәм лётчик булараҡ билдәлелеке яулаған. Өс эшмәкәрлек төрөнә: футбол, бокс һәм автоспортҡа халыҡ һөйөүе нигеҙендә XX быуаттың тәүге өс тиҫтә йылында киң таралыу ала.[53]

Лионель Месси

1978 йылда футбол буйынса донъя чемпионаты ике йыл элек хәрби диктатура көс ҡулланып террористик дәүләт ойошторған осорҙа уҙа. 1978 йылда 1930 йылдан уҡ был хоҡуҡ өсөн көрәшкән Аргентинаға донъя чемпионатын үткәреү бурысы йөкмәтелә.[54]

2018 йылдың 6-18 октябрендә Буэнос-Айреста үҫмерҙәрҙең III йәйге Олимпия уйындары уҙҙы. Ярыштарҙа 200-ҙән ашыу илдән 15-18 йәштәрҙәге 4000 самаһы спортсы ҡатнашты. Улар спорт программаһының 36 төрөндә 241 наградалар комплекты уйнатты.[55]

Аргентинаның футбол ассоциацияһына 1893 йылдың 21 февралендә нигеҙ һалынған. Был йәше буйынса донъяла һигеҙенсе футбол федерацияһы.

Аргентина футболы йондоҙҙары: Диего Марадона, Лионель Месси, Серхио Агуэро, Анхель ди Мария, Габриэль Батистута, Хавьер Маскерано, Пабло Сабалета.

Аргентина 1950 һәм 1990 йылдарҙа баскетбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итте.

  • 15 ғинуар — Аргентинала Карнавал.
  • 14 февраль — Изге Валентин көнө (Ғашиҡтар көнө).
  • 24 март — Хәҡиҡәт һәм законды милли хәтер көнө (Día Nacional de la Memoria por la Verdad y la Justicia). 1976 йылда илдәге һуңғы диктатураны һағыш тойғоһо менән хәтерләү көнө.
  • 2 апрель — Мальвин (Фолкленд) утрауҙары өсөн инглиздәр менән һуғыш ветерандары һәм һәләк булыусылар көнө. 2001 йылдан 2 апреленән алып Аргентинала Ветерандар һәм һуғышта һәләк булыусылар көнө булараҡ билдәләнә.
  • март аҙағы — апрель
  • Католик Һәүәҫ йомаһы (Бөйөк йома). Байрам көнө һәр йыл өсөн үҙенсәлекле.
  • Католик Пасхаһы. Байрам көнө һәр йыл өсөн үҙенсәлекле.
  • 1 май — Хеҙмәт байрамы (Хеҙмәт көнө).
  • Майҙың өсөнсө шәмбеһе — Атайҙар көнө. Балалары булған бөтә ир-егеттәрҙе ҡотлайҙар. Ғаиләлә төшкө аш йәки киске аш. Балалар бүләктәр тапшыра.
  • 25 май — Беренсе революция (1810 йыл) һәм Аргентинаның беренсе бойондороҡһоҙ Хөкүмәтен һайлау көнө.
  • 20 июнь — Аргентинала Флаг көнө. Флаг көнө (Dia de la Bandera) Аргентинала флаг дизайнеры Мануэль Белраноның (Manuel Belgrano, 3.06.1770 — 20.06.1820) вафат булған көнөндә билдәләнә. Был дата рәсми байрам булып иҫәпләнә.
  • 9 июль — Аргентинаның бойондороҡһоҙлоҡ көнө. 1816 йылдың 9 июлендә Көмөш Йылға Берләшкән Провинцияларының (Аргентина) Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы ҡабул ителә. Был дата Аргентина Республикаһының (Аргентинаның) тыуған көнө тип иҫәпләнә, илдә иһә рәсми байрам — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө билдәләнә.
  • 17 август — Аргентинала генерал Хосе де Сан-Мартинды иҫкә алыу көнө. 17 августа Аргентинала дөйөм халыҡ байрамы — Аргентинаның испан колоизаторҙарынан (1810—1826 йылдар) бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш геройы генерал Хосе де Сан-Мартинды иҫкә алыу көнө билдәләнә.
  • 11 сентябрь — Аргентинала Уҡытыусылар көнө. Бөтә милләт өсөн мөһим ваҡиға булып тора. Ысынында иһә, Уҡытыусылар көнөн бөтә ил милли байрам булараҡ билдәләй.
  • Октябрҙең икенсе дүшәмбеһе — Аргентинала Раса көнө (Día de la Raza) — Аргентинала ерле халыҡтар хөрмәтенә байрам.
  • Октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе — Әсә көнө. Ғаилә менән билдәләнә. Бөтә балалы ҡатындарҙы (әсәйҙәр, апайҙар, өләсәйҙәр, ҡарт өләсәйҙәр һәм башҡалар) ҡотлайҙар, ғаиләлә мотлаҡ төшкө аш табынына йыйылып, бүләктәр бирәләр.
  • 8 декабрь — Пресвятая Дева (Изгеләрҙән-изге Ҡыҙ) Марияның гонаһһыҙ йөккә ҡалыуы. Рим-Католик Сиркәүе билдәләгән бөйөк Богородица (Алла Анаһы) байрамдарының береһе.
  • 24/25 декабрь — Христос Раштыуаһы (григориан календары буйынса). Аргентинала Раштыуа менән Яңы йыл араһында ҙур айырма юҡ: был ике байрам бер тигеҙ билдәләнә. Ҡағиҙә булараҡ, Аргентинала Раштыуа байрамы — ул мотлаҡ бүләктәр тапшырыла торған ғаилә байрамы.
  • 31 декабрь/1 ғинуар — Яңы йыл. Аргентина ҙур байрам түгел, ул туғандар һәм яҡындар менән билдәләнә. Был, башҡа бик күп байрамдар кеүек,

өй байрамы[56].

Аргентинала грамоталылыҡ кимәле 97 % тәшкил итә. 20 йәштән өлкән һәр һигеҙ өлкәндең өсәүһе урта йәки юғарыраҡ белемле[57].

5 йәштән 17 йәшкәсә балалар өсөн мәктәпкә йөрөү мотлаҡ. Аргентинаның мәктәп системаһы 6 йәки 7 йыл дауамында башланғыс һәм 5-6 йыл дауамында урта белем биреүҙән тора.

Аргентинала белем биреү, университеттан һуңғы белем биреүҙең төп өлөшөн иҫәпкә алмағанда, бөтә кимәлдәрҙә лә бушлай. 1947 йылдан башлап белем кимәле абсолют кимәлгә яҡын булһа ла[57], XX быуаттың беренсе яртыһында Аргентина йәштәренең күбеһенең мотлаҡ ете йыллыҡ башланғыс белемдән башҡа кимәлдә белем алыу мөмкинлеге юҡ ине. Урта һәм университет кимәлендә бушлай белем биреү индерелгәс (1970-се йылдарҙа), уға ихтыяж йыш ҡына бюджет мөмкинлектәренән артығыраҡ була башлай[58]. Тимәк, дәүләт белем биреү учреждениелары йыш ҡына аҡса етешмәүҙе кисерә һәм уҡытыу сифатын түбәнәйтә. Был шәхси белем биреүҙең сәскә атыуына ыңғай йоғонто яһаны, ә бит шәхси мәктәптәрҙең йыш ҡына стипендия биреү программаһы булмауы сәбәпле, унда уҡыу мөмкинлеге булғандар һәм йәмғиәттең башҡа ағзалары араһындағы тигеҙһеҙлекте сағылдырҙы. Яҡынса дүрт уҡыусының береһе һәм алты студенттың береһе шәхси уҡыу йорттарында уҡый[57][58].

Кордова Милли университеты

2006 йылда формаль белем биреү процесына 11,4 миллион самаһы кеше, шул иҫәптән илдең 85 университетынан 1,5 миллион студент йәлеп ителде. 38 университет дәүләт университеттары булып тора[57]. 38 университетов являются государственными[59]. Иң әһәмиәтле университеттар: Буэнос-Айрес университеты, Кордова Милли университеты, Ла Плата Милли университеты, Росарио Милли университеты, Милли технологик университет. Дәүләт университеттары 1980 һәм 1990 йылдарҙа финанслауҙың ярайһы уҡ ҡыҫҡарыуына тап булды, был белем биреү сифатының түбәнәйеүенә килтерҙе.

Медицина хеҙмәтләндереүе эш биреүселәр һәм профсоюздар тарафынан финансланған пландарҙы (Obras Sociales) дәүләт страхованиеһын, дәүләт госпиталдәре һәм клиникалары комбинациялау иҫәбенә, шулай уҡ медицина страхованиеһына иҫәбенә күрһәтелә.

Хөкүмәттең йәмәғәт һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яҡшыртыу буйынса тәүге сараһы — 1780 йылда ғәмәлдәге табиптарҙы күҙәтеү өсөн Испания вице-короле Хуан Хосе де Вертис Медицина трибуналын индергән[60]. Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң Буэнос-Айрес университетында (1822 йыл) һәм Кордова Милли университетында (1877 йыл) медицина мәктәптәре асыла. Ошо һәм башҡа мәктәптәрҙә табиптар һәм шәфҡәт туташтарын әҙерләү медицина кооперативтарын тиҙ үҫтереү мөмкинлеген бирҙе, һуңынан Хуан Перондың президентлығы ваҡытында улар дәүләт субсидиялаған Obras Sociales ойошмаһына әүерелде. Бөгөн уларҙың һаны 300-ҙән ашыу (уларҙың 200-ө профсоюзға ҡарай), улар ил халҡының яртыһынан ашыуын медицина хеҙмәтләндереүе менән тәьмин итә. Дәүләт INSSJP (йәки PAMI) 5 миллион пенсионерҙың барыһын да тиерлек хеҙмәтләндерә[61].

Һаулыҡ һаҡлауға сығымдар илдең эске тулайым продуктының яҡынса 10%-ына етә һәм 65 йәштән өлкән Аргентина халҡының өлөшө үҫешенә (1970 йылда 7 %) ярашлы арта. Дәүләт һәм шәхси сығымдар тарихи яҡтан яҡынса тигеҙ бүленә: дәүләт средстволары башлыса Obras Sociales хеҙмәте аша бүленә һәм шәхси, дәүләт клиникаларында госпиталләштереүҙе ҡаплай; шәхси средстволар ирекле медицина страховкаһына һәм өҫтәмә сығымдарға тигеҙ бүленә[62][63].

Илдә 150 меңдән ашыу дауахана урыны, 121 000 табип һәм 37 000 стоматолог (халыҡтың йән башына күрһәткестәре үҫешкән илдәр менән сағыштырырлыҡ)[64][65]. Медицина хеҙмәтләндереүенә ирекле инеү тарихи яҡтан үҫешкән илдәр менән сағыштырғанда һәм үлем күрһәткестәре тенденцияларында сағыла: 1953—2005 йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары килтергән үлем өлөшө 20%-тан 23 %-ҡа тиклем, шештәр — 14%-тан 20 %-ҡа тиклем, тын алыу системаһы ауырыуҙары — 7%-тан 14 %-ҡа тиклем, аш һеңдереү системаһы ауырыуҙары — 7%-тан 11 %-ҡа тиклем үҫкән, инсульттан — 7 %, травманан — 6 %, инфекция сирҙәренән — 4 % тәшкил иткән. Башҡаһы башлыса деменция иҫәбенә ҡарай. Сабыйҙар үлеменең өлөшө 1953 йылда 19%-тан 2005 йылда 3 %-ҡа тиклем кәмегән[64][66].

Сабыйҙар үлеме 1948 йылда тыуған 1000 сабыйға 70-тән[67]2008 йылда 12,5-кә тиклем кәмегән[64]. Тыуғас көтөлгән ғүмер оҙайлығы 60-тан 76 йәшкә етте[67]. Был күрһәткестәр донъялағы уртаса күрһәткестәрҙән отошлораҡ күренһә лә, улар үҫешкән илдәр кимәленән шулай ҙа түбәнерәк. 2006 йылда Аргентина был күрһәткес буйынса Латин Америкаһында 4-се урынды биләгән[65].

Фән һәм технологиялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Чубут

Аргентина донъяға бик күп танылған табиптарҙы, ғалимдарҙы һәм уйлап табыусыларҙы, шул иҫәптән Нобель премияһының өс лауреатын бирҙе. Аргентиналылар медициналағы ҡайһы бер алға китеш алдынғылары. Уларҙың тикшереүҙәре яраларҙы, йөрәк ауырыуҙарын, яман шештең ҡайһы бер формаларын дауалауҙы алға этәрҙе. Доминго Лиотта (Domingo Liotta) 1969 йылда донъяла тәүге тапҡыр кешегә яһалма йөрәкте уңышлы имплантлаштырҙы. Рене Фавалоро донъяла тәүге тапҡыр коронар шунтлауҙы тормошҡа ашырҙы. Франциско де Педро ышаныслыраҡ яһалма йөрәк стимуляторы уйлап сығарҙы.

Бернардо Усай, фәндәге Нобель премияһының Латин Америкаһындағы беренсе лауреаты, хайуандарҙа глюкоза кимәлен көйләүҙә гипофиз ролен тикшерә. Мистер Сезар Мильштейн антиесемдәрҙе тикшергән. Луис Федерико Лелуар глюкозаны гликогенға әйләндереү юлы менән организмдың энергия туплау процесын, шулай уҡ углеводтар метаболизмында нигеҙ булып торған берләшмәләрҙе өйрәнде. Доктор Луис Аготе ҡан биреүҙең тәүге хәүефһеҙ алымын эшләгән. Энрика Финочетто бер нисә хирургия ҡоралын, мәҫәлән, уның исемен йөрөткән хирургия ҡайсыһын («Финочетто ҡайсыһы») һәм ҡабырғаларҙы хирургик бүлгесте уйлап тапҡан.

Аргентина сит ил технологияларына тулыһынса бәйле булмаҫҡа тырышып, үҙ ядро программаһын үҫтерә. 1957 йылда — тикшеренеү реакторы, 1974 йылда Латин Америкаһында тәүге коммерция реакторы төҙөлә. Аргентин технологияларын (INVAP) файҙаланып, ядро объекттары Перуҙа, Алжирҙа, Австралияла, Мысырҙа төҙөлгән. 1983 йылда ил ядро ҡоралын етештереүҙең мөһим этабы булған ҡораллы уран етештереү мөмкинлегенә эйә тип танылды. Әммә шул ваҡыттан алып Аргентина ядро энергияһын тыныс маҡсаттарҙа ғына файҙаланырға һүҙ бирҙе.[68]. Аргентина МАГАТЭ (Атом энергияһы буйынса халыҡ-ара агентлығы) идара итеүселәр советы ағзаһы сифатында ядро ҡоралын таратмауҙы яҡлай[69] һәм глобаль ядро хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе хуплай[70].

Хорватия эмигранты Хуан Вучетич заманса дактилоскопияға нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә[71]. Уйлап табыусы двигателдәр, авто- һәм авиатөҙөлөштә махсуслашҡан Рауил Патерас Пескара, атап әйткәндә, вертолёттарҙың яңы моделдәрен эшләүҙә махсуслашҡан. Венгрия егете Ласло Биро тәүгә шариклы заманса ручка етештереүҙе ойошторған. Эдуардо Тауроззи эске яныулы маятниклы двигатель уйлап сығарған[72]. Хуан Малдасена ҡылдар теорияһын эшләүҙә лидерҙарҙың береһе булып тора. Аргентиналылар, LUSAT-1 (1990 йыл), Víctor-1 (1996 йыл), PEHUENSAT-1 (2007 йыл) индереп, Ерҙең бер нисә яһалма юлдашын орбитаға сығарҙы[73], а также спутники серии SAC Аргентинского космического агентства CONAE[74][75][76]. Шул иҫәптән Мендоса провинцияһындағы Маларгуэ ҡалаһы янындағы Пьер Оже обсерваторияһы (Pierre Auger Observatory) йыһан нурҙарының иң алдынғы обсерваторияһы булып тора[77]. Аргентина — Латин Америкаһында һауаға реактив самолёт (FMA I.Ae. 27 Pulqui) күтәргән тәүге ил. Аргентина хөрмәтенә 1901 йылда асылған (Аргентина 469) астероиды аталған.

Киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Матбуғат баҫмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Матбуғат баҫмалары индустрияһы юғары үҫешкән һәм дәүләткә бойондороҡһоҙ. 200-ҙән ашыу гәзит нәшер ителә. Төп милли гәзиттәр Буэнос-Айреста сыға. Центристик Clarín Латин Америкаһында — киң күләмле, испан телле донъяла икенсе баҫма һанала[78]. Башҡа дөйөм милли гәзиттәр: La Nación (хоҡуҡи-центристик, 1870 йылдан алып нәшер ителә), Página/12 (һул), Ámbito Financiero (эшлекле консерватив), Olé (спорт), Crónica (популистик).

Сағыштырмаса ҙур тираж менән сит телдәрҙә ике гәзит нәшер ителә: немец телендә Argentinisches Tageblatt һәм инглиз телендә Buenos Aires Herald (1876 йылдан алып нәшер ителә). Төп төбәк баҫмаларына түбәндәгеләр инә: La Voz del Interior (Кордова), Rio Negro (Хенераль-Рока (Рио-Негро)), Los Andes (Мендоса (ҡала), La Capital (Росарио), El Tribuno (Сальта), La Gaceta ([Тукуман (провинция). Журналдар араһында Noticias ҙур тираж менән баҫыла[79]. Atlántida, Eudeba, Emecé һәм бик күп башҡа нәшриәттәрҙе лә индереп, Аргентин нәшриәттәре, шул иҫәптән испан һәм мексика нәшриәттәре менән бер рәттән, испан телендә һөйләшкән донъяныҡы тип һанала. El Ateneo Латин Америкаһында иң ҙур китап магазиндары селтәре булып тора.

Радио һәм телевидение

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аргентина радиотапшырыуҙар өлкәһендә пионер булып тора. Sociedad Radio Argentina радиостанцияһы 1920 йылдың 27 авгусында киске сәғәт 9-ҙа: «Буэнос-Айрестатағы Колизео театрынан Рихард Вагнер Парсифаль операһын һеҙҙең йорттарға тура эфирҙа тапшырабыҙ», — тип иғлан итә. Ҡалала бары тик 20-гә яҡын йорттоң ғына тыңлау өсөн приёмниктары булған. Донъялағы тәүге радиостанция — 1922 йылға, Radio Cultura тапшырыуҙары башланған мәлгә тиклем, илдә берҙән-бер радиостанция булып ҡалған. 1925 йылға Буэнос-Айреста 12 һәм башҡа ҡалаларҙағы 10 радиостанция иҫәпләнә. 1930 йылдарҙа Аргентинала варьете, яңылыҡтар, «илатырлыҡ» опералар һәм спорт ваҡиғаларын трансляциялаған радионың алтын быуаты башлана[80].

Әлеге ваҡытта Аргентинала AM диапазонлы һәм 1150 FM диапазонлы 260 радиостанция эшләй[81]. FM форматында музыка һәм йәштәр программалары күпселекте тәшкил итә. Яңылыҡтар, дебаттар һәм спорт тапшырыуҙары AM тапшырыуҙарының нигеҙен тәшкил итә. Илдә һәүәҫкәр радиоэлемтә киң таралған.

Аргентинаның телевизион индустрияһы киң һәм төрлө. Каналдар Латин Америкаһына киң трансляциялана һәм бөтә донъя буйлап ҡабул ителә. Урындағы күп кенә тапшырыуҙарҙы башҡа илдәр телевидениелары күрһәтә. Сит ил продюсерҙары шулай уҡ программаларҙы үҙ баҙарҙарына яраҡлаштырыуға хоҡуҡ ала. Аргентинала биш дөйөм милли телеканал эшләй. Провинцияларҙың баш ҡалаларында һәм ҙур ҡалаларҙа кәмендә бер урындағы станция бар. Аргентинала кабель һәм юлдаш телевидениеһы каналдары Төньяҡ Американыҡына оҡшаш[82]. Күп кенә кабель селтәрҙәре: Utilísima Satelital, TyC Sports, Fox Sports en Español (АҠШ һәм Мексика менән берлектәҠыя яҙылыш), MTV Argentina, Cosmopolitan TV, шулай уҡ Todo Noticias яңылыҡтар селтәре Аргентинанан барлыҡ испанса һөйләшкән донъяны хеҙмәтләндерә.

2014 йылдың октябренән алып ил территорияһында рәсәй телеканалы «RT» испан телендә эфир тапшырыуҙары алып бара.[83]

  1. INDEC.Censo 2010. Datos provisorios: somos 40.091.359 habitantes 2016 йыл 21 февраль архивланған..
  2. 2,0 2,1 Report for Selected Countries and Subjects .
  3. Human Development Report 2011 (ингл.). United Nations Development Program (2011). Дата обращения: 6 ноябрь 2011. Архивировано 2 февраль 2012 года. 2012 йыл 4 февраль архивланған.
  4. Henry George Liddell, Robert Scott. A Greek-English Lexicon. Clarendon Press, Oxford, 1940. 2008 йыл 25 октябрь архивланған. ISBN 0-19-864226-1
  5. Henry George Liddell, Robert Scott. A Greek-English Lexicon. Clarendon Press, Oxford, 1940. 2008 йыл 25 октябрь архивланған. ISBN 0-19-864226-1
  6. Abad de Santillán, p. 104—105
  7. «Rio de la Plata» 2015 йыл 9 май архивланған. — Britannica Online Encyclopedia
  8. El verano en la Ciudad de Buenos Aires Servicio Meteorológico Nacional. (исп.). Servicio Meteorológico Nacional.. Дата обращения: 31 ғинуар 2011. Архивировано 24 сентябрь 2015 года.
  9. 3218.0 - Instituto Nacional de Estadistica y Censos, Argentina, 2006-07. INDEC (31 март 2008). Дата обращения: 6 июнь 2008. Архивировано 21 август 2011 года.
  10. 2010 Census provisional results. Дата обращения: 16 июнь 2018. Архивировано из оригинала 1 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 1 сентябрь архивланған.
  11. Argentine provinces. Дата обращения: 16 июнь 2018. Архивировано из оригинала 24 февраль 2008 года.
  12. 12,0 12,1 12,2 не включены территории Фолклендских островов и Аргентинской Антарктики, на которые претендует Аргентина
  13. Аргентина // Энциклопедический географический словарь / отв. редакторы Е. В. Варавина и др. — М.: Рипол-классик, 2011. — С. 47. — (Словари нового века). — 5000 экз. — ISBN 978-5-386-03063-6.
  14. Аргентинский дефолт: последствия. Дата обращения: 8 октябрь 2011. Архивировано 5 ғинуар 2012 года.
  15. Грибоедова И. А. Анализ и адаптация мировой продовольственной системы в Республике Беларусь // Экономические и социальные перемены: факты, тенденции, прогноз. — 2015. — № 1 (37). — С. 204
  16. {title}.
  17. {title}.
  18. {title}.
  19. Архивированная копия. Дата обращения: 14 февраль 2019. Архивировано из оригинала 14 февраль 2019 года.
  20. Salario mínimo: el Gobierno oficializó el aumento escalonado para agosto, septiembre y octubre — LA NACION. Дата обращения: 9 ғинуар 2020. Архивировано 15 сентябрь 2019 года.
  21. Minimum wage — Argentina — WageIndicator.org. Дата обращения: 9 ғинуар 2020. Архивировано 13 май 2020 года.
  22. Экспорт товаров и услуг в Аргентине по данным Всемирного банка. Дата обращения: 6 декабрь 2018. Архивировано 6 декабрь 2018 года.
  23. Аргентина: от гиперинфляции к дефляции и внешнеэкономической неплатежеспособности. Дата обращения: 6 декабрь 2018. Архивировано 6 апрель 2020 года.
  24. Экспорт товаров и услуг в Аргентине. Дата обращения: 6 декабрь 2018. Архивировано 6 декабрь 2018 года.
  25. ВВП Аргентины. Дата обращения: 6 декабрь 2018. Архивировано 6 декабрь 2018 года.
  26. Население Аргентины 2017. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 22 февраль 2020 года.
  27. 27,0 27,1 World Bank Group - International Development, Poverty, & Sustainability (ингл.). World Bank. Дата обращения: 9 декабрь 2018. Архивировано 16 сентябрь 2015 года.
  28. {title}.
  29. WTO | dispute settlement - the disputes - DS438. www.wto.org. Дата обращения: 9 декабрь 2018. Архивировано 9 декабрь 2018 года.
  30. OECD Economic Surveys/ Argentina Multi-dimensional Economic Survey July 2017 Overview (ингл.). OECD. Дата обращения: 9 декабрь 2018. Архивировано 30 август 2018 года.
  31. 31,0 31,1 {title}.
  32. 32,0 32,1 32,2 Эксперт. — 2020. — № 23 (1164). — С. 8.
  33. Аргентине грозит дефолт 2013 йыл 13 май архивланған. ng.ru 29.11.2012
  34. Аргентина объявила дефолт. Взгляд (31 июль 2014). Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 3 август 2014 года.
  35. Геннадий Лисоволк. Странный дефолт Аргентины. Газета.Ru (1 август 2014). Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 3 август 2014 года. 2014 йыл 3 август архивланған.
  36. Аргентина отказалась объявлять дефолт. Lenta.ru (31 июль 2014). Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  37. Fitch понизило рейтинг Аргентины до «выборочного дефолта». РБК (1 август 2014). Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 12 август 2014 года.
  38. Национальная экономическая энциклопедия. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 7 июнь 2019 года.
  39. adefa.com.ar. Архивировано из оригинала 31 май 2011 года. 2011 йыл 31 май архивланған.
  40. grupopayne.com.ar. Архивировано 31 май 2011 года. 2011 йыл 31 май архивланған.
  41. La república digital (недоступная ссылка — история).
  42. DNRPA. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 6 декабрь 2019 года.
  43. Buenos Aires Transport Subway. Дата обращения: 4 июль 2010. Архивировано 31 май 2013 года. 2013 йыл 31 май архивланған.
  44. Política Económica — Página Principal. Архивировано 25 май 2015 года. 2015 йыл 25 май архивланған.
  45. Encyclopedia Britannica, Book of the Year (various issues): statistical appendix.
  46. 46,00 46,01 46,02 46,03 46,04 46,05 46,06 46,07 46,08 46,09 46,10 46,11 46,12 46,13 46,14 46,15 46,16 46,17 46,18 46,19 46,20 46,21 46,22 46,23 46,24 46,25 46,26 46,27 46,28 46,29 46,30 46,31 46,32 46,33 46,34 46,35 46,36 46,37 46,38 46,39 46,40 46,41 46,42 46,43 46,44 46,45 46,46 46,47 46,48 46,49 46,50 46,51 46,52 база данных Всемирного банкаДонъя банкы.
  47. Департамент по экономическим и социальным вопросам ООН World Population Prospects: The 2015 Revision — 2015 — Департамент по экономическим и социальным вопросам ООН, 2015.
  48. база данных Всемирного банкаДонъя банкы.
  49. https://www.indec.gob.ar/nivel2_default.asp?id_tema=2&seccion=P
  50. https://www.pagina12.com.ar/422916-la-poblacion-argentina-es-de-47-327-407-personas
  51. Proyecciones provinciales de población por sexo y grupos de edad 2001-2015 (páginas 16) (исп.) (pdf) (недоступная ссылка — история). INDEC. Дата обращения: 2 февраль 2021. Архивировано 21 август 2011 года.
  52. Аргентина. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 27 апрель 2020 года.
  53. Archetti, Eduardo P. (2001). El potrero, la pista y el ring. Las patrias del deporte argentino, Buenos Aires, Fondo de Cultura Económica.
  54. Аргентинское танго против тотального футбола (история ЧМ-1978) :: История :: РБК Спорт. Дата обращения: 1 апрель 2021. Архивировано 14 апрель 2021 года.
  55. Олимпийское движение — Министерство спорта Российской Федерации. Дата обращения: 1 апрель 2021. Архивировано 14 апрель 2021 года. 2021 йыл 14 апрель архивланған.
  56. Аргентина по-русски. Дата обращения: 9 декабрь 2012. Архивировано 7 май 2021 года.
  57. 57,0 57,1 57,2 57,3 INDEC Household Survey (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  58. 58,0 58,1 Monografias.com. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 6 апрель 2020 года.
  59. Argentine Higher Education Official Site. Архивировано 11 июнь 2008 года. 2008 йыл 11 июнь архивланған.
  60. UBA School of Medicine. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 28 ноябрь 2019 года.
  61. IADB. Архивировано из оригинала 2 сентябрь 2008 года. 2008 йыл 2 сентябрь архивланған.
  62. Argentina: From Insolvency to Growth. World Bank Press, 1993.
  63. Situación de la Salud (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  64. 64,0 64,1 64,2 DEIS (2008). Архивировано из оригинала 25 ғинуар 2011 года.
  65. 65,0 65,1 UNData (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  66. UN Demographic Yearbook. 1957.
  67. 67,0 67,1 UN Demographic Yearbook. Historical Statistics. 1997.
  68. Argentina. Архивировано 3 февраль 2007 года. Non-Proliferation
  69. Argentina (10/09). Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 23 июнь 2017 года.
  70. Hillary Clinton: Argentina is on the forefront of the fight for nuclear security. Архивировано из оригинала 16 апрель 2010 года.
  71. Julia Rodríguez, Columbia University. The Argentine Fingerprint System. Архивировано 27 апрель 2011 года. 2011 йыл 27 апрель архивланған.
  72. Argentine Talent Without Frontiers. Дата обращения: 19 июль 2010. Архивировано из оригинала 6 февраль 2008 года. 2008 йыл 6 февраль архивланған.
  73. PEHUENSAT-1. Дата обращения: 19 июль 2010. Архивировано из оригинала 17 ғинуар 2007 года. 2007 йыл 17 ғинуар архивланған.
  74. Momento 24 (20 March 2010). Архивировано 23 март 2010 года.
  75. INVAP and the aerospace technology. Архивировано 15 апрель 2012 года. 2012 йыл 15 апрель архивланған.
  76. NASA Aquarius Project. Архивировано из оригинала 17 ноябрь 2007 года. 2007 йыл 17 ноябрь архивланған.
  77. Pierre Auger Observatory. Архивировано 7 ғинуар 2009 года. 2009 йыл 7 ғинуар архивланған.
  78. News Prnewswire.com. Дата обращения: 14 ғинуар 2020. Архивировано из оригинала 11 октябрь 2012 года.
  79. Editorial Perfíl. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 29 ноябрь 2019 года.
  80. Radio With a Past in Argentina. Архивировано 8 ноябрь 2007 года. 2007 йыл 8 ноябрь архивланған.
  81. Mi Buenos Aires Querido. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 7 декабрь 2016 года.
  82. Homes with Cable TV in Latin America 2021 йыл 8 март архивланған. Trends in Latin American networking
  83. Россия-Аргентина — Посольство Российской Федерации в Аргентинской Республике. Дата обращения: 9 апрель 2021. Архивировано 18 апрель 2021 года.
  • Аргентинала авторлыҡ хоҡуғы


Ҡалып:Аргентина в темах Ҡалып:Южная Америка

Ҡалып:ОАГ Ҡалып:CSN Ҡалып:МЕРКОСУР