Гармун
Гармонь | |
Гармошка | |
25×25 клавишалы урыҫ хромкаһы | |
Классификация | |
---|---|
Туғандаш инструменттар | |
Гармонь Викиһаҡлағыста |
Гармун (гармошка, грек. ἁρμονικός — матур яңғырашлы, ауаздаш) — баҫмаҡлы, күрекле музыка ҡоралы[1][2].
Гармун төрлө конструкциялы һәм көйләнешле телле-клавишалы, пневматик музыка уйын ҡоралы. Европала барлыҡҡа килгән. Беренсе конструкцияһын 1822 йылда немец оҫтаһы К. Ф. Л. Бушман эшләгән. Барлыҡ гармундарга тартып уйнау принцибы һәм тауыш сығанағының конструктив үҙенсәлектәре уртаҡлығы хас. Тауыш сығанағы — металл планкаларының махсус ярыҡтары («тәҙрәләре») өҫтөнә беркетелеүсе, иркен дерелдәүсе металл телдәр. Корпусы һул һәм уң клавиатураларҙан тора, уртаһында күрек урынлашҡан. Күрек ҡыҫылғанда һәм тартылганда һауа ағымы тәҫирендә тауыштар барлыҡҡа килә. Уң клавиатураһы — көй башҡарыу, һулы — бас-аккордтар өсөн тәғәйенләнгән.
XIX быуатта уйлап табылғандан һуң уҡ Рәсәйҙә тарала башлай. Башҡорттарҙың музыка мәҙәниәтендә XIX быуат аҙағында ҡулланыла башлай. Гармундың башҡорт йәмғиәтендә ярайһы уҡ киң таралған музыка ҡоралы булыуы тураһында А. П. Чеховтың яҙмаларында, С. Г. Рыбаковтың «Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһында очерк менән» китабында һөйләнә.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 22 ғинуар архивланған.
- Татар энциклопедияһы 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
- ↑ Музыка: Энциклопедия / Под ред. Г. В. Келдыш. — Репринтное издание «Музыкального энциклопедического словаря» 1990 года. Изд-во: Советская энциклопедия. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2003. — 672 с. — ISBN 5-85270-254-4.