Курчатов институты
«Курчатов институты» милли тикшеренеү үҙәге (элек И. В. Курчатов исемендәге Атом энергияһы институты) — СССР һәм Рәсәй ғилми-тикшеренеү институты. 1943 йылда нигеҙләнгән, 1991 йылда ғилми үҙәк итеп үҙгәртелгән. Үҙәк тура Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә буйһондоролған һәм Рәсәй Фәндәр академияһы менән тармаҡ министрлыҡтары составына инмәй.
Әлеге ваҡытта «Курчатов институты» милли тикшеренеү үҙәге Рәсәйҙә һан яғынан да, фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар һәм эксперименталь мөмкинлектәр даирәһе буйынса ла атом фәне һәм техникаһында ғына түгел, физиканың төрлө өлкәләрендә лә иң ҙур ғилми үҙәктәрҙең береһе һанала. «Курчатов институты» милли тикшеренеүҙәр үҙәгенә махсуслаштырылған институттар һәм ғилми-техник комплекстар инә.
Әлеге мәлгә Үҙәк эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренә ядро энергетикаһын хәүефһеҙ үҫтереү, идара ителеүсе термоядро синтезы һәм плазма процестары, түбән һәм уртаса энергияларҙың ядро физикаһы, ҡаты есемдәр физикаһы һәм үтә юғары үткәреүсәнлек, мезон химияһы инә. Курчатов институтында шулай уҡ молекуляр физика, физик һәм органик булмаған химия, химик физика, плазма физикаһы һәм химияһы, сәнәғәт хәүефһеҙлеге, экология, микроэлектрониканың элементтар базаһы, информатика һ. б. буйынса фундаменталь һәм ҡулланма тикшеренеүҙәр үткәрелә.
== Тарихы ==№ 2352сс
Лаборатория ғәмәлдә 1942 йылдың 28 сентябрендә үк Оборона дәүләт комитетының «Уран буйынса эштәрҙе ойоштороу тураһында» В. М. Молотов ҡултамғаһы ҡуйылған ҡарары менән ойошторола. И. В. Сталин бойороғона ярашлы, Ленинград физика-техника институты директоры А. Ф. Иоффе үҙ институтының Ҡаҙан төркөмө буйынса бойороҡ сығара. Беренсе совет махсус атом лабораторияһында ун кеше була:
| |
---|---|
|
1943 йылдың 11 февралендә Оборона дәүләт комитеты «Уран буйынса эште уңышлы үҫтереү саралары тураһында» № 2872сс фарман сығара, 12 апрелдә СССР Фәндәр академияһы вице-президенты академик А. А. Байков СССР Фәндәр академияһының 2-се Лабораторияһын ойоштороу тураһында 121-се фарманға ҡул ҡуя. Лаборатория алдына ядро ҡоралы эшләү бурысы ҡуйыла. СССР Фәндәр академияһының 1943 йыл 2 март сыҡҡан 122-се фарманы менән Лаборатория начальнигы итеп И. В. Курчатов тәғәйенләнә, проект менән бәйле техник һәм ойоштороу эштәре өсөн Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе урынбаҫары М. Г. Первухин яуаплы була.
Ядро реакцияһын тикшереү эштәрҙең беренсе этабы итеп билдәләнә. Эштәр 1943 йылдан Ҡазанда башлана. Шул уҡ йылды Һирәк металдар сәнәғәте ғилми-тикшеренеү һәм проектлау дәүләт институты (начальник З. В. Ершова) алдына тикшеренеү эштәре өсөн тиҙ арала уран карбиды һәм металлик уран алыу бурысы ҡуйыла.
Оборона дәүләт комитетының 1944 йыл 15 март сыҡҡан № 5407сс ҡарары менән Ленинградта 2-се Лабораторияның филиалы асыла, И. Н. Вознесенский етәкселегендәге Айырым конструкторлыҡ бюроһы филиалдың мөһим подразделениеһына әйләнә. Свердловскиҙа И. К. Кикоин етәкселегендәге тикшеренеү лабораторияһы эшләй. Ошо уҡ йылды З. В. Ершованың тырышлығы менән Ф-1 реакторының эше өсөн яраҡлы уран сеймалы алына. 1944 йылдың 3 декабрендә СССР Оборона дәүләт комитетының «СССР Фәндәр академияһының 2-се Лабораторияһы тарафынан үткәрелеүсе эштәрҙе йәйелдереү буйынса кисектергеһеҙ саралар тураһында» № 7069сс ҡарары сыға. Атом проекты буйынса бөтә эштәр Мәскәүҙә туплана, унда лаборатория корпустары төҙөү өсөн ер бүленә, һуңыраҡ ошонда Курчатов институты үҫеп сыға. Проектҡа төп етәкселекте Л. П. Берия тормошҡа ашыра. 1944 йылдың 8 декабрендә Оборона дәүләт комитетының «Уран рудаларын сығарыуҙы һәм эшкәртеүҙе тәьмин итеү буйынса саралар тураһында» № ГКО-7102сс/ов ҡарарына ҡул ҡуйыла, Ҡыҙыл Армиянан һәм Хәрби-диңгеҙ флотынан тармаҡ үҫеше өсөн кәрәкле белгестәрҙе демобилизациялау мөмкинлеге Лаборатория эшмәкәрлеге өсөн ҡулланыла башлай.
1945 йылдан атом проектында лабораторияның роле үҙгәрә: 1945 йылдың 6 һәм 9 авгусында Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы ташлау сәбәпле 1945 йылдың 20 авгусында СССР Оборона дәүләт комитетының «Оборона дәүләт комитеты ҡарамағындағы махсус комитет [атом энергияһын файҙаланыу буйынса] тураһында» № 9887сс/ов фарманы сыға. Яңы сәнәғәт тармағының эшмәкәрлеген көйләү өсөн яңы власть органдары ойошторола: Оборона дәүләт комитеты ҡарамағындағы Махсус комитет (етәксе орган) һәм Оборона дәүләт комитеты ҡарамағындағы Беренсе баш идаралыҡ (башҡарма орган). Улар атом сәнәғәтен булдырыу өсөн яуап бирә, ә 2-се Лабораторияға фәнни эш һәм проекттарҙы ҡулланма оҙатыу йөкмәтелә.
1946 йылдың июлендә Лабораторияға демобилизвацияланған И. В. Савельев килә, ул И. К. Кикоин етәкселегендәге уран изотоптарын газ-диффуз ысул менән бүлеү проектына ҡушылып китә. Шул уҡ йылды атом проектының икенсе этабы тормошҡа ашырыла — беренсе совет атом реакторы Ф-1 төҙөлә һәм эшкә ҡушыла.
Ядро ҡоралы өсөн материалдар эшләү буйынса производство ҡеүәттәрен төҙөү өсөнсө этапты тәшкил итә. Был эш сиктәрендә Саров ҡалаһында КБ-11 объекттары төҙөлә.
Дүртенсе этапта ҡорал өсөн плутоний-239 етештерелә һәм РДС-1 бомбаһы йыйыла.
Бишенсе этап 1949 йылдың 29 авгусында Семипалатинск ядро полигонында РДС-1 бомбаһын һынауҙан тора.
1949 йылдың 4 апрелендә СССР Фәндәр академияһы Президиумының 386-сы фарманы менән СССР Фәндәр академияһының 2-се Лабораторияһы СССР Фәндәр академияһының Үлсәү приборҙары лабораторияһы итеп үҙгәртелә. Ул 3393-сө Почта йәшниге предприятиеһы ла (Предприятие п/я 3393) булып тора.
СССР Юғары Советы Президиумының 1954 йылдың 4 авгусында сыҡҡан № 234/9 Указы менән СССР Фәндәр академияһы Үлсәү приборҙары лабораторияһы Ленин ордены менән наградлана.
СССР Министрҙар Советының 1956 йыл 10 ноябрь сыҡҡан 6664-се фарманы менән СССР Фәндәр академияһының Үлсәү приборҙары лабораторияһы И. В. Курчатов етәкселегендәге СССР Фәндәр академияһының Атом энергияһы институты итеп үҙгәртелә.
1960 йылдың 9 февралендә Институтҡа И. В. Курчатов исеме бирелә (КПСС Үҙәк Комитетының һәм СССР Министрҙар Советының 146-сы Ҡарары). Яңы атамаһы — И. В. Курчатов исемендәге Атом энергияһы институты.
СССР Юғары Советы Президиумының 1981 йыл 10 март № 4130-X Указы менән И. В. Курчатов исемендәге Атом энергияһы институты Октябрь Революцияһы ордены менән наградлана.
РСФСР Президентының 1991 йыл 21 ноябрь 230-сы Указы менән Атом энергияһы институты "Курчатов институт"ы Рәсәй фәнни үҙәге" тип үҙгәртелә.
2008 йылдың 28 апрелендә Рәсәй Федерацияһы Президентының № 603 «„Курчатов институты“ милли тикшеренеү үҙәген булдырыу буйынса пилот проекты тураһында» Указына ҡул ҡуйыла.
2010 йылдың 27 июлендәге «„Курчатов институты“ милли тикшеренеү үҙәге тураһында»ғы 220-се Федераль законға ярашлы, «Курчатов институты» милли тикшеренеү үҙәге тигән атама ала.
Институттың ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Курчатов институты коллективы тарафынан Мәскәүҙәге беренсе циклотрон (1944), Европалағы беренсе атом реакторы (1946), беренсе совет атом бомбаһы (1949), донъяла беренсе термоядро бомбаһы (1953), донъяла беренсе сәнәғәт атом электр станцияһы (1954), һыу аҫты кәмәләре (1958) һәм атом боҙватҡыстары өсөн («Ленин» атом боҙватҡысы, 1959) СССР-ҙа беренсе атом реакторы, көйләнеүсе термоядро реакцияларын тормошҡа ашырыу өсөн иң эре ҡоролма (1958) эшләнә. Ту-95 самолеты нигеҙендә осоусы атом лабораторияһы, минималь үлсәмле ядро ракета двигателдәренең прототиптары сығарыла, электрореактив (импульслы-плазмалы) двигатель эшләнә һәм космоста 1964 йылда «Зонд-2» юлдашында һынала, ионлы һәм стационар плазмалы двигателдәр эшләнә һәм космоста «Метеор» юлдашында һынала. Тикшеренеү реакторҙары эшләнә, тәүге токамактар төҙөлә, уларҙы төҙөү тәжрибәһе хәҙерге ҡоролмаларҙы эшләүҙә ҡулланылған. Токамак Т-10 әле лә эшләтелә, унда ИТЭР эксперименталь термоядро реакторына ҡуйыла торған ҡорамал һынала. Курчатов институтында үтә юғары үткәреүсәнлекле магнит системалы токамак Т-15 тора, әммә унда эксперименттар үткәрелмәй.
Курчатов институтында барлыҡҡа килгән һәм үҫеш алған күп һанлы ғилми йүнәлештәр үҙаллы институттар булып айырылып сыға. Курчатов институтында ойошторолған филиалдар һуңыраҡ үҙаллы ғилми ойошмалар булып китә. Юғары энергиялар физикаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр өсөн асылған филиал Дубналағы Берләштерелгән ядро һынауҙары институтына әүерелә, энергетик реакторҙар буйынса тикшеренеүҙәр һәм уларҙы стендта эшкәртеү филиалы — Атом реакторҙары институты, МГД-генераторҙар эшләү һәм лазер технологиялары филиалы Троицк инновациялы һәм термоядро тикшеренүҙәре институты итеп үҙгәртелә. Курчатов институтында шулай уҡ А. П. Александров исемендәге ғилми-тикшеренеү технологиялар институтына нигеҙ һалына.
Курчатов институтында совет, унан һуң Рәсәй интернеты (рунет) тарихы башлана. 1990 йылдың 1 авгусында Курчатов институты базаһында «Релком» компьютер селтәренә нигеҙ һалына. 1990 йылдың 19 сентябрендә SU (ингл. Soviet UnionSoviet Union — Советтар Союзы) домены теркәлә.
Етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- акад. И. В. Курчатов (1943—1960
- акад. А. П. Александров (1960—1989, 1960 йылдан)
- акад. Е. П. Велихов (1989—1992, «Курчатов институты» Рәсәй фәнни үҙәге президенты)
- акад. А. Ю. Румянцев (1993—2001)
- И. Н. Поляков (2001—2005)
- РФА мөхбир ағзаһы М. В. Ковальчук (2005—2015)
- физика-математика фәндәре докторы В. И. Ильгисонис (2015—2017)
- техник фәндәр докторы Д. Ю. Минкин (2017—2018)
- «Курчатов институты» милли тикшеренеү үҙәгенең почётлы президенты — Е. П. Велихов (1992—2015 — «Курчатов институты» милли тикшеренеү үҙәге президенты)
- «Курчатов институты» милли тикшеренеү үҙәге президенты — М. В. Ковальчук (2005—2015 — «Курчатов институты» милли тикшеренеү үҙәге директоры)
- «Курчатов институты» милли тикшеренеү үҙәге директоры — физика-математика фәндәре докторы А. Е. Благов (2018 йылдан)
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәнҡитселәр фекеренсә, әлеге ваҡытта, финанстар менән етди тәьмин ителеүгә ҡарамаҫтан, институттың етәкселеге ҡиммәтле һәм ҡатмарлы ҡорамалдарҙы эшләтергә һәләтле түгел. Һөҙөмтәлә, институт ошондай уҡ ҡорамалдарҙы ҡулланып алға барған сит ил фәнни ойошмалары менән сағыштырғанда ғилми һөҙөмтәләргә өлгәшә алмай. Теоретик һәм эксперименталь физика институтын ҡушыу институтҡа күп проблемалар тыуҙыра.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борис Иоффе. О критическом положении ИТЭФ // Троицкий вариант — Наука. — 2012. — № 97 (14 февраля). — С. 3.
Борис Иоффе. О критическом положении ИТЭФ // Троицкий вариант — Наука. — 2012. — № 97 (14 февраля). — С. 3.
Мәҡәләләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Курчатовский институт. Итоги XX века 2016 йыл 4 март архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2012)(Тикшерелгән 27 ноябрь 2012)
- Сколько лет меганауке?(недоступная ссылка) — Журнал «В мире науки», № 6, 2012 (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2012)(Тикшерелгән 27 ноябрь 2012)
- Пространственная перспектива. Ученые СНГ объединяют усилия для новых амбициозных проектов. 2016 йыл 4 март архивланған. — Газета «Поиск», 22 июня, 2012 (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2012)(Тикшерелгән 27 ноябрь 2012)
- Анна Попова. Побег из Курчатника / Физика элементарных частиц: как живёт одна из самых развитых областей науки России . Lenta.ru (18 сентябрь 2013). Дата обращения: 24 декабрь 2016.