Эстәлеккә күсергә

Мальтус Томас

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мальтус Томас
ингл. Thomas Malthus
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Thomas Robert Malthus
Тыуған көнө 13 февраль 1766({{padleft:1766|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1] или 14 февраль 1766({{padleft:1766|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[3]
Тыуған урыны Уэсткотт[d], Моул-Велли[d], Суррей[d], Англия, Бөйөк Британия короллеге[d]
Вафат булған көнө 23 декабрь 1834({{padleft:1834|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1][4][5] (68 йәш)
Вафат булған урыны Бат[d], Сомерсет[d], Англия, Бөйөк Британияның һәм Ирландияның берләшкән короллеге[d][6][7][8][…]
Атаһы Daniel Malthus[d][9]
Әсәһе Catherine Graham[d][9]
Бер туғандары Mary Anne Malthus[d][9] һәм Sydenham Malthus[d][9]
Хәләл ефете Harriet Eckersall[d][9]
Балалары Henry Malthus[d][9][2], Lucy Malthus[d][9] һәм Emily Malthus[d][9]
Туған тел британский вариант английского языка[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө иҡтисадсы, эссеист, статистик, демограф, англиканский священник, социолог, математик, яҙыусы
Уҡыу йорто Джизус-колледж[d]
Кембридж университеты
Warrington Academy[d]
Кемдә уҡыған William Frend[d] һәм Гильберт Уэйкфилд[d]
Ойошма ағзаһы Лондон король йәмғиәте[d] һәм Рәсәй Фәндәр академияһы
Йоғонто яһаусы Жан-Жак Руссо
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Проект:Математика[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Мальтус Томас Викимилектә

То́мас Ро́берт Ма́льтус (ингл. Thomas Robert Malthus, 17661834) — инглиз священнигы, ғалим, демограф һәм иҡтисадсы, халыҡ һанының контролһеҙ артыуы Ерҙә йәшәү уңайлыҡтарының кәмеүенә һәм аслыҡҡа килтереүе тураһындағы теорияның авторы. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа классик макроэкономикаға нигеҙ һалған тип таныла)[10].

Лондон король йәмғиәте ағзаһы (1818), Француз Әхлаҡ һәм сәйәсәт фәндәре академияһының сит ил ағзаһы (1833), Санкт-Петербург Император фәндәр академияһының сит ил почетлы ағзаһы (1826)[11].

Роберт Мальтус 1766 йылдың 13 февралендә Англияла Суррей графлығындағы Доркей ҡалаһына ҡараған һәм Гилдфорд ҡалаһына яҡын ғына урынлашҡан Рукери имениеһында хәлле дворян Дэниэл Мальтус менән Генриетта (ҡыҙ фамилияһы Грэхем) Мальтус ғаиләһендә тыуа. Ғалимдың атаһы Мальтус Дэниел Давид Юм менән Жан-Жак Руссоның эйәрсене, икеһе менән дә шәхсән таныш булған[10].

1784 йылда Роберт Кембридж университетының Ғайса колледжына уҡырға инә. Унда математика, риторика, латин һәм грек телдәрен өйрәнә. 1788 йылда колледжды тамамлай. 1789 йылда англикан сиркәүенең дьяконы рухани санына бағышлау үтә һәм Уоттон графлығы Окевуд ауылы мәхәлләһендә икенсе священник итеп тәғәйенләнә. Роберт 1971 йылда священник ителә һәм Линкольншир графлығының Уэльсби (инг.)баш. ҡалаһы пасторы итеп тәғәйенләнә. 1793 йылда Ғайса колледжына уҡытыусы булып урынлаша. 1796 йылда рухани булып Олбери (Суррей) ҡалаһына китә. 1804 йылда Мальтус өйләнә — был никахтан өс балаһы тыуа, әммә ейәндәре булмай. 1805 йылда Ост-һинд компанияһы колледжында тарих һәм сәйәси экономия кафедраһы профессоры була, шулай уҡ колледжда священник вазифаһын башҡара[12].

Аралашҡанда Томас Роберт Мальтус, ғәҙәттә, беренсе исемен төшөрөп ҡалдырыр була, үҙен Роберт тип кенә атай, хеҙмәттәренә «Т. Роберт Мальтус» тип имза ҡуя[10].

Роберт Мальтус тоғро христиан ғына түгел, Мәғрифәтселек идеалдарына ла ныҡлы бирелгән була. Ул Аҡылға ышаныу менән Аллаға ышаныуҙың бер-береһе менән бик яҡшы һыйыша алыуын күрһәтә[13].

Мальтус ғүмер буйы фәҡирлектә көн итмәһә лә, бик ябай тормош менән йәшәй, принципиаль һәм эҙмә-эҙлекле рәүештә уға хөкүмәт тәҡдим иткән юғары дәүләт вазифаларынан да, сиркәү карьераһынан да баш тартып, тормошоноң төп эше тип фәнде һанай.

Мальтус 1834 йылдың 23 декабрендә йөрәк ауырыуынан ҡапыл вафат була һәм Бат ҡалаһы аббатлығында ерләнә.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Population of on the Essay principle, 1826

1798 йылда Essay on the Principle of Population ("Халыҡ һаны законы тураһында очерк ") тигән китабын баҫтыра.

Артабанғы төп әҫәрҙәре:

  • «Observations on the Effects of the Corn Laws» (1814) — иген закондарын яҡлау;
  • «An Inquiry into the Nature and Progress of Rent» (1814) — ер рентаһы теорияһы;
  • «Сәйәси экономия принциптары» (1820) — Давид Рикардо һәм Сэй менән полемиканан тора.

Мальтус Король йәмғиәте һәм Француз академияһы ағзаһы[асыҡларға] итеп һайлана, Сәйәси экономия клубына нигеҙ һала, һәм Лондон статистика йәмғиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була.

Үҙенең фәнни ысулында Мальтус «нисбәттәр доктринаһына» таяна, асылы уның һәр ваҡыт сиктәргә ташланыуҙарҙан ҡасыуынан һәм алтын урталыҡты һайлауынан ғибәрәт[14].

Мальтус laissez-faire һәм ирекле сауҙа принциптарын ныҡлы хуплай: «һәр кешегә, ул ғәҙеллек ҡағиҙәләре буйынса эш иткән осраҡта, үҙ мәнфәғәттәрен күҙәтеү рөхсәт ителгәндә, милләттең бай булыуы һәйбәт тәьмин ителер», «хөкүмәттәр капитал ағымдарын һәм сәнәғәтте көйләүгә ҡыҫылырға тейеш түгел, ә һәр кешегә, ул ғәҙеллек ҡанундарына буйһонған осраҡта, эшмәкәрлек һәм килем алыу ирке бирергә тейеш». Был положениеларҙы Мальтус «бөйөк принцип» һәм сәйәси экономияның төп ҡағиҙәләренең береһе тип тасуирлай[15].

Халыҡ һаны теорияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теорияның положениелары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Халыҡ һаны законы тураһындағы очерк"тың төп өс тезисы:

  • Кешенең нәҫелде дауам итеү биологик ихтыяжы арҡаһында халыҡ һаны, йәшәү өсөн саралар булған осраҡта, даими үҫә.
  • Халыҡ һаны йәшәү саралары менән ҡәтғи сикләнә.
  • Халыҡ һанының үҫеше уға ҡаршы сәбәптәр менән генә (һуғыштар, эпидемиялар, аслыҡ) туҡтатыла ала.