Нәсех һәм мәнсух
Ислам · Илаһи китаптар |
Тәфсир һәм тәржемә
|
Экземплярҙар
|
Нәсех һәм мәнсух (рус. Насх и мансух) — Ҡөрьәндең йәки хәҙистәрҙең ҡайһы бер аяттарының хөкөмдәрен башҡа аяттарҙың йәки хәҙистәрҙең хөкөмдәре файҙаһына бөтөрөү.
Мәғәнәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәсех (ғәр. نسخ) — мәғәнәһе: «бөтөрөү», «алып ташлау», «үҙгәртеү», «бүтәнсә итеү»; Исламда Аллаһ үәхиҙәрен үҙгәртеү, алыштырыу йәки бүтәнсә итеп биреү.
Мәнсух — ғәмәлдән сығарылған хөкөм тигән мәғәнәләге атама[1][2]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мосолман доктринаһына ярашлы, Илаһи үәхиҙәр Мөхәммәт Пәйғәмбәргә 23 йыл дауамында ебәрелә. Һәм был үәхиҙәр Изге яҙмаға — Ҡөрьәнгә ингән аяттар менән генә сикләнмәй. Үәхиҙәр өс категорияға бүленә тип иҫәпләнелә:
- Ҡыҫҡа ваҡытлы, бер миҙгеллек кенә мәғәнәгә эйә булған үәхиҙәр. Улар ниндәй ҙә булһа конкрет тормош ситуациялары буйынса иңдерелә һәм дөйөм характерҙа булмай.
- Оҙайлы, тотороҡлораҡ әһәмиәткә эйә булған үәхиҙәр. Улар Мөхәммәт Пәйғәмбәр тарафынан кеше алдында йәки конкрет кешеләр менән һөйләшеүҙәрҙә әйтелә, иҫтә ҡала һәм яҙып алына.
- Аллаһтың ихтыярына ярашлы, уның Мәңгелек Һүҙенә — Ҡөрьәнгә инергә тейешле үәхиҙәр.[1]
Ҡөрьән аяттарын ғәмәлдән сығарыу миҫалы булып түбәндәге хәҙис тора: «Ғәйшә бинт Әбү Бәкер бәйән итеүенсә, Ҡөрьәнгә иңдерелгәндәр араһындаУн тапҡыр имеҙеү тыйыла тигән һүҙҙәр булған, әммә һуңынан был бойороҡ „биш имеҙеү“ тип үҙгәртелгән». Был аят Ҡөрьәндә Пәйғәмбәрҙең вафатына тиклем һаҡлана[3]
Ҡөрьәндә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беҙ бер аятты икенсе аят менән алмаштырған саҡта — ә АллаҺ Үҙенең нимә иңдергәнен яҡшыраҡ белә,— улар: «Һин Аллаһуға ифтира ҡылыусыһың!» — тиҙәр. Бәлки уларҙың күбеһе аят алышыуының хикмәтен белмәйҙәр!. |
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Насх и мансух // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡөрьәндә нәсех һәм мәнсух alizadeh.narod.ru
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
- ↑ 1,0 1,1 Али-заде, А. А. Насх и мансух // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- ↑ Мәнсух/Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, «Русский язык», 1993. — 1-се том, бит— ISBN 5-200-01108-6
- ↑ (Мөслим, Рада 24, /1452/; Әбү Дауд, Никах 11, /2062/; Тирмизи, Рада 3, /1150/; Насаи, Никах 51, /6, 100/).
- ↑