Эстәлеккә күсергә

Чупакабра

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чупакабра
Чупакабра рәссам ҡарашы буйынса бүрегә, кеҫәрткегә оҡшаған йәки хатта мал ҡаны менән туҡланыусы кешегә оҡшаш йән эйәһе

Чупакабра рәссам ҡарашы буйынса

бүрегә, кеҫәрткегә оҡшаған йәки хатта мал ҡаны менән туҡланыусы кешегә оҡшаш йән эйәһе
Мифология

имеш-мимеш мистификациялар

Тип

аждаһа, криптид

Урыны

барып етеүе ауыр урындар (джунгли һәм һаҙлыҡ)

Шөғөлө

малға һөжүм

Билдәләре

тиреһе йөн йәки тәңкә менән ҡапланған, арҡаһында йәки ян-яғында сәнскеләр урынлашҡан

Атрибут

ҡан

Эллинизмда

тевмес төлкөһө

 Чупакабра Викимилектә

Чупакабра (исп. chupҙан chupacabras «һурыу» + кабра «кәзә»: һүҙмә-һүҙ «һурыусы кәзә, вампир») — фәнгә билдәһеҙ йән эйәһе, ҡала легендаһы персонажы. Легенда буйынса, чупакабра хайуандарҙы (башлыса кәзәләрҙе) үлтерә һәм уларҙың ҡанын һура. Чупакабра йыш ҡына нәфис фильмдар, сериалдар, китаптар[1] һәм йәнһүрәттәр геройы булып тора. Чупакабраның барлығы тураһында ышаныслы мәғлүмәт юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, киң мәғлүмәт саралары төрлө төбәктәрҙән килгән шаһиттарҙың хәбәрҙәрен ваҡыты-ваҡыты менән таратып тора. Йыш ҡына ауырыуҙар йәки мутациялар һөҙөмтәһендә үҙгәргән хайуандарҙы (эт, койот, төлкө, шакалдар) чупакабра тип ҡабул ителә[2][3].

Чупакабра тураһындағы ҡала риүәйәте башланыуы 1950-се йылдарға ҡарай. Пуэрто-Рикола ҡаны һурып алынған бер нисә үле кәзә табыла[4]. 1990 йылдар уртаһында легенда башлыса телевидение һәм интернет арҡаһында киң таралыу ала[5]. 1995 йылда, күрәһең, «Особь» фильмы[6] тәьҫораттары аҫтында чупакабра бейеклеге бер метр самаһы булған ике аяҡлы, аҡһыл йөнлө, ҡабырғаларында тырпайып торған сәнскеләре булған йән эйәһе булараҡ һүрәтләнә башлай[7]. 2000-се йылдар башында уны сусҡа моронло эткә йәки койотҡа дүрт аяҡлы йән эйәһе булараҡ һүрәтләйҙәр[7].

Табылыуы тураһында хәбәрҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чупакабра тураһында тәүге хәбәрҙәр Пуэрто-Риконан, һуңынан 1990-сы йылдар уртаһында була. Уның тураһында легенданың таралыуына һәм популярлығы артыуына ҡарап, Доминикан Республикаһында, Аргентинала, Боливияла, Чилиҙа, Колумбияла, Бразилияла, Гондураста, Мексикала һәм Латин Америкаһының башҡа илдәрендә, шулай уҡ АҠШ-та чупакабралар табылыуы тураһында хәбәрҙәр тарала.

2005 йылда фермер Реджи Лагов малына һөжүм иткән йөнһөҙ, эткә оҡшаш йән эйәһен ҡапҡанға эләктерә[8]. ДНК тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә йән эйәһенең бик ҡарт койот булыуы асыҡлана[9].

Чупакабраның барлығын раҫлаған ышаныслы фәнни мәғлүмәттәр юҡ. Ҡайһы бер илдәрҙең ғилми учреждениелары был йән эйәһе ҡалдырған эҙҙәр нигеҙендә тикшеренеүҙәр алып бара[9][10].

  1. Тимошенко Н., Обухова Л. Сотканная из тумана. — М.: «Эксмо», 2019. — 352 с. — ISBN 978-5-04-108338-0
  2. Денис Мишин. Чупакабра. world.лib.ru (11 февраль 2004). — «Чупакабра охотится ночью и многие её видели...» Дата обращения: 18 июль 2009.(недоступная ссылка)
  3. Игорь Серов. На Черниговщине мама чупакабры теперь воет по ночам. Сегодня.ua (6 август 2010). Дата обращения: 19 август 2010. Архивировано из оригинала 22 октябрь 2010 года.
  4. How Chupacabras Work
  5. Cordelia Candelaria,Peter J. García,Arturo J. Aldama. Encyclopedia of Latino popular culture
  6. Сhupacabra. Skeptic’s Dictionary
  7. 7,0 7,1 Chupacabra Science: How Evolution Made a Mythical Monster
  8. Эльвира Кошкина. В США поймали чупакабру — убийцу домашних животных (29 август 2005). Дата обращения: 18 июль 2009. Архивировано из оригинала 8 июль 2009 года. 2009 йыл 8 июль архивланған.
  9. 9,0 9,1 В США раскрыта тайна «чупакабры», терроризировавшей мексиканских и американских фермеров. NEWSru.com (2 ноябрь 2007). Дата обращения: 18 июль 2009. Архивировано из оригинала 29 май 2009 года.
  10. В сентябре 2009 года мифическая Чупакабра была поймана в Америке.
  11. 14 декабрь, 2020, Башҡортостанда ике «чупакабра» фототоҙаҡҡа эләккән
  12. 30 июль, 2020, Чупакабра һөжүм итһә…
  13. 17 ноябрь, 2022, …Һәм тағы ла чупакабра?