7 март
Уҡыу көйләүҙәре
7 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
7 март Викимилектә |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Йылы юрған көнө.
- Үҫемлектәр энергияһы көнө.
- Телефондың тыуған көнө.
- Албания: Уҡытыусылар көнө.
- Төркмәнстан: Транспорт һәм элемтә комплексы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 321: Рим императоры Бөйөк Константин I йәкшәмбене ял көнө тип иғлан итә.
- 1573: Львовта Иван Фёдоров нигеҙләгән беренсе типография эшләй башлай.
тулы исемлек
- 1573: Константинополь килешеүе буйынса Венеция Төркиәнең Кипр өҫтөнән хакимлығын таный.
- 1657: Франция короле Людовик XIV Америка индейҙарына иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыя.
- 1714: Раштатт солох килешеүенә ҡул ҡуйыла.
- 1824: 12 йәшлек Ференц Лист тәүге тапҡыр Парижда концерт ҡуя.
- 1876: Александр Белл телефонға патент ала.
- 1891:Рәсәй империяһы һәм Люксембург араһында дипломатик мөнәсәбәттәр булдырыла.
- 1912: Антарктиданан Австралияның Хобарт ҡалаһына барып етеп, Норвегия поляр тикшеренеүсеһе Руаль Амундсен Көньяҡ полюсты яулау тураһында хәбәр итә.
- 1920: Сүриә милли конгресы Сүриәнең бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә.
- 1924: РКП (б) Үҙәк Комитетының СССР-ҙа аҡса реформаһы тураһында мөрәжәғәте (тотороҡло валютаға күсеү).
- 1926: Нью-Йорк менән Лондон араһында радиотелефон бәйләнеше булдырыла.
- 1931: ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы Өфөлә тимер юл техникумын асыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1933: Атлантик-Ситиҙа Чарльз Дэрроу «Монополия» уйынын уйлап таба.
- 1946: Көнсығыш Германияла Азат немец йәштәре иттифағы ойошторола, беренсе рәйесе Эрих Хонеккер була.
- 1957: Турбовинтлы «Ан-10» пассажир самолётының беренсе осошо.
- 1960: СССР-ҙа космонавтарҙың беренсе төркөмө ойошторола.
- 1966: Франция президенты Шарль де Голль илдең НАТО хәрби ойошмаһынан сығырға теләүен белдерә.
- 1967: СССР-ҙа биш көнлөк эш аҙнаһы индерелә.
- 1981: Ленинград рок-клубын асыуҙа «Зоопарк» төркөмөнөң тәүге концерты.
- 1997: Эдинбург (Шотландия) ғалимдары һарыҡтың клонын булдыра. Ул Долли исеме менән билдәле була.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Никифоров Алексей Фёдорович (1915—21.03.1977), Бөйөк Ватан һуғышы яугире. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сапёр взводының отделение командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Мөхәммәт Хәйҙәров (1915—17.07.1999), башҡорт журналисы, прозаик һәм драматург. 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны. I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты (1994).
тулы исемлек
- Хәйруллин Сәйфулла Сәмиғулла улы (1950—13.09.2021), йырсы, музыкант. 1984—2007 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы әҙәби-музыкаль лекторийының артист-вокалсыһы. Башҡортостандың һәм Украинаның (1999) атҡаҙанған артисы. Калининградта уҙғарылған «Гергенбург» фестивале лауреаты. Германияның Зальцбург ҡалаһы ордены кавалеры. Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
- Беньковская Галина Васильевна (1955), ғалим-генетик. 1992 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Органик химия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Биология фәндәре докторы (2009).
- Кротов Николай Иванович (1955), СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, публицистик һәм мемуар әҙәбиәт авторы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡадиров Сабир Рәхим улы (1906—13.12.1984), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының политбүлек начальнигы урынбаҫары, гвардия подполковнигы. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Байбаков Николай Константинович (1911—31.03.2008), СССР-ҙың нефть сәнәғәте һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан биләмәләрендәге нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә тос өлөш индергән етәксе. Ғалим-инженер, техник фәндәр докторы (1966). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). Ленин премияһы (1963), И. М. Губкин исемендәге премия (1979) лауреаты. Алты Ленин, Октябрь Революцияһы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2006) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Виссарионова Антонина Яковлевна (1911—15.01.1977), ғалим-тау инженеры. Геология минералогия фәндәре докторы (1959), профессор (1965). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969), СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969). 1934 йылдан «Башнефть» берекмәһенең үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһы етәксеһе; 1947—1960 һәм 1965—1973 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының лаборатория, артабан бүлек етәксеһе, 1960 йылдан — директор урынбаҫары, 1973 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1952, 1959) ордендары кавалеры. Сығышы менән Пермь ҡалаһынан.
- Төхвәтуллина Клара Ғабдрахман ҡыҙы (1931—9.11.2016), партия, дәүләт һәм комсомол органдары эшмәкәре. 1955 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, бүлек мөдире урынбаҫары, секретары, 1960—1963 йылдарҙа — беренсе секретары; 1965 йылдан Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры, 1969 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире. 198—1986 йылдарҙа Дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының 6—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), ике «Почёт Билдәһе» (1960, 1967) ордендары кавалеры.
- Аҙнабаев Булат Әхмәр улы (1966), ғалим-тарихсы. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан — БДУ-ның Нефтекама филиалының тарих, дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (2007).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡонаев Йәүҙәт Сабир улы (1927), ғалим-тау инженеры‑геолог. 1970 йылдан хәҙерге К. И. Сатпаев исемендәге Ҡаҙаҡ милли техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979—1994 йылдарҙа тарихи һәм төбәк геологияһы кафедраһы мөдире. Геология-минералогия фәндәре докторы (1974), профессор (1981). Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984) һәм Шоҡан Вәлиханов исемендәге премияһы лауреаты (1971).
- Иҙрисов Усман Саҙретдин улы (1937—3.01.2002), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1949—1998 йылдарҙа Баймаҡ районының Ленин орденлы «Йылайыр» совхоз-техникумы механизаторы. Ленин (1981) һәм Октябрь Революцияһы (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ишмөхәмәт ауылынан.
тулы исемлек
- Вафин Мэлс Ғәҙел улы (1947), педагогик хеҙмәт ветераны, рәссам, график. 1981—1995 йылдарҙа Өфөләге хәҙерге 155-се лицей уҡытыусыһы, 1996—2007 йылдарҙа Орджоникидзе районының Балалар ижады үҙәге директоры. 2002 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
- Ғәлимов Илсур Ғәбделйән улы (1947), хеҙмәт ветераны. 1965—1983 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1981). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Балыҡ Биҫтәһе районы Ҡотло Бөкәш ауылынан.
- Пушкарёв Алексей Михайлович (1967), ғалим-табип, хирург. 2005 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының урология бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 2005 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2007), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тюнев Евгений Иванович (1913—7.01.2005), спортсы, шашкасы, тренер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ир-егеттәр араһында йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса СССР-ҙың беренсе чемпионатының баш судьяһы (1954). Бөтә Союз категорияһындағы судья (1955). СССР команда чемпионатының ике тапҡыр еңеүсеһе (1964, 1965), рус (1947, 1951, 1960, 1961) һәм йөҙ шаҡмаҡлы (1959, 1952) шашка буйынса алты тапҡыр Ленинград чемпионы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Луценко Зинаида Семёновна (1923—31.08.2012), педагог. 1943 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1964—1978 йылдарҙа Бүребай урта мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1961). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районының Благовещен ауылынан.
тулы исемлек
- Литвишко Владимир Кузьмич (1928—2001), инженер-технолог, сәнәғәт тармағы һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1952—1963 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Салауат ҡалаһындағы 18-се комбинат һәм Салауат нефть химияһы комбинатының яуаплы хеҙмәткәре. 1954—1956 йылдарҙа КПСС-тың ҡала комитетының сәнәғәт-транспорт бүлеге мөдире. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1974) һәм Почёт Билдәһе (1963) ордендары кавалеры. Почётлы химик (1984). Сығышы менән Украина ССР-ының Николаевка ауылынан.
- Карпов Вячеслав Григорьевич (1938), ғалим-иҡтисадсы. 1971 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1985—2005 йылдарҙа нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларында иҡтисад һәм идара итеү кафедраһы мөдире, 2014 йылдан Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Иҡтисад фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһе Яңы Сиремшән ҡасабаһынан.
- Разгоняев Николай Федорович (1938—2.12.2010), нефтсе, 1989—1999 йылдарҙа «Туймазынефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты. Башҡортостандың һәм Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған нефтсеһе, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы (1998). Сығышы менән Ырымбур өлкәһе Абдулла районы Баклановка ауылынан.
- Рабухин Павел Семенович (1943), төҙөүсе, 1979—2014 йылдарҙа хәҙерге «Уралмостострой» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфө ҡалаһында урынлашҡан 30-сы күпер отряды етәксеһе. Рәсәйҙең почётлы юл төҙөүсеһе, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Башҡортостандың 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Халыҡтар Дуҫлығы, «Почёт» һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һарытау ҡалаһынан.
- Фролова Вера Александровна (1983), рәссам. 2010 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар Союзы ағзаһы. Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2015).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йософ Гәрәй (1904—22.03.1988), яҙыусы, тәржемәсе. 1937—1939 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары. 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Байбулатова Сәрбиямал Фазылғафар ҡыҙы (1924—23.09.2013), сауҙа өлкәһе хеҙмәткәре. 1942—1945 йылдарҙа Хәйбулла районы Әбеш сельпоһы һатыусыһы, 1949—1950, 1959—1962 һәм 1969—1991 йылдарҙа культтауарҙар магазины, 1967–1969 йылдарҙа — район универмагы мөдире. РСФСР-ҙың (1978) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, коммунистик хеҙмәт ударнигы (1974), совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы (1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Ураҙбай ауылынан.
тулы исемлек
- Әбүбәкеров Мөнир Риза улы (1954), санитар табип, урындағы башҡарма һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, үҙешмәкәр рәссам. 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы ойоштороу бүлегенең баш белгесе, 1998—2015 йылдарҙа кеше хоуҡтары буйынса сектор мөдире.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1765: Жозеф Нисефор Ньеп, фотографияны уйлап сығарыусыларҙың береһе.
- 1855: Робер де Монтескью, Франция яҙыусыһы, коллекционер.
- 1875: Морис Равель, Франция композиторы.
- 1910: Дмитрий Алексидзе, Грузия режиссёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1976).
- 1940: Виктор Савиных, космонавт, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1960: Ренат Шәрипйәнов, СССР һәм Рәсәй музыканты.
- 2015: Ғаянов Зөфәр Ғаян улы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы.
- 2018: Морат Аджи, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, публицист.