Латвия тарихы
Латвия тарихы | |
Латвия тарихы Викимилектә |
Латвия тарихы — беҙҙең эраға тиклем X—IX меңйыллыҡтан бөгөнгө көнгә тиклем хәҙерге Латвия ерендәге ваҡиғалар.
Тарихҡаса осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]16 000 йыл элек Латвия еренән боҙлоҡтар килә башлай, әммә беренсе кешеләр бында 11 000 йыл элек төпләнгән.[1] Тәү кешеләр эҙҙәре кунд культураһы артефакттарына ҡарай, уның нигеҙендә нарв культураһы формалаша. Беҙҙең быуатҡа тиклем 3 мең тирәһе йыл элек бында фин-уғыр ырыуҙары килә. Б. э. т. 1 меңйыллыҡтан ҡалмай, бында балт ырыуҙары урынлаша. Улар мал көтөү, ер эшкәртеү менән шөғөлләнә. Ошо уҡ ваҡытта был ерҙәрҙә йәшәүселәр ситтән килгән тимер хеҙмәт ҡоралдарын ҡуллана башлай.
Урта быуат осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]VII быуатта Латвияның көнбайышында Курземда скандинавтар ултыраҡтары барлыҡҡа килә[2].
VIII быуатта Латвия халҡы ер өйөнән ағас өйгә күсә, X быуатҡа көршәк яһау һөнәренә эйә була. Табылған ғәрәп дирхәмдәре (IX б. икенсе яртыһынан алып) алыҫ дәүләттәр менән һатып алыу бәйләнештәре әүҙемләшеүе хаҡында һөйләй[3]. Рим аҡсалары Латвияла б. э. II б. уҡ килеп сыға.[4]
Урта быуат яҙмалары буйынса Латвияла фин (ли́втар), балт (күршеләр, земга́лдар, се́лдар, латга́лдар), славян ырыуҙары йәшәгән.
Орден осоро (1202—1561)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XII быуат аҙағынан алып һәм XIII быуат аҙағына тиклемге осорҙа хәҙерге Латвия территорияһы Ҡылыс йөрөтөүселәр орденының тәре йөрөтөүселәр тарафынан яулап алына (1237 йылдан — Ливония ордены) һәм Ливонияның бер өлөшө булып китә. Ливония территорияһында бик күп таш замоктар була, уларҙы баҫҡынсылар терәк пункттары сифатында ҡулланалар. Тәре тағыусылар илгә католик динен алып килләр; бында күсенгән немецтарҙан хакимлыҡ иткән (дворянлыҡ һәм диндарҙар — духовенство), синыфтар барлыҡҡа килә, шулай уҡ немецтар күпселектә ҡала халҡы нигеҙең тәшкил итәләр. Урындағы крәҫтиәндәр XV быуатҡа тиклем ирекле булалар һәм йыш ҡына ордендың хәрби структураларына эшкә ялланалар, XVI быуат аҙағына бөтә крәҫтиәндәр крепостной булып китә[5].
Речь Посполитая һәм Швеция хакимлығы аҫтында (1561—1721)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Реформация Ливония орденының көсһөҙләнеү сәбәптәренең береһе булып тора. Орден Рим католик сиркәү башлығына буйһона, әммә унда ағза булып торған немецтар үҙҙәренең ватандашы Мартин Лютерҙың өгөт-нәсихәтенә биреләләр. Ливония 1558 йылда урыҫ батшаһы Яуыз Иван армияһының бәреп инеүенән башланған Ливония һуғышы барышында бөтөрөлә[6].
Бер үк ваҡытта Польша үҙен Контрреформация һәм католицизм бастионы итеп таный. Швеция короле үҙен лютерандар протекторы итеп иғлан итә. Шулай итеп, Латвияла Контрреформация поляк-шведтар ҡапма-ҡаршылығына әүерелә һәм үҙенең юғары нөктәһенә поляк-швед һуғыштарында (1600—1629) барып етә. Һуғыш һөҙөмтәһендә хәҙерге Латвия территорияһы ике ил араһында бүленә: Рига һәм Ливония Швецияға бирелә, ә Курляндия менән Латгалия Речь Посполитаяға ҡалдырыла. Ҡампа-ҡаршылыҡҡа өсөнсө көс — Рәсәй империяһы — нөктә ҡуя: ул 1710 йылғы Төньяҡ һуғышы барышында Эстляндия һәм Лифляндия территорияларын биләй, ә 1721 йылда, Ништадт килешеүенә ярашлы, юридик яҡтан хәҙерге Латвия территорияһының бер өлөшөн — элек Швецияға ҡараған өлөштө һәм шул иҫәптән Рига ҡалаһын — үҙенә ҡушып ала.
Рәсәй империяһы составында (1721—1917)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1721 йылғы килешең буйынса Швед Лифляндияһы (хәҙерге Латвияның төньяҡ һәм Эстонияның көньяҡ өлөшө ингән) Рәсәй империяһының Рига губернаһына ингән, һуңынан айырым Лифлянд губернаһы булып китә. 1772 йылда Речь Посполитая беренсе тапҡыр бүленгәндә, Рәсәйгә Латгалия (Поляк Инфлянттары), ә 1795 йылда Курляндия ҡушыла.
Наполеон баҫып алғанда, француз ғәскәрҙәре ваҡытлыса Курляндияны оккупацияға ала, әммә Ригаға инә алмай. 1812 йылғы Ватан һуғышынан һуң Латвияның күп өлөшөндә крепостнойлыҡ хоҡуғы бөтөрөлә.
XIX б. икенсе яртыһында индустриялаштырыу үтә, 1861 йылда Рига менән Динабург араһында тәүге тимер юл эшләй башлай, һуңынан ул Витебсҡа тиклем һуҙыла. 1862 йылда Рига Политехникумы асыла. Рига индустрия үҙәгенә әйләнә, күп заводтар төҙөлә (шул иҫәптән билдәле Руссо-Балт).
Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп мәҡәлә: Латвия бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш
1917 йылдың сентябрендә Германия ғәскәрҙәре оккупациялаған латыш сәйәси партиялар коалиция — Демократик блок — булдыралар. Декабрь башында Валкала латыш ойошмалары Латыш ваҡытлыса милли советын ойоштороуға өлгәшәләр. Тарихсы Янис Шилиньш белдереүенсә[7], ул мәлдә Латвияның яҙмышы күп осраҡта һуғыш һөҙөмтәләренән тора: Германия еңһә — Латвия уның йоғонтоһонаэләгәсәк йәки бөтөнләй уға ҡушыласаҡ. Әгәр Рәсәй еңһә, Латвия уның составында ҡала. Әммә Рәсәй һуғыштан сығып, Бөйөк Британия, Франция һәм АҠШ еңһәләр, Латвия үҙ юлын һайларға мөмкинлек аласаҡ. 1917 йылдың 24 декабрендә (1918 йылдың 6 ғинуары) Германия ғәскәрҙәре оккупацияламаған Лифляндия һәм Витебск губерналары өлөштәрендә совет власы иғлан ителә (Исколата Республикаһы), әммә тиҙҙән Германия ғәскәрҙәре хәҙерге латвияның бөтә территорияһын биләп алалар.
1918 йылдың 28 ғинуарында Стокгольмда Остзея дворяны Генрих фон Штрик Совет Рәсәйе вәкиле Вацлав Воровскийға Курляндия, Лифляндия һәм Эстляндия немец дворян йыйылыштарының бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһын тапшыра. Остзейҙа Рәсәйҙе 1721 йылғы Ништадт килешеүен тупаҫ боҙоуҙа ғәйепләйҙәр һәм Германия протектораты аҫтында немец балтик дәүләтен булдырырға маташалар[8].
1918 йылдың 28 ғинуарында Петроградта икенсе сессияға Латыш ваҡытлыса милли совет йыйыла. 30 ғинуарҙағы резолюция, латвия берҙәм, демократик һәм бойондороҡһоҙ республика булырға тейеш, тип иғлан итә. Былар бөтәһе лә йәшерен рәүештә эшләнә, сөнки большевиктар латыштарҙың был ойошмаһын тыялар. Резолюцияла тәүге тапҡыр «бойондороҡһоҙлоҡ» һүҙе тура, кинәйә мәғәнәлә, юридик казуистикаһыҙ ҡулланыла. Һуңғараҡ ошо резолюцияға яңы дәүләттең халыҡ-ара танылыуына ынтылған латыш дипломаттары һылтана[9]. 1918 йылдың 18 февралендә Германия армияһы, өс ай айлыҡ туҡтап тороуҙан һуң, Көнсығыш фронтында хәрби ғәмәлдәрҙе яңырта. Тарҡалған Рәсәй армияһы етди ҡаршылыҡ күрһәтә алмай һәм ун көн дауамында Германия Латвияның бөтә территорияһын биләп ала. Германия һөжүме Исколата Республикаһын юҡҡа сығара[10].
Латвияға һәм Эстонияға Германия бик тиҙ һәм ифрат уңышлы һөжүм итә. Германдар 17 мең тирәһе әсир, шулай уҡ 1501 пушка, 669 пулемет, 355 миномет, 150 мең винтовка, 20 мең транспорт саралары (шул иҫәптән 769 автомашина) һәм 27 самолет ҡулға төшөрәләр. Был операцияла Германия яғынан юғалтыуҙар бик бәләкәй була — 20 кеше һәләк булған һәм 89 яралы[16]. 1918 йылдың 3 мартында Брест-Литва ҡәлғәһендә Рәсәй Үҙәк державалар — Германия, Австро-Венгрия, Болгария һәм Ғосман империяһы менән солох килешеүе төҙөй[11].
1918 йылдың 8 мартында Курляндия киңәйтелгән ландтаг Елгавала Курляндия һәм Семигал герцоглығы тергеҙелеүе тураһында иғлан итә. Германия яҡлы даирәләр Германия империяһы менән тығыҙ бәйле булған дәүkәт берәмеген тергеҙергә маташалар[12]. 1918 йылдың 5 ноябрендә, Германия империяһының капитуляцияһы алдынан[13]., оккупацияланған территорияларҙа Германия протектораты аҫтында Балтия герцоглығы иғлан ителә.
1918 йылдың 18 ноябрендә бер нисә Латвия партияларын һәм йәмәғәт ойошмаларын сағылдырған Халыҡ советы тарафынан Латвия Республикаһының бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. Шулай уҡ Карлис Улманис етәкселегендәге Ваҡытлы хөкүмәте булдырыла. 1918 йылдың 7 декабрендә Прибалтикалағы Германия вәкиле Август Винниг Латвия территорияһын Ҡыҙыл Армияһынан яҡлау маҡсатында Карлис Улманис хөкүмәте менән килешеү төҙөй, килешеү буйынса Прибалтика ландесверын Латвия Республикаһының ҡораллы көстәре тип иғлан ителә. Был килешеүгә ярашлы ландесвер немец, латыш һәм урыҫ роталарынан торорға тейеш, ошо уҡ ваҡытта латыштарҙың өлөшө өстән ике тәшкил итергә тейеш (был шарт булдырылмай). Латвия Ваҡытлы хөкүмәте немецтар менән килешеүгә килә, сөнки ул ваҡытҡа хөкүмәттең ҡорал һатып алыу өсөн аҡсаһы булмай, ә аҙ һанлы латыш отрядтары Ҡыҙыл Армия менән һуғыша алмай.
1918 йылдың 17 декабрендә Латвия Ваҡытлы эшсе-крәҫтиән хөкүмәтенең совет власын булыдырыу тураһында Манифесты сыға. 22 декабрҙә В. И. Ульянов (Ленин) «Латвия Совет Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһында» исемле РСФСР Совнаркомы декретына ҡул ҡуя. 1919 йылдың 3 ғинуарындаилдең баш ҡалаһы Риганы Ҡыҙыл Армияһы частары биләй. Была провозглашена Латвия Социалистик Совет Республикаһы. Иғлан ителә.
Немец етәкселеге яғынан тейешле ярҙам булмағанға күрә, Улманис хөкүмәте ландесверҙан бойондороҡһоҙ латыш хәрбиләштерелгән формированиелар булдыра башлай. Шулай итеп, 1919 йылдың 5 ғинуарында Оскар Калпакс (Колпак) етәкселегендә Айырым Латвия батальоны ойошторола. Көньяҡ Эстонияла латыш отрядтары булдырыла, ундағы иҫәптә торған 9800 тирәһе һалдат һәм офицерҙар һуңынан Эстония Ҡораллы көстәре составында Төньяҡ Латвия бригадаһына берләшә. Бер үк ваҡытта Ваҡытлы хөкүмәтенең оборона министры латыш роталарын ландесверҙан сығара.
1919 йылдың февраль башына Ҡыҙыл Армияһы Латвия территорияһының байтаҡ өлөшөн яулап алыуға өлгәшә, уның сафтарында латыш уҡсылары ла була. Лиепаи порт ҡалаһы тирәһе генә Карлис Улманис хөкүмәте контроле аҫтында ҡала. Шунда уҡ ниндәйҙер кимәлдә Улманисҡа большевиктар менән көрәштә теләктәшлек күрһәткән Остзея немецтарының хәрби формированиелары (Прибалтика ландесверы) урынлаша, уларҙың составына Латыш бригадаһы ла инә (яҡынса 2 мең һалдат һәм офицер).. 1919 йылдың 16 апрелендә Лиепае ҡалаһына ландесверҙың немец отрядтары Германияға ҡаршы тип һаналған Улманис хөкүмәтен ҡолаталар. Бер нисә көндән Улманистың ҡолатылған хөкүмәте «Һарытау» пароходына күсенә, был пароход махсус рәүештә Таллиндан килә һәм инглиз хәрбиҙәре һағы аҫтында Лиепаи портында тора. Британия һәм Франция хәрби караптары һағы аҫтында судно рейдҡа сыға һәм ике ай тирәһе диңгеҙҙә үткәрә.
1919 йылдың 26 апрелендә ландесвер командованиеһы Латвия премьер-министры итеп латыш милләтле лютеран пасторы Андриевс Ниедруны тәғәйенләй, пастор латыш гәзиттәре биттәрендә үҙенең сағыу сығыштары арҡаһында билдәлелек ала.
22 майҙа ландесвер, немец Тимер дивизия һәм Кенәз Ливен етәкселегендә аҡгвардейсылар формированиелары Риганы Ҡыҙыл Армияһынан азат итә һәм шунда Ниедра хөкүмәте күсенә. Риганы яулағандан һуң немец хәрби һәм сәйәси етәкселеге Латвияла герман ориентациялы сәйәси режимы булдырырға маташа һәм эстон армияһына һәм латыш милли ҡораллы формированиеларына ҡаршы (уларҙың контроле аҫытнда Видземе төньяғы була) ҡоралын йүнәлтә. Әммә 1919 йылдың 23 июнендә эстон армияһы һәм латыш полктары Цесис тирәһендә ландесвер һәм Тимер дивизияһы отрядтарын ҡыйрата, уның һөҙөмтәһендә 29 июндә Ниедраның Германия яҡлы хөкүмәте тарҡатыла, ә Ниедра үҙе сит илгә ҡасырға мәжбүр була. 1919 йылдың 27 июнендә Улманис хөкүмәте үҙенең эшмәкәрлеген Лиепаела тергеҙә. 2 июлдә, Й. Лайдонер етәкселегендәге эстон армияһы һәм латыш уҡсылары Рига оборонаһы һыҙатын өҙөү һөҙөмтәһендә, Антанта вәкилдәре ҡатнашлығында немец көстәре һәм эстон армияһы араһында ваҡытлыса һуғышты туҡтатыу буйынса килешеү төҙөлә. Уның шарттары буйынса, 1919 йылдың 5 июленә Тимер дивизияһының аҙаҡҡы частары Риганы ташлап сығалар, ә ландесвер подразделениелары һуңынан Латвия армияһы составына индерелә.
В сентябре 1919 йылдың сентябрендә Латвиялағы герман корпусының элекке командующийы граф Рюдигер фон дер Гольц Веймар республикаһы армияһы етәкселегенән реваншимтик көсәтрҙең ярҙамында Германиялағы әсирҙәр өсөн лагерҙарҙа Латвияға урыҫ һалдаттарын һәм офицерҙарынан вербовка ойоштора, уларҙан полковник П. Р. Бермондт-Авалов етәкселегендә Көнбайыш ирекле армия ойошторола. Көнбайыш армияһы составына шулай уҡ формаль рәүештә бөтөрөлгән фон дер Гольц герман корпусы подразделениелары индерелә. 20 сентябрҙә Бермондт-Авалов үҙ өҫтөнә Прибалтикала бөтә власты алыуы тураһында иғлан иитә һәм Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышындағы аҡ армиялар ғәскәрҙәре командующийы генерал Юденичкә буйһоноуҙан баш тарта. Көнбайыш ирекле армия Антанта ярҙамы менән 1919 йылдың ноябрендә Латвия ғәскәрҙәре тарафынан ҡыйратыла, ә Бермондт-Авалов үҙе Пруссияға ҡаса.
1920 йылдың башында Латвия һәм Польша армияларының берлектәге һөжүме барышында Ҡыҙыл Армия Латгалиянан ҡыҫырыҡлап сығарыла. 1920 йылдың 11 авгусында Латвия хөкүмәте РСФСР менән солох килешеүенә ҡул ҡуя, уға ярашлы Совет хөкүмәте донъяла беренсе булып бойондороҡһоҙ латвия дәүләтен таный[14]. 1921 йылдың 21 ғинуарында Латвияның бойондороҡһоҙлоғон Беренсе донъя һуғышында еңеүсе илдәр (Антанта) таныйҙар. 1921 йылдың 22 сентябрендә Латвия, Литва һәм Эстония менән бер үк ваҡытта, Милләттәр Лигаһына ҡабул ителә.
Латвия Республикаһы (1918—1940)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иғлан итеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе Латвия бойондороҡһоҙлоғо осоро 1918 йылдың 18 ноябренән алып 1940 йылдың июненә тиклем дауам итә. 1917 йылда Латвия бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән ике сәйәси көс — Латыш ваҡытлыса милли советы һәм Демократик блок — барлыҡҡа килә. 1918 йылдың 17 ноябрендә ошо ике ойошма Халыҡ советын ойошторалар, ә Халыҡ советы, үҙ сиратында, 1918 йылдың 18 ноябрендә Латвия республикаһының бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә.
Әммә Конституцион йыйылышына сәйәси консультациялар һәм һайлауҙар үткәреү Халыҡ советының төп бурысы булып тора. Халыҡ советы Латвияла юғары власть органы булараҡ Ойоштороу йыйылышы эшләй башлағанға тиклем ғәмәлдә була (1 май 1920 йыл).
Парламент республикаһы (1920—1934)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылдың 7 февралендә Valdības Vēstnesis[lv] («Хөкүмәт вестнигы») гәзитендә Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар буйынса Үҙәк һәм район һайлау комиссиялары составтары нәшер ителә. 17 февралдә шул уҡ гәзиттә Үҙәк һайлау комиссияһының «Латвия ойоштороусылар йыйылышы тураһында» тигән тәүге инструкцияһы баҫтырыла.
1 мартта округ һайлау комиссиялары кандидаттарҙы депутаттарға теркәү процедураһын башлайҙар.
Ойоштороу йыйылышы һайлауҙары 1920 йылдың 17—18 апрелендә үтә, уларҙа һайлаусыларҙың 84,9 % (677 084) ҡатнаша[15].
Ойоштороу йыйылышының беренсе ултырышы 1920 йылдың 1 майында башлана. Рәйес вазифаһына юрист Янис Чаксте һайлана, һуңғараҡ ул латвия республикаһының беренсе президенты була.
1920 йылдың 5 майында Ойоштороу йыйылышы Латвия Республикаһы Конституцияһын әҙерләү өсөн 26 депутат комиссияһын булдыра. Конституция Ойоштороу йыйылышы тарафынан 1922 йылдың 15 февралендә иғлан ителә. Конституция, Латвия ирекле, бойондороҡһоҙ, демократик республика, тип белдерә, унда власҡа Латвия халҡы эйә, ә дәүләт ҡоролошоноң һәм халыҡ-ара статусының үҙгәртелеүе тураһында (мәҫәлән, суверенитетан баш ҡағыу, ниндәй булһа ла башҡа илгә ҡушылыу) ҡарарҙы тик Латвия халҡы үҙе референдум аша ҡабул итә ала.
Эре ер биләмәләрен бүлеү һәм ерһеҙ крәҫтиәндәргә ер биреү яңы властың иң тәүге бурысы булып тора. 1920 йылда уҡ Ойоштороу йыйылышы аграр реформаһын үҙерләү буйынса комиссияһын төҙөй. Биләмәләрҙең максималь күләме 50 га ер тип билдәләнә, бөтә ҡалдыҡтар бушлай ерһеҙҙәргә бирелә. Бирелгән участкалар 10 гектарҙан кәм һәм 22 гектраҙан артыҡ булмаҫҡа тейеш була, ысынында әҙерәк биләмәләр бирелгән осраҡтар ҙа була. Реформа 1937 йылға тиклем дауам итә һәм, дөйөм алғанда, уңышлы була һәм ауыл хужалығының үҫешен тәьмин итә. 1920 йылда ерһеҙ крәҫтиән 61,2 % булһа, крестьян, 1930-сы йылдар уртаһына 18 % тәшкил итә. 1923 йылда баҫыу майҙандары һуғышҡа тиклемге кимәлгә етә.
Үҙ сиратында, урмандарҙың 84 % дәүләт милкенә күсә, дәүләт ағас эшкәртеү сәнәғәтен контролгә алыуға өлгәшә.
1922 йылдың 9 июнендә Һвйлау тураһында закон ҡабул ителә. Законға ярашлы Сеймға һайлауҙар һәр өс йыл һайын үткәрелә. Сеймға үтеү өсөн һайлау сиге бик түбән була (2,5 %). Һөҙөтәлә сәйәси партиялар һәм ағымдар күбәйә һәм сәйәси көрәш киҫкенләшә, был хәл эске сәйәси тотороҡһоҙлоҡто көсәйтә һәм сәйәси көрсәктә яҡынайта.
Улманистың авторитар режимы (1934—1940)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1934 йылдың 15 майында Латвия Ресубликаһы президенты Карлис Улманисдәүләт түңкәрелешен ойоштора һәм илдә авторитар режим булдыра. Илдә хәрби хәл иғлан ителә (1938 йылға тиклем һаҡлана), Конституция ғәмәлдән сығарыла. Парламент (сейм) тарҡатыла, ҡайһы бер депутаттарваҡытлыса ҡулға алына, бөтә сәйәси партиялар тыйыла, уларҙың матбуғат органдары ябыла, милләтселек сәйәсәте үткәрелә башлай. Урындағы үҙидара органдары хакимлыҡ иткән режим контроле аҫтына күсә. Бөтә эшсе ойошмалар һәм профсоюздары, спорт һәм мәҙәни йәмғиәттәр бөтөрөлә һәм үҙгәртеп ҡоролаref>Рига: Энциклопедия. — Изд. 1 — Рига: Главная редакция энциклопедий, 1989. — С. 53.</ref>. Эшһеҙ ҡалған сәнәғәт эшселәре мәжбүри рәүештә ауыл еренә күсерәләр, урман ҡырҡыуға һәм торф эшкәртеүгә ебәрелә[16].
Карлис Улманис хөкүмәте милли аҙсылыҡтарға ҡарата сәйәсәтте ҡатыландыра: уларҙың йәмғиәт ойошмалары, шулай уҡ милли мәктәптәрҙең күпселеге, ябыла. Латгалдарҙы тулыһынса ассимиляциялаған күрс үткәрелә (латгал крәҫтиәндәрҙең бер өлөшө мәжбүри рәүештә Латвияның башҡа райондарына күсерелә).
Ауыл хужалығына ярҙам күрһәтелә, яңы заводтарҙы төҙөүгә аҡса бүленә (ВЭФ, Форд-Вайрогс)[17], республика әһәмиәтендәге объекттар (Кегум ГЭС, Кемери санаторийы), милли мәҙәниәт, мәғариф, сәнғәткә бермә-бер иғтибар арта.
Гитлер Чехословакияны аннексиялағандан һуң Балтика буйы илдәре Германия яғына ауа башлайҙар. 1939 йылдың 7 июнендә БерлиндаГермания сит ил эштәре министры Риббентроп Латвия һәм Эстония сит ил эштәре министрҙары В. Н. Мунтерс һәм Карл Сельтер Германия һәм Латвия араһында һөжүм итмәү тураһында Килешеүгә ҡул ҡуялар. Килешеүҙә йәшерен клаузула ҡарала: Латвия Германия рөхсәтенән Совет Рәсәйенә ҡарата хәрби хәүефһеҙлеге сараларын күрергә тейеш. Латвия һәм Эстония формаль рәүештә нейтралите һаҡлайҙар, әммә однако признали, что «һөжүм хәүефе Совет Рәсәйе яғынан ғына булды», тип таныйҙар. Латвия һәм Эстония артабан инглиз-франк-совет гарантияларынан баш тарталар[18]
1939 йылдың 23 авгусында СССР һәм Германия үҙ-ара һөжүм итмәү тураһында Килешеүгә ҡул ҡуялар, бынан тыш Көнсығыш Европала ике яҡлап мәнфәғәттәрҙе айырыу тураһында йәшерен өҫтөмө протокол төҙөлә. Протоколда Латвияның СССР ихтыяждары өлкәһенә индереү ҡарала.
1939—1941 йылдарҙа, башта Латвия-Германия[16], ә һуңынан совет-герман килешеүҙәре буйынса, Германияға Латвияла йәшәгән немецтарҙың күпселеге күсерелә.
Советтар Союзына ҡушылыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1940 йылдың 15 июнендә совет территорияһынан ике латыш сик буйы посына — Масленка һәм Шмайлиға — һөжүм яһала. Шмайлиҙа пограничниктар бер ниндәй ҡаршылыҡ күрһәтмәй, уларҙы әсирлеккә алалар һәм совет яғына сығаралар. Масленкала латыш сик буйы һаҡсылары ҡаршылыҡ күрһәтә, һөҙөмтәлә өс латыш хеҙмәткәре һәм ике тыныс граждан һәләк була, сик буйы бинаһы яндырыла, бер нисә кеше ҡулға алына. Дөйөм алғанда, 5 кеше һәләк була һәм 37 кеше ҡулға алына. Һөжүм итеүселәр араһында ла һәләк булыусылар була.
1940 йылдың 16 июнендә көндөҙгө сәғәт 14-тә совет сит ил эштәре халыҡ комиссары В. М. Молотов Латвия илсеһе Ф. Коциньшға СССР хөкүмәте ультиматумын уҡып ишеттерә, унда Латвия хөкүмәтенең отставкаға китеүе һәм республикала совет контингентын арттырыуы талап ителә. Ошо уҡ ваҡытта 23:00 сәғәткә тиклем Латвия хөкүмәтенән яуап алынмаһа, СССР Ҡораллы көстәре Латвия территорияһына инәсәк һәм ниндәй булһа ҡаршылашыуҙы баҫтырасаҡ, тип белдерә. Карлис Улманис Латвиялағы Германия илсеһе Ульрих фон Коцҡа властар һәм армияны эвакуациялау өсөн Көнсығыш Пруссияға юл асыу үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Үтенескә ыңғай яуап алынмай. Ҡыҙыл Армия частарына ҡаршылыҡ күрһәтеү тураһындағы фарман алынмай, һәм армия бер нимә эшләмәй. Латвия министрҙар советы армияны совет ғәскәрҙәренә ҡаршы файҙаланыуҙан баш тарта, сөнки ҡанҡойолош Латвияны ҡотҡармай, тип һанай. 16 июне кисен Латвия властары совет ультиматумын ҡабул итеү тураһында хәбәр итәләр.
1940 йылдың 17 июнендә иртәнге сәғәт 9-ҙа Ҡыҙыл Армия вәкиле генерал-полковник Д. Г. Павлов Латвия армияһы вәкиле Отто Удентиньш менән Йонишки тимер юлы станцияһында осраша, әммә һөйләшеүҙәрҙең һөҙөмтәһен көтмәйенсә, Латвия властары яуап биргәнгә тиклем, Ҡыҙыл Армия частары совет-латыш сик буйын үтәләр.
Ошо уҡ көндө, көндөҙгө сәғәт 1-ҙә, Рига ҡалаһына беренсе совет танкылары бәреп инә, бынан һуң ҡалала стихиялы[19] демонстрациялар башлана, халыҡ К. Улманистың отставкаһын талап итә. Латыш полицияһы демонстранттарҙы ҡыуып маташа, әммә һөҙөмтәлә урам бәрелештәре башлана, уның барышында ике яҡтан да һәләк булыусылар һәм яраланғандар барлыҡҡа килә.
Ҡыҙыл армия частарынурындағы халыҡ йыш яҡшы ҡаршылайә республиканың көнсығышында, Латгалияла, хатта ҡыҙылармеецтар менән туғанлашыу осраҡтары була[19].
17 июнь көнө кисен президент К. Улманис радио аша халыҡҡа мөрәжәғәт итә һәм һәм ҡаршылыҡ күрһәтмәҫкә саҡыра.
1940 йылдың 18 июнендә Латвияла ҡамау хәле иғлан ителә, Ригаға айзсаргарҙар частары килә башлай.
Шул уҡ көндө кискеһен «Латвия халыҡ хөкүмәте» ойошторола, уны профессор А. М. Кирхенштейн етәкләй (уны го назначение утвердил К. Улманис тәғәйенләй һәм яңы министрҙар кабинетына хөкүмәт вәкәләттәрен тапшыра)[16].
Яңы латыш хөкүмәте ҡамау хәлен алып ташлай, сәйәси тотҡондарҙы амнистиялай, айзсаргтар частарын тарҡата. Милли аҙсылыҡтарға ҡарата сикләүҙәр бөтөрөлә.
1940 йылдың 14-15 июлендә Латвия халыҡ сеймына һайлауҙар үткәрелә.1940 йылдың 21 июлендә үҙенең тәүге сессияһына йыйылған Сейм Латвия Социалистик Республикаһын ойоштороу тураһында ҡарарын ҡабул итә һәм совет хөкүмәтенә республиканы СССР составына алыу буйынса мөрәжәғәт итә. Шул уөҡ көндө Латвия президенты К. Улманис Сейм ҡабул иткән документтарға ҡул ҡуя һәм отставкаға китә[16].
1940 йылдың 5 авгусында СССР Юғары Советы Латвия Совет Социалистик Республикаһын Советтар Союзы составына индереү буйынса закон ҡабул итә[20].
1941 йылдың 14-15 июнендә Латвияла ГУЛАГ һәм УПВИ системаһы лагерҙарына депортация башлана[21][22] , ә шунан халыҡты СССР-ҙың алыҫ көнсығыш өлкәләрендә урынлашҡан лагерҙарға ҡыуалар, шулай уҡ 13 июндән 14 июнгә ҡараған төндә ҡулға алынған кешеләрҙе шул уө төбәктәрҙә урынлаштыралар. Дөйөм алғанда, депортацияға 15 400-тән ашыу кеше дусар ителә[23][24][25]. Тотҡарлауҙар, ҡулға алыуҙар һәм атып үлтереүҙәр[26] Балтика буйы стратегик обороналау операцияһы башланғанға тиклем дауам итәләр. Барыһы 1941 йылда Латвия халҡының 0,74 % депортациялана. Латвияла йәшәгән бөтә йәһүдтәрҙең 1,9 %, латыштарҙың 0,8 % ҡыуыла[27][27] һәм урыҫтарҙың 0,4 %[27] (этник сығышы буйынса депортацияланғандарҙың 81,27 % латыштар, 11,7 % — йәһүдтәр һәм урыҫтар — 5,29 %[25][28][29].)
Депортацияланғандар араһында К. Улманистың элекке латыш дәүләт чиновниктары, латыш милләтсел ойошмалар активистары, элекке полиция һәм төрмә чиндары, аҡ армияларҙың элекке офицерҙары, ышанысһыҙ тип һаналған элекке латыш армияһының ҡайһы бер офицерҙары, ә шулай уҡ енәйәиселәре һәм асоциаль элементтар инә[37]. Латвиянан яҡынса 3600 тотҡон 26 июндә махсус поездарға тейәлә. Ошо тотҡандарҙың 1 % тирәһе Латвияға әйләнеп ҡайта алалар[33]. 4365 кеше «йәмғиәт өсөн хәүефле элементтар» булараҡ ҡулға алынған. 1857 кеше депортация барышында хөкөм ителеүселәрҙең ғаиләләре ағзалары булараҡ ҡулға алына (депортация сәбәбе — «ғаилә өлөшө булараҡ»). Дөйөм алғанда, 1941 йылда яҡлау тәьмин итеү сара булараҡ 6 222 кеше ҡулға алына (бөтә депортацияланғандарҙың 43 %). Дөйөм алғанда, 1941 йылдың июнендәге депортацияла яҡынса 4884 кеше (депортацияланғандарҙың 34 %) һәләк була.
Герман оккупацияһы Икенсе донъя һуғышы йылдарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йыл дың июне-июлендә Икенсе донъя һуғышы барышында Латвия ССР-ы территорияһы вермахт ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана. Оккупациның тәүге көндәренән үк йәһүд халҡынһәм коммунист активистарын юҡ итеү башлана. Репрессияларҙа урындағы коллаборационистик формированиелар ҡатнаша.
1941 йылдың 1 сентябрендә Латвия территорияһы Остланд рейхскомиссариаты составына «Латвия генераль округы» булараҡ индерелә. Фольксдойчтарҙан һәм колаборационистарҙан оккупацион администрацияһы, полиция подразделениелары һәм башҡа хәрбиләштергән ҡораллы формированиелары («тимер юлы һағы», «завод һағы» һәм башҡалар) булдырыла башлай. 1941 йылдың авгусындаа герман оккупацион властары бөтә дәүләт предприятиеларын Германия мөлкәте тип иғлан ителә.
1942 йылдың мартында Латвия генераль комиссары О.-Г. Дрехслер ҡарамағында Латвия үҙидараһы[30] — урындағы коллаборационистик администрацияһы (Латыш армияһының элекке генералы О. Данкерс етәкселегендә) булдырыла.
1942 йылдың башынан бер нисә латыш полиция частарынан Ваффен-СС латыш ирекле легион ойошторола (легион генерал-инспектор итеп Рудольф Бангерский тәғәйенләнә, элекке латыш армияһы генералы)[16].
1943 йылда герман оккупацион властары урындағы халыҡты Ваффен-СС Латыш легионына мобилизациялай башлай. Күп кенә латыштар әлеге мобилизацияға ҡаршы булмай. Ул ваҡыттағы ҡайһы бер немец документтары СС 15-се латыш дивизияһы һалдаттарының кәйефтәрен бик сағыу күрһәтә. Уларҙың береһендә[31] ошолай тип әйтелә: «Улар даими латыш милли дәүләтен теләйҙәр. Поставленные перед выбором — Германия йәки Рәсәй тиһән һайлау алдында ҡуйылып, улар Германияны һайлайҙар…, сөнки немец хакимлығы уларға бәләкәйерәк яуызлыҡ булып күренә. Латвияның оккупацияһы… Рәсәйгә нәфрәт тойғоһон тәрәнәйтте. Улар Рәсәйгә ҡаршы көрәште милли бурыс тип һанайҙар».
Немец оккупацияһы йылдарында нацистар һәм уларҙың урындағы әшнәләре ҡулынан 313 меңдән ашыу тыныс халыҡ ҡырыла (шул иҫәптән Латвия халҡынан — яҡынса 100 мең кеше) һәм 330 меңдән ашыу совет хәрби әсирҙәре. Латвияның йәһүд һәм сиған халҡы тулыһынса тиерлек юҡ ителә (80 мең йәһүдтән барыһы 162 кеше генә иҫән ҡала)[32]. Румбулдә бик күп үлтереүҙәр башҡарыла, улар А айнзацтөркөмө, вермахт һәм диңгеҙ пехотаһы (Лиепае), шулай уҡ латыш коллаборационалистар тарафынан эшләнә[33][34]. Бынан тыш, яҡынса 25 мең йәһүд Германиянан, Австриянан һәм хәҙерге Чехиянан килтерелә, улар араһынан 20 мең кеше үлтерелә.
Күп кенә латыштар немец оккупацияһына ҡаршылаша. Ҡаршылашыу хәрәкәте отрядтарға бүленә, уларҙың ҡайһы берҙәре Латвия бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшһә, советтар яҡлы отрядтар Латвия партизан хәрәкәте сиктәрендә алыша. Уларҙың командиры латыш Артур Спрогис була. Нацистар һуғыштан һуң Балтика буйындағы ерҙәргә немецтарҙы күсереү, ерле халыҡтың бер өлөшөн юҡ итеү, күпмелер өлөшөн немец халҡы тарафынан ассимиляцияға дусар итеү планын төҙөй.
1944 йылдың 13 октябрендә войска Совет армияһы ғәскәрҙәре Риганы азат итеү операцияһын башлай, ә 1944 йылдың 15 октябрендә ҡала тулыһынса немец ғәскәрҙәренән таҙартыла.
Тулыһынса Латвия ССР-ы территорияһы немец-фашист илбаҫарҙарынан 1944 йылдың 24 ноябрендә Балтика буйы операцияһы барышында азат ителә.
-
Ҡатын-ҡыҙҙар немец армияһын ҡаршы ала.Рига.1941
-
Рига урамдарын таҙартыусылар бригадаһы, 11 июль, 1941 йыл
-
Немец танкылары тимер юл станцияһы янында совет ғәскәрҙәре менән алыша. Айвиексте
-
Остланд рейхскомиссариаты рейхскомиссары (оккупацион режим ойоштороусы) Генрих Лозе Ригала
-
Рейхминистр Альфред Розенберг Латвияла, 1942 йыл
-
Йәһүд тотҡондары Саласпилс концлагерендә. Латвия
-
Саласпилс концлагере. Йәһүд тотҡондары
-
Латыш СС-легионы һалдаттары, Рига. 1943 йыл
-
Лиепая портынан һуңғы немец һалдаттары китә. 8 май, 1945 йыл
Һуғыштан һуңғы осор (1945—1991)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1944 йылдың 24 ноябрендә немец-фашист оккупацияһынан азат ителгәндән һуң Латвия территорияһында Латвия ССР-ы структуралары булдырыла. Ә инде Бөйөк ватан һуғышы тамамланғас, республика сәнәғәте һәм башҡа халыҡ хужалығы тармаҡтары тергеҙелә башлай.
1949 йылда Балтика буйында ҙур март депортацияһы үткәрелә («Прибой» операцияһы), уның барышында 13 624 ғаилә йәки 42 975 кеше, башлыса совет власы тарафынан кулактар тип нарыҡланған ауыл халҡы йәки совет власына ҡаршы һуғышҡан һәм бандитлыҡ менән шөғөлләнгән «урман кешеләренең» әшнәләре һөрөлөргә тейеш була. Һөрөлгәндәр Латвияның дөйөм халҡы иҫәбенән 2,28 % тәшкил итә.
1949 йылда һөрөлгәндәрҙән юлда 183 кеше үлә, һөргөндә 4941 кеше йәки һөрөлгәндәрҙең 12 % һәләк була. Тағы ла 1376 кешегә һөргөндән һуң латвияға ҡайтырға рөхсәт ителмәй. Шулай итеп, һөргөндән ҡайтармаҫлыҡ 6500 кеше йәки ул ваҡыттағы латвия халҡы иҫәбенән 0,35 % тәшкил итә[35]. СССР Министрҙар Советының 1949 йылдың 29 ғинуарындағы 390-138сс номеры аҫтында «Литва, Латвия һәм Эстония территорияһынан ғаиләләре менән кулактарҙы, бандиттар һәм милләтселәр ғаиләләрен күсереү тураһында…» тигән ҡарарына[36], ә шулай уҡ СССР Эске эштәр министры генерал-полковник С. Н. Кругловтың 1949 йылдың 12 мартындағы «Литва, Латвия һәм Эстония территорияһынан ғаиләләре менән кулактарҙы, бандиттар һәм милләтселәр ғаиләләрен күсереү тураһында…» 00225-се бойороғона ярашлы Латвия ССР-ы территорияһынан РСФСР-ҙың алыҫ райондарына (Себергә) махсус ултыраҡтарға[37], бер нисә мең ғаилә һөрөлә (депортациялана)[36][37]. Һөрөлгән кешеләргә үҙҙәре менән шәхси байлыҡтарын, көнкүреш әйберҙәрҙе (кейем, һауыт-һаба, ваҡ ауыл хужалығы, һөнәри һәм йорт инвентары) һәм һәр ғаиләгә дөйөм ауырлыҡ менән 1500 килограмға тиклем аҙыҡ-түлек алырға рөхсәт ителә.
Депортацияланғандарҙың хәтирәләренән:[38]
Документты уҡып ишеттерҙеләр, уға ярашлы беҙҙе икенсе урынға күсерәләр, 15 минут эсендә йыйынырға бойорҙолар, йортта нимә ҡала, һуңынан туғандар ебәрерҙәр, тинеләр.
1950-се йылдар уртаһынан 1960-сы йылдар уртаһына тиклем барған ун йыллыҡ «Хрущев йылыныуы» («десталинизация») осоро тамамланғандан һуң, репрессияланған халыҡтар элек йәшәгән райондарға ҡайтыу мөмкинлеген алалар[36].
1949—1950 йылдарҙа Латвия ССР-ында массауи коллективлаштырыу үткәрелә. 2000-се йылдар уртаһында «Версия» гәзите журналистары үткәргән тикшеренеү һөҙөмтәһендә СССР йыл һайын совет Латвияһына 1,3 миллиард доллар биргән[39]. Мәҡәләлә шулай уҡ, 1930-сы йылдар аҙағына балтика буйы республикаһы иҡтисады бигүк һәйбәт хәлдә булмаған, тип билдәләнә:
«Латыш иҡтисадының һүнеүен совет оккупацияһы боҙа. „Оккупанттар“ илдән ҡиммәтле нимәне сығарыу урынына Латвияға, үҙ иҡтисадына ҡарағанда күберәк аҡса һалалар. 1946—1985 йылдарҙа 216 эре сәнәғәт предприятиелары төҙөлә һәм тергеҙелә»[39].
1950-се йылдарға Латвия ССР-ында йәшәү кимәле Советтар Союзында иң юғарыларҙан була. 1956 йылда йән башына Латвияла килем 717 һум тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн, бөтә Советтар Союзында ошо уҡ йылда ошо күрһәткес 535 һум тәшкил итһә, РСФСР-ҙа — 598 һум, Украин ССР-ында — 559 һум, Эстон ССР-ында — 720 һум[39]. Һуғыштан һуңғы индустриаллек сиктәрендә республикалаэре сәнәғәт предприятиелары төҙөлә йәки модернизациялана: «ВЭФ» Рига дәүләт электр-техник заводы, «Радиотехника» Рига заводы, Рига вагондар эшләү заводы (РВЗ) һәм башҡалар[39]. Совет ваҡытында Латвияның энергетик инфраструктураһы төҙөлә: Полоцк — Вентспилс нефть үткәргесе, Вентспилс нефтебазаһы, Инчукалнс ер аҫты газ һаҡлағысы, Рига ГЭС-ы, Плявинь ГЭС-ы, бер нисә ТЭЦ. Текстиль предприятелары төҙөлә йәки модернизациялана (шул иҫәптән, төбәктә иң эре Огра трикотаж комбинаты), химик предприятиелар (Даугавпилс химик сүс заводы), Рига музыкаль инструменттар фабрикаһы, «Дзинтарс» парфюмерия заводы, тағы ла торлаҡ йорттары, университеттар, ғилми-тикшеренеү институттары. Коммунистик субботниктарҙа эшләнгән аҡсаға Ригала «Гайльэзерс» хәстәханалар комплексы һәм 1-се балалар клиник хәстәханаһы төҙөлә[39].
Автомобиль юлдары селтәре яҡшыра, туристик инфраструктураһы үҫешә[40]. Юрмала СССР-ҙа иң билдәле ҡала-курорт тип таныла.
1945—1990 йылдарҙа Латвия иҡтисады йылдам үҫешә. 1940-сы йылдар аҙағында был союздаш республиканың төп фондтары хаҡы 1 миллиард һум тәшкил итһә, 1990 йыл башына ул 29,9 миллиард һумға барып етә (1973 йылғы хаҡтарға ҡарата), ә әйләнеш аҡса һәм йорт мөлкәте буйынса республиканың милли байлығы 45 миллиард һум тәшкил итә[39].
Рәсәй Фәндәр академияһы ИМЭМО мәғлүмәттәре буйынса, 1990 йылда СССР-ҙа йән башына тулайым эске продукт, дөйөм алғанда, донъяла 39 урын биләһә, Латвия ССР-ы днъяла 40-сы урын биләй[41].
Совет Латвияһының партия етәкселәре Мәскәүгә етәкселек урындарға тәғәйенләнә, улар араһында КПСС Үҙәк комитеты Политбюроһы ағзаһы А. Я. Пельше, Латвия ССР-ы КГБ етәксеһе Б. К. Пуго һәм башҡалар.
Бойондороҡһоҙлоҡто тергеҙеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Үҙгәртеп ҡороу» башланғандан һуң, 1987 йылда уҡ балтика буйы илдәре баш ҡалаларында масауи сығыштар башлана. 1988 йылда латвия ССР-ында йәмғиәт-сәйәси хәрәкәттәр барлыҡҡа килә. Улар араһында иң эреһе — «Латвия халыҡ фронты» —1989—1990 йылдарҙа яйлап власҡа килә[42]. СССР составында Латвия ССР-ын һаҡлап ҡалыу өсөн сығыш яһаған «Интерфронт» ундай киң танылыу яулай алмай[43]. «Латвия халыҡ фронты» «Эстония халыҡ фронты» һәм «Саюдис» Литва хәрәкәте менән хеҙмәттәшлек итә. 1989 йылдың 23 авгусында бөтә өс хәрәкәт «Балтика юлы» берлектәге йәмғиәт-сәйәси акцияһын үткәрәләр, ул Германия һәм Советтар Союзы араһындағы Һөжүм итмәү тураһындағы пакттың 50-йыллығына арнала һәм Балтика буйы илдәре халыҡтарының СССР-ҙан сығырға теләген күрһәтә. Ҡулға-ҡул тотонған «тере акция» бөтә Балтика буйы территорияһы аша — Таллиндағы Оҙон Герман манараһынан Вильнюстағы Гедимин манараһына тиклем — һуҙыла.
1990 йылдың 4 майында Латвия ССР-ның Юғары Советы Латвия Республикаһының үҙаллылығын тергеҙеү тураһындағы декларация ҡабул ителә.
1990 йылдың 4 майында яңы һайланған Юғары Советы тарафынан Латвия Республикаһы бойондорҡһоҙлоғон тергеҙеү тураһындағы Декларация ҡабул ителә. Ошо документҡа ярашлы 1922 йылғы Латвия Республикаһы Конституцияһы яңыртыла һәм Сейм саҡырылғанға тиклем де-факто күсеү осоро тип билдәләнә[44]. Бер үк ваҡытта Латвия Республикаһы граждандары Конгресы саҡыртыла, уны һайлауҙа СССР-ға ҡушылғанға тиклем Латвия граждандалығына эйә булған кешеләр һәм уларҙың вариҫтары ҡатнаша ала. 1991 йылдың 6 мартындағы һорауламаға ярашлы Латвия халҡының 74 % демократик һәм бойондороҡһоҙ Латвия өсөн тауыш бирә[45].
Бойондороҡһоҙлоҡ 1991 йылдың 21 авгусында, Мәскәүҙә ГКЧП-ның уңышһыҙ дәүләт түңкәрелешенән һуң, тергеҙелә. 1991 йылдың 6 сентябрендә Латвия Республикаһының бойондороҡһоҙлоғо СССР Дәүләт Советы тарафынан рәсми рәүештә раҫлана[46].
1991 йылдың 17 сентябрендә Латвия Республикаһы БМО ағзаһы итеп алына.
1940 йылда СССР-ға ҡушылғанға тиклем Латвия граждандары булған кешеләр һәм уларҙың вариҫтары, 1991 йылдың 15 октябрендәге Латвия Республикаһы Юғары Советының ҡарарына ярашлы, Латвия гражданлығын тергеҙәләр. Уға ярашлы СССР Юғары советы Президиумының 1940 йылдың 7 сентябрендәге указы ғәмәлдән сығарылған тип иҫәпләнә, ә Латвия гражданлығына 1940 йылдың 17 июнендә Латвия Республикаһы граждандары булған кешеләр һәм уларҙың вариҫтары дәғүә итә ала (яҡынса илдең 2/3 өлөшө); икеләтә гражданлыҡ тыйыла. 1992 йылдың октябрендә Юғары Советтың «1914 йылдың 1 авгусына тиклем Латвия сиктәрендә йәшәгән кешеләрҙең һәм уларҙың вариҫтарының Латвия республикаһы граждандары хоҡуҡтарын таныу шарттары тураһында» тигән ҡарар ҡабул ителә. Латвияға СССР составында булған осорҙа күсеп килгән граждандар һәм уларҙың вариҫтары «Латвия граждандары түгел» (неграждане) тигән статусҡа эйә булалар һәм сәйәси хоҡуҡтарҙан мәхрүм ителәләр.
1991 йылдың көҙөндә Латвия республикаһында денационализация — элекке хужаларға һәм уларҙың вариҫтарына күсемһеҙ милекте ҡайтарыу процесы башлана, уның һөҙөмтәһендә илдең 20 мең кешеһе үҙ йорттарында һәм фатирҙарында хатта найм шарттарында йәшәү хоҡуғын юғалталар.
Латвия Республикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1994 йылдың 31 авгусында Латвиянан Рәсәй ғәскәрҙәрен сығарыу процесы тамамлана. Ете йыл урынына, АҠШ баҫымы аҫтында, һөйләшеүҙәрҙән һуң ике йыл эсендә ғәскәрҙәр сығарылып бөтә[47].
1995 йылдың 10 февралендә Латвия Республикаһы Европа Советы ағзаһы булып китә. 1999 йылдың 10 февралендә Латвия Республикаһы Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ағзаһы итеп алына.
2004 йылдың февралендә НАТО-ның 19 дәүләте Латвияның Төньяҡ-атлантик альянсына инеүе тураһында протоколдарҙы ратификациялай, шул уҡ йылдың май айында Европа берлегенә инә.
2007 йылдың 21 декабрендә Латвия Шенген зонаһы составына инә, 2008 йылдың 30 мартынан алып Шенген зонаһы ҡағиҙәләрен тулыһынса ҡуллана. 2014 йылдың 1 ғинуарында Латвия 18-се Еврозона ағзаһы булып теркәлә.
2008 −2010 йылдарҙа Латвия иҡтисады көрсөккә эләккәнгә тиклем иҡтисад тотороҡло рәүештә йылына 5—7 % күтәрелә (2006 йылда — 12,6 %, 2007 — 10,3 %) . Ил өсөн 2007—2008 йылдарҙағы донъя кризисы осоро айырыуса ауыр була. Әммә айырыуса һәләкәтле тип 2009 йылды ғына билдәләп була, Латвияның эске тулайым продукты 17,8 % төшә — донъяла иң насар күрһәткес[48]. Көрсөккә тиклемге кимәлгә 2014 йылда ғына сығыуға өлгәшәләр, артабан 2020 йылға тиклем иҡтисад үҫеше йылына 2-3 % тәшкил итә.
2009 йылда хөкүмәттең иҡтисади сәйәсәте арҡаһында Иҫке Ригала погромдар барлыҡҡа килә — Дома майҙанындағы Латвия Cеймын тарҡатыу буйынса тыныс митинг тәртипһеҙлектәргә әүерелә. Протест акцияһынан һуң бер нисә бина тәҙрәләре онтала, Сейм бинаһы ла зыян күрә, шулай уҡ бер магазин талана; тәртипһеҙлектәр һөҙөмтәһендә полиция 126 кешене ҡулға ала, уларҙың етеһе реаль срок ала. 2009 йылғы тәртипһеҙлектәрҙең әһәмиәтле һөҙөмтәһе — ике йылдан һуң Сейм тарҡатыла[49].
2015 йылдың беренсе ярты йыллығында Латвия Европа берлеге Советында рәйеслек итә.
2016 йылдың 2 июнендә Латвия Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһының (ОЭСР) 35-се ағзаһы итеп тәғәйенләнә. Йән башына Эске тулайым продукт (ВВП) буйынса Латвия постсовет илдәре араһында, ике күршеһе Эстония һәм Литванан ҡалышып, өсөнсө урын биләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ История Латвии: ХХ век, 2005, с. 17
- ↑ Железный век 2019 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ LPSR arheoloģija, 1974, с. 141
- ↑ LPSR arheoloģija, 1974, с. 108
- ↑ История Латвии: XX век, 2005, с. 22
- ↑ История Латвии: XX век, 2005, с. 17
- ↑ Что и почему нужно знать про Латвию 1 ноября 1917 года, или Латвия на перепутье . rus.lsm.lv. Дата обращения: 27 ноябрь 2019.
- ↑ Янис Шилиньш. Что и почему нужно знать о том, как Германию «вынуждали» аннексировать Балтию . Rus.lsm.lv (28 ғинуар 2018).
- ↑ Янис Шилиньш. Что и почему нужно знать о петроградской декларации независимости Латвии . Rus.lsm.lv (30 янваля 2018).
- ↑ Янис Шилиньш. Что и почему нужно знать о германской оккупации и заложниках Исколата . Rus.lsm.lv (18 февраль 2018).
- ↑ Янис Шилиньш. Что и почему нужно знать о переходе Латвии под власть Германии . Rus.lsm.lv (28 февраль 2018).
- ↑ Янис Шилиньш. Что и почему нужно знать о выходе России из Первой мировой войны . Rus.lsm.l (3 март 2018).
- ↑ Янис Шилиньш. Что и почему нужно знать о восстановлении Курляндского герцогства . Rus.lsm.lv (8 март 2018).
- ↑ Смирин, 1999, с. 83
- ↑ History of the legislature (ингл.). saeima.lv. Дата обращения: 21 май 2013. Архивировано 23 май 2013 года.
- ↑ 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 ЛАТВИЯ • Большая российская энциклопедия - электронная версия . bigenc.ru. Дата обращения: 18 апрель 2021. 2021 йыл 18 апрель архивланған.
- ↑ VEF:Рождение и становление, 1919—1940 гг.
- ↑ Кабанов Николай Николаевич, Симиндей Владимир Владимирович ЗАКЛЮЧАЯ «ПАКТ МУНТЕРСА — РИББЕНТРОПА»: АРХИВНЫЕ НАХОДКИ ПО ПРОБЛЕМАТИКЕ ГЕРМАНСКО- ПРИБАЛТИЙСКИХ ОТНОШЕНИЙ В 1939 г // Журнал российских и восточноевропейских исторических исследований. — 2017. — В. 1 (8). — ISSN 2409-1413.
- ↑ 19,0 19,1 ЛАТВИЯ • Большая российская энциклопедия - электронная версия . bigenc.ru. Дата обращения: 20 апрель 2021. 2021 йыл 18 апрель архивланған.
- ↑ Закон СССР от 5.08.1940 о принятии Латвийской Советской Социалистической Республики в Союз Советских Социалистических Республик — Викитека . ru.wikisource.org. Дата обращения: 18 апрель 2021.
- ↑ Сочнев, Алексей. Рождение ужаса. Как появились концлагеря и почему это может произойти вновь, Лента.Ру (14 мая 2016). 15 июль 2020 тикшерелгән., Видео лекции
- ↑ Ленин и ГУЛАГ: как большевики придумали концлагеря
- ↑ В Государственном Архиве Латвии в 2007 году была собрана информация о 15 424 персонах.: Депортированные. 14 июня 1941 года. — аннотация книги (латыш.)
- ↑ 1940—1941 йылдарҙа ҡулға алынғандарҙың дөйөм һаны тулыһынса асыҡланмаған, һәм 1986-сы Дәүләт Архивы Фонды анализынан һуң асыҡлап буласаҡ
- ↑ 25,0 25,1 Депортация 14 июня 1941 года в Латвийской ССР (латыш.) vesture.eu
- ↑ «Those who remained or were arrested later were shot and buried in mass graves. After the Red Army retreated, hastily covered graves were found at the Rîga Central Prison, Baltezers, Rézekne, Ulbroka and other locations»The Three Occupations of Latvia 1940–1991 / Valters Nollendorfs et al.. — 3-е. — Рига: Occupation museum foundation. — С. 25. — ISBN 9984-9613-8-9.
- ↑ 27,0 27,1 27,2 Депортации сороковых лет. Структурный анализ. Центр документирования последствий тоталитаризма. Индулис Залитc, Синдиz Диманте. (латыш.) lpra.vip.lv
- ↑ A. Āboliņa, A. Kalnciema, Z. Kārkliņš, D. Kļaviņa, E. Pelkaus, J. Riekstiņš, I. Šķiņķe (руководитель проекта), L. Strazdiņa, I. Zemļanskis. 1 // Депортированные. 25 марта 1949 г. (латыш.). — 1-е изд. — Рига: Латвийский Государственный архив, Nordik, 2007. — Т. 1. — С. 689—691. — 814 с. — ISBN 978-9984-9548-8-2.
- ↑ Депортация 14 июня 1941 года в Латвии. (см. «Represijās cietušo skaits») © Latvijas Nacionālā bibliotēka (латыш.) enciklopedija.lv
- ↑ Рига: Энциклопедия. — Изд. 1 — Рига: Главная редакция энциклопедий, 1989. — С. 404.
- ↑ Цитируется по: «Латышский легион: актуальные проблемы и решения исследований». — Реферат профессора И. Фелдманиса по случаю презентации 7 сборника статей Комиссии историков Латвии. Рига, 14 января 2003 года 2009 йыл 11 ноябрь архивланған.
- ↑ ЛАТВИЯ • Большая российская энциклопедия - электронная версия . bigenc.ru. Дата обращения: 19 апрель 2021. 2021 йыл 18 апрель архивланған.
- ↑ Ezergailis, A. The Holocaust in Latvia, 1996
- ↑ Simon Wiesenthal Center Multimedia Learning Center Online . Дата обращения: 12 сентябрь 2005. Архивировано из оригинала 10 ғинуар 2007 года. 2007 йыл 10 ғинуар архивланған.
- ↑ Zālīte, Indulis, and Dimante, Sindija. Četredesmito gadu deportācijas. Struktūranalīze. Структурный анализ депортаций 1940-х годов (латыш.). SAB Totalitārisma seku dokumentēšanas centrs. Центр документирования последствий тоталитаризма Бюро по защите Конституции. Дата обращения: 27 март 2019.
- ↑ 36,0 36,1 36,2 Дмитрий Окунев. «Националисты и бандиты»: как Сталин депортировал прибалтов. — 70 лет назад началась операция «Прибой» по депортации жителей Прибалтики. // gazeta.ru (25 марта 2019 года)
- ↑ 37,0 37,1 Приказ министра внутренних дел СССР генерал-полковника С. Н. Круглова № 00225 от 12 марта 1949 года «О выселении с территории Литвы, Латвии и Эстонии кулаков с семьями, семей бандитов и националистов». Сайт «Архив Александра Н. Яковлева» // alexanderyakovlev.org
- ↑ ДЕТИ СИБИРИ мы должны были об этом рассказать… sibirijasberni.lv 724 детей Сибири Дзинтра Гека и Айварс Лубаниетис интервьюировали в период с 2000 по 2007 год
- ↑ 39,0 39,1 39,2 39,3 39,4 39,5 Надежда Вредина. В советском «плену». Какое наследство СССР оставил Латвии? Газета «Аргументы и факты» // aif.ru (3 июня 2019 года)
- ↑ Латвийская Советская Социалистическая Республика / Большая советская энциклопедия . gatchina3000.ru. Дата обращения: 20 апрель 2021.
- ↑ В. Г. Клинов. Долгосрочные перспективы роста мировой экономики в 2025 и 2050 гг. (обзор прогнозных оценок).// ecfor.ru 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Смирин, 1999, с. 129
- ↑ Смирин, 1999, с. 127
- ↑ Декларация о восстановлении независимости Латвийской республики от 4 мая 1990 года. // gorby.ru
- ↑ Смирин, 1999, с. 133
- ↑ Постановление Государственного Совета СССР от 6 сентября 1991 года № 2 «О признании независимости Латвийской Республики». // tehnorma.ru
- ↑ Переговорщик с Латвией о выводе российских войск: «Не представляете уровень предательства» . Журнал Международная жизнь (13 сентябрь 2019). Дата обращения: 14 сентябрь 2019.
- ↑ CIA — The World Factbook — Country Comparison :: National product real growth rate 2017 йыл 1 июль архивланған. // CIA; (214 место в рейтинге роста ВВП из 214 в 2009 году)
- ↑ Мурниеце: люди уже забыли виновных в беспорядках // Mixnews, янв 2020
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Воробьёва Л. М. История Латвии: От Российской империи к СССР. Кн. 1. М.: Фонд «Историческая память», Российский институт стратегических исследований, 2009. ISBN 978-5-9990-0007-1
- Воробьёва Л. М. История Латвии: От Российской империи к СССР. Кн. 2. М.: Фонд «Историческая память», Российский институт стратегических исследований, 2010.
- История Латвии: XX век. — Рига: Jumava, 2005. — 475 с. — ISBN 9984-05-866-2. (ссылки на главы)
- Latvijas PSR arheoloģija. — Rīga: Zinātne, 1974.
- Канале В., Степерманис М. История Латвийской ССР. — Рига: Звайгзне, 1974.
- Смирин Г. Основные факты истории Латвии. — 2-е изд. — Рига: SI, 1999. — 141 с. — ISBN 9984–630–36–6.
- Ноллендорфс В. Латвия под властью Советского Союза и национал-социалистической Германии в 1940—1991 годах 2016 йыл 4 март архивланған. Рига: Общество Музея оккупации Латвии, 2010.
- Hannes Valter. Ausalt & avameelselt. Landeswehri sõjast, Võnnu lahingust, Riia operatsioonist. — Tallinn: Perioodika, 1989. (Ханнес Валтер. Серия «Честно и откровенно». О Войне с Ландесвером, о Выннуской битве и о Рижской операции. Таллин, издательство «Периодика», 1989), 64 с., ISBN 5-7979-0275-3Ҡалып:Ref-ee
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Латвия тарихы Викимилектә |
- Вопросы истории Латвии. 1939—1991 годы на сайте МИДа Латвии
- Латвия в XX веке в контексте европейской истории 2010 йыл 7 февраль архивланған. — статья Айварса Странги в журнале «Вестник Европы» № 2 за 2001 год (раздел ФИЛОСОФИЯ. ПОЛИТИКА)
- История русской Латвии — фильмы, книги, статьи по истории Латвии и латвийских русских /вебархив/
- Древняя история Латвии (10 500 год до н. э. — 1200.) 2019 йыл 6 май архивланған. // Latvijas Nacionālais vēstures muzejs
- Латвийская Республика 1918—1940 2018 йыл 26 июль архивланған. // Latvijas Nacionālais vēstures muzejs
- Что и почему нужно знать о возвращении Улманиса в Ригу (Rus.lsm.lv)
- ВИДЕО #LV99плюс: 2 минуты о том, что нужно знать о Латвии в 1917 году (Rus.lsm.lv)
- ВИДЕО #LV99плюс: 100 секунд о первом шаге Латвии к независимости (Rus.lsm.lv)
- ВИДЕО #LV99плюс: 67 секунд о том, как Латвия встретила 1918 год (Rus.lsm.lv)
- ВИДЕО #LV99плюс: 93 секунды о том, как в Петрограде объявили о независимости Латвии (Rus.lsm.lv)
- ВИДЕО #LV99плюс: 77 секунд о германской оккупации Латвии и заложниках Исколата (Rus.lsm.lv)
- ВИДЕО #LV99плюс: 99 секунд о восстановлении Курляндского герцогства (Rus.lsm.lv)
- Что и почему нужно знать о создании «красной» дивизии латышских стрелков (Rus.lsm.lv)