Мәҙрәсә
Мәҙрәсә (ғәр. مدرسة, «өйрәнә торған урын») — мосолмандар өсөн дини урта уҡыу йорто.
Мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҙрәсәлә уҡытыу‑тәрбиә эше менән мөҙәрис, мулла һәм мөғәллимдәр етәкселек итә.
Мәҙрәсәлә малайҙар һәм ҡыҙҙар айырым уҡытыла. Бында уҡыу башлыса түләүһеҙ булған. Уҡыу курсы алты йылдан туғыҙ йылға тиклем барып еткән.
Әҙерлек кимәле буйынса шәкерттәр 3 баҫҡысҡа бүленә:
- башланғыс (ибтидаи),
- урта (рушди),
- өлкән (иғдадиә).
Уҡытыу программаһына ғәрәп теле, Ҡөрьән һәм уның тәфсирҙәре, хәҙистәр, философия, ҡалам, шәриғәт, ислам тарихы, догматика, логика, фикһ һәм башҡа фәндәр ингән. Элек Башҡортостан мәҙрәсәләрендә уҡытыу башланғыс кластарҙа — төрки, өлкәндәрҙә ғәрәп һәм фарсы телдәрендә алып барылған.
Мәҙрәсәне тамамлаусылар университетҡа уҡырға керә алған.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсет янындағы тәүге мәҙрәсә — Әл-Ҡарауин 859 йылда Мароккола асыла. Хәҙерге ваҡытта Әл-Карауин мәҙрәсәһе даими рәүештә эшләүсе донъялағы иң боронғо юғары уҡыу йорто булып иҫәпләнә. Мәҙрәсәләр IX—XIII быуаттарҙа мосолмандар күп йәшәгән илдәрҙә, ғәҙәттә ҙур мәсеттәр янында барлыҡҡа килгән. Урта быуаттарҙа мәҙрәсәләр уҡыу йорто ғына түгел, мосолмандар өсөн мәҙәни үҙәк тә булып торған. Шулай уҡ революцияға тиклемге Рәсәй төбәктәрендә (Бохара, Сәмәрҡәнд, Хиуа, Урта Волга буйы, Башҡортостан, Көньяҡ Урал, Себер һәм башҡа урындарҙа) мәҙрәсәләр эшләп килә.
XVII быуаттың 2‑се яртыһында Башҡортостанда беренсе мәҙрәсәләр асыла. XIX быуаттың 2‑се яртыһында йәҙитселлек йоғонтоһонда яңы ысуллы мәҙрәсәләр («Ғәлиә», «Ғосмания», «Рәсүлиә», «Хөсәйениә» һ. б.) барлыҡҡа килә.
1865 йылға ҡарата Өфө губернаһында 814 мәктәп һәм мәҙрәсә булһа, ә 1913 йылда — 579 мәктәп һәм 32 мәҙрәсә иҫәпләнгән, уларҙа барлығы 90 меңдән ашыу шәкерт уҡыған. 1917 йылғы революциянан һуң мәҙрәсәләрҙең күпселеге ябыла, ҡалғандары берҙәм хеҙмәт йәки милли совет мәктәптәренә үҙгәртелә.
Хәҙерге заманда Башҡортостанда Өфө ҡалаһында Ғәлиә, Мәрйәм Солтанова исемендәге, Рәсәй ислам университеты, Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Нур әл‑Иман», Октябрьский ҡалаһында «Нуруль Ислам» һәм башҡа мәҙрәсәләр эшләп килә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аминов Т. М. История профессионального образования в Башкирии. Начало XVII века — до 1917 года. М., 2006.
- Фархшатов М. Н. Народное образование в Башкирии в пореформенной период. 60—90-е годы 19 в. М., 1994.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәрхшатов М. Н. Мәҙрәсә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://ataysal.ru/?new=476 2016 йыл 5 март архивланған.
- http://www.bashinform.ru/bash/532493/
- http://bash.bashgazet.ru/iman/11496-mktp-m-mrs-tarihy.html