Ибн Баттута
Ибн Баттута | |
ғәр. مُحمَّد بن عبد الله بن مُحمَّد اللواتي الطنجي | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Тормош иптәше | |
Ибн Баттута Викимилектә | |
Ибн Батту́та (ғәр. أبو عبد الله محمد ابن بطوطة, тулы исеме Ибн Баттута Әбү Абдаллаһ Мөхәммәд ибн Абдаллаһ әл-Лавати әт-Танджи; 25 февраль 1304 йыл, Тәнжәр, Марокко — 1377 йыл, Фәс) — данлыҡлы ғәрәп сәйәхәтсеһе һәм илгиҙәр сауҙагәре. Ислам донъяһының барлыҡ илдәрен — Болғарҙан Момбасаға, Тимбуктунан Ҡытайға тиклем тотош урап сыҡҡан. Мальдив утрауҙарында туғыҙ ай булғанда шундағы солтан ҡыҙына өйләнгән. «Подарок созерцающим о диковинках городов и чудесах странствий» тигән китап авторы.
Бала һәм үҫмер сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уның тулы исеме: Әбү Абдаллаһ Мөхәммәд ибн Абдаллаһ ибн Мөхәммәд ибн Ибраһим ибн Йософ әл-Лавати әт-Танджи ибн Баттута ибн Хәмит әл Ғази ибн әл Курайш әл Али (أَبُو عَبْدُ ٱللّٰهِ مُحَمَّدٌ اِبْنُ عَبْدِ ٱللّٰهِ بْنُ مُحَمَّدٍ اِبْنُ إِبْرَاهِيمَ بْنُ يُوسُفَ ٱللَّوَاتِي ٱلطَّنْجِي بْنُ بَطُّوطَةُ بْنُ حَمِيدٍ اَلْغَازِي بْنُ ٱلقُرَيْشٍ اَلْعَلِي). Буласаҡ бөйөк сәйәхәтсе 1304 йылдың 25 февралендә Танжерҙа (Марокко) хөрмәтле шәйех Абдаллаһ әл-лавати ғаиләһендә тыуған. Ата бабалары сығышы менән лават бәрбәр ҡәбиләһенән. Бала саҡ йылдары тураһында мәғлүмәттәр әҙ. Мәҙрәсәлә белем ала. Ибн Баттутаның атаһы — Танжер ҡазыйы, улын үҙенең вариҫы итеп күрә.
Сәйәхәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәккәгә хаж ҡылыуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1325 йылдың 14 июнендә Ибн Баттута Тәнжәрҙән Мәккәгә хажға юллана[3].
Сахара сүленән үткәндә сәйхәтен артабан дауам итеү теләге уяна. Ул Мәккәгә ҡоро ер буйлап, Төньяҡ Африка яр буйынан бара. Уның юлы Тунис буйлап үтә, унда ул ике айға туҡтай[4]. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн Ибн Баттута каруандарға ҡушылырға тырышҡан, был урындағы бәҙәүиҙәр ҡәбиләләре һөжүмдәренән ҡурсалай. Сфакс ҡалаһында ул үҙен!н к!л!ш таба, ул беренсе була, әммә уның сәйәхәттәрендә һуңғыһы түгел[5].
1326 йылдың яҙында 3500 километрҙан күберәк юл үткәндән һуң, Ибн Баттута Александрия ҡалаһына килеп еткән[6]. Бер нисә аҙна дауамында Мысырҙың иҫтәлекле урындарын өйрәнә, артабан ҡитғаның төпкөл өлөшөнә, Мәмлүк солтанлығының баш ҡалаһы Ҡаһирәгә йүнәлә, был дәүерҙә ул иң эре ҡалаларҙың береһе була. Ҡаһирәлә бер айға яҡын булып,[7] ул Мәккә яғына өс юлдың иң әҙ файҙаланылғаны буйлап барырға ҡарар итә. Ибн Баттута Мысыр аша үтеп, Джиддәгә барырға йыйынғанда ырыу-ара һуғыштарға юлығып, Ҡәһирәгә кире ҡайта[8]. Артабан Иерусалим, Дамаск, Мәккә, Басра, Бағдад ҡалаларында була. Бағдадта илхан Әбү Сәйет Баһадур хан тарафынан ҡабул ителә. Артабан Тебризда була. Бынан һуң Мәккәгә ҡайта һәм факиһ була. Әммә бының менән уның сәйәхәттәре туҡталмай.
Артабан ул урта быуаттарҙа йәшәгән европаларға билдәле булмаған Африкала, Урта һәм Алыҫ Шәреҡтә булып ҡайта.
Йәмән һәм Көнсығыш Африкаға
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1330 йылда Ибн Баттута Ҡыҙыл диңгеҙ буйлап Аденға килә (Йәмән). Был ваҡытта Йәмәнде эске низағтар солғап алған була, һәм тик ике ҡала — Сана (хәҙер Йәмәндең баш ҡалаһы) һәм бәләкәй порт Забид ҡына элекке бөйөклөгөн һаҡлап ала алған. Бында ул Заилға (Сомали) юл тотҡан карапты яллай. Бынан һуң Гвардафуй моронона йүнәлә, артабан Сомали ярҙары буйлап, һәр бер урында бер аҙнаға туҡтап, көньяҡҡа юл тота. Һуңыраҡ Могадишоҡа килә[9][10][11].
1331 йылда Могадишоға килгәндә, был ҡала эре сауҙа үҙәге булған. Ибн Баттута Могадишо ҡалаһын бихисап бай сауҙагәрҙәре, күп илдәргә, шул иҫәптән Мысырға оҙатылған юғары сифатлы туҡмылары менән дан тотҡан, «бик ҙур ҡала» тип тасуирлаған[12][13]. Өҫтәп итеп, ул ҡаланың Сомали солтаны идара итеүен яҙған, солтан сомали диалектында һәм ғәрәп телендә бер тигеҙ һөйләшкән, сығышы менән төньяҡ Сомалинан[14][15]. Солтан янында бер нисә вәзирҙәр, юристар, ғәскәр башлыҡтары, төрлө ялсылар булған[14].
Ибн Баттута көньяҡҡа, Суахили яр буйына карапта сәйәсәхәтен дауам иткән[16]. Утрау ҡалаһы Момбасала туҡтай. Был ваҡытта ул бәләкәй генә ҡала була[17]. Һуңынан, яр буйлап, Ибн Баттута утрау ҡалаһы Килваға (хәҙерге Танзанияның биләмәһе)[18] барып етә, ул был осорға ҡарай алтын менән сауҙа итеү буйынса мөһим үҙәккә әүерелә[19]. Ул уны «донъялағы иң матур һәм яҡшы ҡоролған ҡала» булараҡ тасуирлаған[20]. 1330 йылда Ибн Баттута үҙенең Килваға барыуы тураһында яҙып ҡалдыра һәм урындағы хакимдың, солтан Әл-Хәсән ибн Сөләймәндең диндарлығы һәм баҫалҡылығы тураһында һоҡланып телгә алған[21]. Был ваҡыт менән Хөсни Кубва һарайының нигеҙләнеү Килваның Бөйөк мәсетенең төҙөлөшөнөң мөһим өлөшө тамамланыуының датаһы билдәләнә. Шулай уҡ ул яҙыуынса, солтандың власы төньяҡта Малиндинан көньяҡта Иньямбанеға ҡәҙәр таралған, сәйәхәтсе айырыуса ҡаланың ҡоролошо менән һоҡланған, унда ул уның уңышын күргән. Артабан Африканың көнсығыш ярҙарында урынлашҡан Момбаса ҡалаһында була, бында халыҡ суахили телендә һөйләшкән. Африкала ҡара тәнле кешеләрҙе күреп, шаҡ ҡата. Мәккәгә кире ҡайтыр өсөн Фарсы ҡултығы һәм Ғәрәбстан ярымутрауын урап сығырға тура килә.
Кесе Азия буйлап
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кесе Азияға (ғәрәптәр Рум тип атаған) сәйәхәте 1330 йылдың ҡышында башлана. Генуя карабында ул Алайа портына, ә артабан Антальяға, Лаодикеяға, Икониумға (Конья), Кайсериға, Себастияға, Биргиға килеп сыға. 1331 йылдың ҡышында Орхандың ғосман ерҙәренә бара. 1326 йылдан ғосман баш ҡалаһы булған Прусса уның тасуирлауында сауҙа ҡалаһы булараҡ телгә алына. 1331 йылдың октябрендә ғосмандарҙың Никея ҡалаһына килә, уны ул ярым емерек хәлдә тап итә. 1332 йылдың аҙағында Ҡара диңгеҙ буйындағы Синоп портына бара.
Алтын Урҙаға һәм Константинополгә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ул яңынан-яңы сәйәхәттәргә ашҡынып тора. Ибн Баттута грек карабында Кафа (хәҙер Феодосия) аша Солхат, Азов, шунан Кавказға юл тота. 1334 йылдың 6 майында сәйәхәтсе Алтын Урҙа ханы Үзбәк хандың һарайына барып эләгә. Хан уны бик ҙурлап ҡабул итә. Яҡынса Биштау (Пятигорск) тирәһендә була был.
Болғарға барыуы тарихсылар араһында бәхәстәр уята. Сәйәхәтсенең һүҙҙәенсә ул 20 көн эсендә Болғарға иклеп етә. Ҡайһы бер ғалимдар (И. Хрбек, С. Яничек) буйынса, Ибн Баттута Волга буйы Болғарында булмай, сөнки бындай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә унда барып етеүе мөмкин түгел. Сәйәхәтте һүрәтләү башҡа авторҙарҙан (Ибн Джубейр, Әбү-л-Фида) йә Ибн Баттута, йә уның әҙәби секретары Ибн Джузай тарафынан алынған.
Нисек кенә булмаһын, Хажи-Тарханда (хәҙерге Әстерхан) булыуы билдәле. Ул хандың бер ҡатыны Баялун-хатунды (Византия императоры Андроник III ҡыҙы), Константинополгә (хәҙер Истанбул) атаһы янына оҙатып барырға алына. Византияла ғәрәп сәйәхәтсеһе бер ай ҙа алты көн була. Бынан һуң Оло Иҙелгә (Волга) кире әйләнә, ноябрь уртаһында Һарай-Беркегә килә. 1334 йылдың 10 декабрендә Ибн Баттута Алтын Урҙа баш ҡалаһынан Хәрәзм каруанына ҡушылып юлға сыға. Сарай-Джук аша Урта Азияға юллана.
Урта Азиянан Һиндостанға барып етә, унда 8 йыл йәшәй, ҡазый, факиһ булып эшләй. Күп мажаралар кисереп, Баттута йәнәһе Кантон портына етә, шунан Малайзия, Бенгал, һиндостан аша Мароккоға барып сыға (1349). Ҡытайҙа булыуы шикле, сөнки яҙмаларҙа хата күп. 1350—1351 йылдарҙа Ибн Баттута дипломатик миссия менән Гранадаға ебәрелә.
1352 Ибн Баттута Африкаға сәйәхәткә сыға. Ҙур ауырлыҡтар менән ул Сахараны үтеп, Мали империяһына етә, Нигер йылғаһына барып сыға[22].
Ибн Баттутаның иҫтәлектәре — урта быуаттағы Мали тураһында төп сығанаҡ булып тора.
Ғүмеренең һуңғы йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1355 йылда сәйәхәтенең яҙмалары тамамаланғандан һуң Ибн Баттутаның һуңғы йылдары тураһында аҙ билдәле. Ул Мароккола ҡаҙый вазифаһына тәғәйенләнә һәм 1368 йәки 1369 йылда вафат була[23].
Тарихи әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ибн Баттута барлығы 120 700 км юл үткән, быны хатта бөгөнгө транспорт мөмкинлектәре менән дә башҡарыу бик ауыр. Ҡайҙа булғанын Ибн Баттута бик тулы яҙып ҡалдырған. Тәүге тапҡыр 1818 йылда Европала латин теленә тәржемә ителгән — «De Mohammede Ebn-Batuto Arabe Tingitano ejusque itineribus», шунан 1829 йылда инглиз теленә — «The Travels of Ibn Batuta, translated from the abridged Arabic MS. Copies by Lec».
Ибн Баттута 29 йыл дауамындағы сәйәхәт йылдарын яҙып барыуы тураһында телгә алыуҙар юҡ. Тәьҫораттары менән уртаҡлашҡанда ул үҙенең хәтеренә һәм быға тиклем сыҡҡан ҡулъяҙамаларға нигеҙләнергә тейеш була. Ибн Баттутаның ҡайһы бер яҙыуҙары башҡаларҙан күсерелгән[24][25]. Көнбайыш шәрҡиәтселәре фекеренсә, Ибн Баттута бөтә тасирланған илдәрҙә булыуын шик аҫтына ҡуя һәм ҡайһы бер тасуирламаларҙың башҡа кешеләрҙән һөйләүе буйынса яҙылған тип иҫәпләй. Миҫал өсөн, Ибн Баттутаның Ҡытайға барыуы әлегә сиселмәгән мәсьәлә булып тора[26]. Шуға ҡарамаҫтан, Ибн Баттутаның яҙамалары 14 быуат цивизацияһының ҙур өлөшө тураһында яҡшы күренеш бирә.
Ибн Баттута яңыраҡ Ислам динен ҡабул иткән халыҡтарҙың йолаларына, уларҙың үҙе тәрбиәләнгән нормаларҙан айырылыуына ваҡыты менән шаҡ ҡата. Мәҫәлән, ул төрки һәм монгол халыҡтары ҡатындарының үҙҙәренең ирҙәре менән ирекле темәр менән һөйләшеүҙәренә ғәжәпәнә.
Рәсәй тарихы өсөн Алтын Урҙаның Үзбәк хан осоро ҡыҙыҡһыныу уята. 1874 йылда Петербургта ғәрәп текслы һәм француз теленә тәржемә менән сыға — (Voyages d’Ibn Batoutah. Texte arabe, accompagné d’une tradition par C. Defrémery et B.R. Sanuinetti).
Сәйәхәт маршруттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙ ғүмерендә Ибн Баттута 73 000 милдән (117 500 км) ашыу юл үтә һәм хәҙерге заман эквивалентына тура килгән 44 илдә була[27].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1976 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы Ибн Баттуттың исеме менән Айҙың күренеп торған яғындағы кратерҙы атай.
Дубайҙа Ибн Баттута хөрмәтенә аталған сауҙа үҙәге бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Hrbek I. Ibn Battuta // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ Ibn Battuta, Travels in Asia and Africa 1325—1354 / tr. and ed. H. A. R. Gibb. — London: Broadway House, 1929. — P. 43.
- ↑ Dunn 2005, p. 37; Defrémery & Sanguinetti 1853, p. 21 Vol. 1
- ↑ Dunn 2005, p. 39; Defrémery & Sanguinetti 1853, p. 26 Vol. 1
- ↑ Defrémery & Sanguinetti 1853, p. 27 Vol. 1
- ↑ Dunn 2005, p. 49; Defrémery & Sanguinetti 1853, p. 67 Vol. 1
- ↑ Dunn 2005, pp. 53–54
- ↑ Sanjay Subrahmanyam. The Career and Legend of Vasco Da Gama. — Cambridge: Cambridge University Press, 1998. — P. 120—121.
- ↑ Chittick, H. Neville. The East Coast, Madagascar and the Indian Ocean // The Cambridge History of Africa. Volume 3, From c.1050 to c.1600 / Edited by Roland Oliver ; General editors: J. D. Fage and Roland Oliver. — Cambridge: Cambridge University Press, 1977. — P. 190. — ISBN 9781139054577. — DOI:10.1017/CHOL9780521209816.005.
- ↑ Huntingford, George Wynn Brereton. The periplus of the Erythraean Sea, by an unknown author ; with some extracts from Agatharkhides "On the Erythraean sea" / translated and edited by G.W.B. Huntingford. — London: Hakluyt Society, 1980. — P. 83.
- ↑ Metz, Helen Chapin. Somalia: A Country Study. — Federal Research Division, Library of Congress, 1992. — ISBN 0-8444-0775-5.
- ↑ Shinnie, P. L. The African Iron Age. — Clarendon Press, 1971. — P. 135.
- ↑ 14,0 14,1 David D. Laitin, Said S. Samatar. Somalia: Nation in Search of a State. — Westview Press, 1987. — P. 15.
- ↑ Kusimba, Chapurukha Makokha. The Rise and Fall of Swahili States. — AltaMira Press, 1999. — P. 58.
- ↑ Chittick 1977, p. 191
- ↑ Dunn 2005, p. 126
- ↑ Defrémery & Sanguinetti 1854, p. 192 Vol. 2
- ↑ Dunn 2005, pp. 126–127
- ↑ Stavrianos, Leften Stavros. The world to 1500: a global history. — Prentice-Hall, 1970. — P. 354.
- ↑ Dunn, Ross E. The Adventures of Ibn Battuta. — University of California Press, 2005. — ISBN 0-520-24385-4.
- ↑ Цивилизации долины Нигера: Легенды и золото. Ч.2 Мали. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Gibb 1958, p. ix Vol. 1; Dunn 2005, p. 318
- ↑ Dunn 2005, pp. 313–314
- ↑ Dunn 2005, pp. 63–64; Elad 1987
- ↑ Dunn 2005, pp. 253 and 262 Note 20
- ↑ Bently, Jerry. Old World Encounters: Cross-Cultural Contacts and Exchanges in Pre-Modern Times. — New York: Oxford University Press, 1993. — P. 114.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рус телнндә
- Милославский Г. В. Ибн Баттута. — М.: Мысль, 1974. — 80 с. — (Замечательные географы и путешественники). — 50 000 экз. (обл.)
- Тимофеев И. В. Ибн Баттута. — М.: Молодая гвардия, 1983. — 272 с. — (Жизнь замечательных людей). — 100 000 экз. (в пер.)
- Ибрагимов Н. Ибн Баттута и его путешествия по Средней Азии / Нематулла Ибрагимов. — М.: Наука (Главная редакция восточной литературы), 1988. — 128 с. — 30 000 экз. (обл.)
- Янковская А. А. Сообщения арабского путешественника XIV века Ибн Баттуты о Малайском архипелаге: проблема интерпретации источника // Актуальные проблемы теории и истории искусства: Сб. науч. статей. Вып. 1 / Под ред. С. В. Мальцевой, Е. Ю. Станюкович-Денисовой. — СПб.: НП-Принт, 2011. — С. 292—297. — ISBN 978-5-388-05174-6.
- Сит телдәрҙә
- Carr, Mike (2015), «Merchant Crusaders in the Aegean», Martlesham: Boydell & Brewer, с. 33, ISBN 9781843839903, <https://books.google.ru/books?id=vAU3CwAAQBAJ>.
- Defrémery, C. & Sanguinetti, B.R. trans. and eds. (1853), «Voyages d'Ibn Batoutah (Volume 1)», Paris: Société Asiatic, <https://books.google.co.uk/books?id=mdQOAAAAQAAJ>.
- Defrémery, C. & Sanguinetti, B.R. trans. and eds. (1854), «Voyages d'Ibn Batoutah (Volume 2)», Paris: Société Asiatic, <https://books.google.com/books?id=m-UHAAAAIAAJ>
- Defrémery, C. & Sanguinetti, B.R. trans. and eds. (1855), «Voyages d'Ibn Batoutah (Volume 3)», Paris: Société Asiatic, <https://books.google.co.uk/books?id=w_YHAAAAIAAJ>.
- Defrémery, C. & Sanguinetti, B.R. trans. and eds. (1858), «Voyages d'Ibn Batoutah (Volume 4)», Paris: Société Asiatic, <https://books.google.co.uk/books?id=AdUOAAAAQAAJ>.
- Dunn, Ross E. (2005), «The Adventures of Ibn Battuta», University of California Press, ISBN 0-520-24385-4.
- Elad, Amikam (1987), "«The description of the travels of Ibn Baṭūṭṭa in Palestine: is it original?»", Journal of the Royal Asiatic Society Т. 119: 256–272, DOI 10.1017/S0035869X00140651
- Ferrand, Gabriel (1913), "Ibn Batūtā", «Relations de voyages et textes géographiques arabes, persans et turks relatifs à l'Extrème-Orient du 8e au 18e siècles (Volumes 1 and 2)», Paris: Ernest Laroux, сс. 426–458, <https://archive.org/stream/relationsdevoyag1a2ferruoft#page/426/mode/2up>.
- Chittick, H. Neville (1977), "The East Coast, Madagascar and the Indian Ocean", in Oliver, Roland, «Cambridge History of Africa Vol. 3. From c. 1050 to c. 1600», Cambridge: Cambridge University Press, сс. 183–231, ISBN 0-521-20981-1
- Gibb, H.A.R. trans. and ed. (1958), «The Travels of Ibn Baṭṭūṭa, A.D. 1325–1354 (Volume 1)», London: Hakluyt Society
- Gibb, H.A.R. & Beckingham, C.F. trans. and eds. (1994), «The Travels of Ibn Baṭṭūṭa, A.D. 1325–1354 (Volume 4)», London: Hakluyt Society, ISBN 978-0-904180-37-4.
- Gordon, Stewart (2008), «When Asia was the World: Traveling Merchants, Scholars, Warriors, and Monks who created the "Riches of the East"», Philadelphia, PA.: Da Capo Press, Perseus Books, ISBN 0-306-81556-7.
- Harvey, L.P. (2007), «Ibn Battuta», New York: I.B. Tauris, ISBN 978-184511-394-0.
- Lee, Samuel (1829), «The Travels of Ibn Batuta», London: Oriental Translation Committee, <https://books.google.co.uk/books?id=wjAtGKM_-WIC>. A translation of an abridged manuscript. The text is discussed in Defrémery & Sanguinetti (1853) Volume 1 pp. xvi-xvii.
- Mackintosh-Smith, Tim (2002), «Travels with a Tangerine: A Journey in the Footnotes of Ibn Battutah», London: Picador, ISBN 978-0-330-49114-3.
- Mackintosh-Smith, Tim (ed.) (2003), «The Travels of Ibn Battutah», London: Picador, ISBN 0-330-41879-3. Contains an introduction by Mackintosh-Smith and then an abridged version (40 percent of the original) of the translation by H.A.R. Gibb and C.E. Beckingham (1958—1994).
- Mackintosh-Smith, Tim (2005), «Hall of a Thousand Columns: Hindustan to Malabar with Ibn Battutah», London: John Murray, ISBN 978-0-7195-6710-0.
- Mackintosh-Smith, Tim (2010), «Landfalls: On the Edge of Islam with Ibn Battutah», London: John Murray, ISBN 978-0-7195-6787-2.
- Waines, David (2010), «The Odyssey of Ibn Battuta: Uncommon Tales of a Medieval Adventurer», Chicago: University of Chicago Press, ISBN 978-0-226-86985-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ибн Баттута Викикитапханала | |
Ибн Баттута Викимилектә |