Күвейт
| |||||
Гимн: «Ан-Нашид аль-Ватани» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 19 июнь 1961 (Бөйөк Британиянан) | ||||
Рәсми тел | Ғәрәп | ||||
Баш ҡала | Әл-Күвәйт | ||||
Идара итеү төрө | конституция монархияһы | ||||
Әмир
Премьер-министр |
Сабах ас-Сабах | ||||
Территория • Бөтәһе |
152 17 818 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2010) • Халыҡ тығыҙлығы |
3,566 млн чел. (136) 131 чел./км² | ||||
Валюта | Күвейт динары | ||||
Интернет-домен | .kw | ||||
Код ISO | KW | ||||
МОК коды | KUW | ||||
Телефон коды | +965 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 3 |
Күвейт (ғәр. كويت), рәсми исеме Күвейт Дәүләте (ғәр. دولة الكويت; Давла́т эль-Куве́йт), — Азиялағы, Яҡын Көнсығыштағы дәүләт (әмирлек). Ираҡ менән төньяҡтан һәм көнбайыштан, Сәүд Ғәрәбстаны менән көньяҡтан сикләшә. Көнсығышта Фарсы ҡултығында йыуыла. Баш ҡалаһы Әл-Күвәйт.
Нефттең мөһим экспортёры, ОПЕК ағзаһы.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күвейткә XVIII быуатта Нәҗддән күсеп килгән Анаиз бәдәүи ҡәбиләһенән бер төркем тарафынан нигеҙ һалына. Улар Тигр йылғаһы тамағынан түбәндәрәк Бәну Халидҡа нигеҙ һалалар. Уның башына 1762 йылда Күвейттең беренсе әмире Сабах I баҫа.
- Уңышлы ерҙә урынлашыуы сәбәпле Бәну Халид сауҙа үҙәгенә әүерелә һәм Хәлеб, Бағдад һәм Ғосманлы дәүләте менән сауҙа итә башлый.
- Тора-бара Күвейт Ғосманлы дәүләте менән Бөйөк Британия араһында низағ килеп сығыуына сәбәпсе була.
- 1899, 23 ғинуар — Британия менән Күвейт араһында шартнамә төҙөлә. Был шартнамә буйынса Күвейттың тышҡы сәйәсәте һәм хәүефһеҙлек идараһы Британия ҡулына күсә.
- 1913, 27 октябрь — шәйех Мөхәммәт Британияға Күвейт нефтен монополия булараҡ сығарырға рөхсәт бирә.
- 1914 — Британия Күвейтты үҙ протектораты аҫтындағы бәйһеҙ дәүләт булараҡ ҡабул итеүсе шартнамә имзалай.
- 1927 — Күвейттың әлегәсә үҙгәрешһеҙ һаҡланып ҡалған сиктәре билдәләнә.
- 1961, йәй — Британияның һуңғы ғәскәрҙәре Күвейттан сыға.
- 1961, 19 июнь — Күвейт бәйһеҙлеген иғлан итә. 1980-се йылдарҙа Иран-Ираҡ һуғышында Ирандың Ислам революцияһын Күвейтҡа йәйелдерүенән ҡурҡып, Ираҡ яҡлы була.
- 1990, 2 август — Ираҡ Күвейтты баҫып ала.
- 1991, ғинуар — февраль — Күвейт нефтенең төп һатып алусыһы булған АҠШ, коалиция төҙөп, Күвейтты азат итә. Ираҡтыҡылар бик күп нефть сығарыу яйланмаларына ут төртөп китәләр.
Дәүләт ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1962 йыл ҡабул ителгән конституция буйынса Кувейт кннституциялы монархия.[2].
Дәүләт башлығы — Әмир, шәйех Сабах әл-Әхмәт ас-Сабах. Әмир хөкүмәттте тәғәйенләй. Ул уны тарҡата ла ала. Закон проекттарына ҡул ҡуя, шулай уҡ уларҙы эшләп еткереү өсөн мәжлескә кире ҡайтара ала. Әмир-Кувейт Ҡораллы көстәре баш сардары (командующий). Ул Кувет армияһының мөһим постарын тәғәйенләй. Конституцияға ярашлы әәмир тейелгеһеҙлек хоҡуғына эйә.Әммә СМИ буйынса тәнҡитләү рөхсәт ителгән.
Унан тыш әмир принц тажын тәғәйенләй. Тик уның кандидатураһы етәкселек иткән ғаилә ағзалары тарафынан һәм милләттәр ассамблеяһы тарафынан хупланған булырға тейеш. Әгәр ҙә ассамблея әмирҙең тәҡдим иткән кандидатураһына ҡаршы тауыш бирһә, әмир хакимлыҡ иткән ғаиләнән өс кандидат тәғәйенләргә бурыслы. Асамблея өсәү араһынан береһен һайлай.
Әмир хакимлыҡ итеүселәр ғаиләһенән премьер -министр тәғәйенләй. Үҙ сиратында премьер-министр хөкүмәт вазифаларын тәғәйенләй. Бар министрҙар —— ассамблея ағзалары булып тора. Кәмендә шуларҙың береһе һайланып ҡуйылған булырға тейеш. Өҫтөнлөклө министрҙар хакимлыҡ иткән ғаиләнән.
Закон сығарыусы власть әмиргә һәм бер палаталы Милли мәжлескә ҡарай «Маджлис аль-Умма» (Национальная Ассамблея). 50 депутат дүрт йыллыҡ мөҙҙәт менән дөйөм халыҡ һайлауҙарында һайлана. Тағы ла 15 депутат премьер-министр тарафынан тәғәйенләнә. Сәйәси фирҡәләр тыйылған.
Шулай уҡ Кувейтта ирҙәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сәйәси хоҡуҡҡа эйә.[3]
Хакими бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кувейт алты провинцияға (мөхәфәзәт; берлектә. — мөхәфәзә) бүленгән, улар тағы ла райондарға бүленәләр.
Географик билдәләмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күвейт Ғәрәбстан ярымутрауының төньяҡ-көнбайышында һәм Фарсы ҡултығының Бубиян, Файлака, Варба, Куббар, Кару, Умм-эль-Марадим утрауҙарында урынлашҡан.
Күп өлөшөн сүллек ҡаплаған. Ландшафты тигеҙлек, әҙ-мәҙ ҡалҡыулыҡтар бар. Диңгеҙ кимәленән иң бейек урын илдең көнбайышында 290 м.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күвейттың үҙ баһаламаһы буйынса ул нефть ятҡылыҡтарына бик бай. 102 миллиардов баррел тирәһе запасы бар. Был донъя нефтенең 9%-ты. Нефть Күветҡа ЭТП-ның 50%-тын, экспорт килеменең 95%-тын һәм дәүләт бюджетының 95 % тәшкил итә.
2009 йыл Күветтың ЭТП яҡынса 146 млрд долл.тәшкил иткән, йн башына килем 54,1 мең долл. (донъяла 7-се урын)
Тышҡы сауҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йыл экспорты — 86,9 млрд долл., төп килем нефттән һәм нефть продукцияһынан, ашламаларҙан.
Төп һатып алыусы дәүләттәр — Япония 18,5 %, Көньяҡ Корея 14,7 %, Һиндостан 10,9 %, Тайвань 9,8 %, АҠШ 9 %, Сингапур 8 %, Китай 6,1 %
2008 йыл импорты — 22,9 млрд долл.: аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары, транспорт саралары һәм уларға запас өлөштәр, кейем-һалым.
Төп тәьмин иткән илдәр — АҠШ 11,7 %, Япония 9,1 %, Германия 8 %, Ҡытай 7,5 %, Сәүд Ғәрәбстаны 6,9 %, Италия 4,7 %.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Автомобиль юлдары оҙонлоғо 5749 км, шуларҙың 4887 км ҡаты ҡатлам менән түшәлгән. Илдә тимер ююлдары юҡ. Шуға күрә сәйәхәтселәр автомашиналарҙа сәйәхәт итә..[4]
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ һаны 2,8 млн кеше (2010 йылғы баһа буйынса) Төп халыҡ Күвейт ғәрәптәре (улар үҙҙәренең шәжәрәләре буйынса 1920 йылға ҡәҙәре иҫбат итә алалар)тик 45 % ҡына тура килә. Башҡа халыҡтарҙан 35 % башҡа ғәрәп илдәренән, Пакистандан һәм Һиндостандан килеүселәр 9 %, Ирандан килеүселәр 4 %, 7 % халыҡ илдә йәшәһә лә ватандашлығы (гражданство) юҡ. Годовой прирост — 3,5 % (в значительной степени за счёт иностранных рабочих — 1,6 %).
Тыуым — бер ҡатынға 2,7 тыуым тура килә.
Рәсми тел — ғәрәп теле, шулай уҡ инглиз теле лә киң генә таралған..
Ҡала халҡы — 98 %.
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Күвейт Сәүд Ғәрәбстаны менән күршеләш кенә булһалар ҙа, илдә ислам кейеме кейеү мотлаҡ түгел. Күп ирҙәр шайтанашыҡҡа хәтле генә балаҡлы салбар, туҡыманан, йөндән йәки мамыҡтан туҡылған тауарҙан тегелгән аҡ күлдәк, күвейт Таубы кейергә ярата. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бик аҙҙары ғына бөтә кәүҙәһен ҡаплап торған ҡара хижап, пәрәнжә кейә, йөҙҙәрен һәм ҡулдарының суҡтарына хәтле ҡаплап йөрөй. Был халыҡ сүллек климатына хас..[5] Көнбайыш стиле лә күвейт йәштәре араһында популяр.
Быуаттар буйы Күвейт халҡы өсөн диңгеҙ аҙыҡтары төп рационды алып тора. Фарсы ҡултығы биләмәләрендә йәшәүсе ғәрәптәр Һиндостан менән сауҙа бәйләнешенә инеп, илде тәмләткестәр менән тәьмин итә. Милли аш булып Күвейт мачбус дияйы, мачбус лахам, марак дияй Лахам тора.
Имауаш ризығы иң популяр тәғәм иҫәпләнә. 74,2 % халыҡ 15 йәштән һимерә башлай, шуға күрә лә кешеләрҙең һимеҙлеге буйынса ил донъя кимәлендә һигеҙенсе урында тора.
Күвейт архитектураһы ислам архитектураһынан илһам алған. Иң данлыҡлы төҙөлөш төрө — Күвейт манаралары. Улар швед архитекторы Суне Линдстрем тарафынан эшкәртелгән. Был манаралар мәсет манаралары һәм хәҙерге конструкциялар менән аралыштырып төҙөгән.
Байрамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
- ↑ الدستور الكويتي (1962) 2012 йыл 7 март архивланған.
- ↑ http://www.gcc-legal.org/mojportalpublic/LawAsPDF.aspx?opt&country=1&LawID=2674/ 2012 йыл 7 март архивланған. ст.29.Конституции Кувейта
- ↑ Kuwait – Transportation . Nationsencyclopedia.com.
- ↑ [1]Ҡалып:Красные ссылки
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Густерин П. В.: Города Арабского Востока. — 2007.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күвейт Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Как создавался Кувейт. Кувейтцы — особая арабская общность. История страны глазами кувейтских историков на Портале о странах, рус.
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |